Бармаҡ (мәғәнәләр)
Уҡыу көйләүҙәре
Бармаҡ |
Бармаҡ (рус. Па́лец):
- Бармаҡ — анатомияла тән ағзаһы.
- Палец — Нижегород өлкәһендәге йылға, Рәсәй.
- Палец — ауыл, Нижегород өлкәһе, Рәсәй
- Палец — механизм детале.
- «Палец» — АҠШ ХДК-һында (ВМС) авианосец палубаһында ҙур булмаған өлөш.
Күсмә мәғәнәлә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бармаҡ башындай - ҙур нәмәне бәләкәй итеп әйткәндә ҡулланыла: Бармаҡ башындай ғына икмәк киҫәге
- Бармаҡ башындай - бәләкәй нәмәне ҙур тип аңлатҡанда: бармаҡ башындай миң
- Бармағы үҙенә кәкре - үҙен генә ҡайғыртҡан кеше тураһында
- Бармаҡ менән генә һанарлыҡ, бармаҡ осондай ғына - әҙ генә
- Бармаҡты тешләрҙәй булыу - ныҡ үкенеү
- Урта бармаҡ кеүек - мыҡты, лайыҡлы кеше тураһында. Төрлө илдәрҙә таралған тәүфиҡһыҙ һаналған урта бармаҡ (Урта бармаҡ) менән ишаранан айырмалы, башҡорт халҡында был идиома маҡтау һүҙбәйләнеше булып тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |