Басла күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Басла күпере
груз. იბესლეთის ხიდი
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән таш[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Басла күпере Викимилектә

Басла күпере (рус. Беслéтский мост, груз. ბესლეთის ხიდი) йәки Батшабикә Тамар күпере (груз. თამარის ხიდი) — Сухум ҡалаһы янында аҡҡан Басла йылғаһы аша һалынған күпер. Абхазияла XI—XII быуаттарҙан һаҡланып ҡалған берҙән-бер грузин граждан архитектураһы ҡомартҡыһы[1][2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер XI—XII быуаттарҙа төҙөлгән, уның аша тау үҙәндәренә юлдар үткән. Ул бик мөһим хәрби-стратегик әһәмиәткә эйә булған. Был диңгеҙ яғынан һаҡлап торған хәрби башня ҡалдыҡтарынан аңлашыла [2]. 1935 йылда төбәкте өйрәнеүсе И. Е. Адзинбой[2] күперҙең ҡабырғаһындағы юнылған таштарҙа боронғо грузин яҙмаһында христиан доғаһынан өҙөк табылған.Был яҙма палеографик билдәләр буйынса XI—XII быуаттарға ҡарай[3]. Күперҙең һул яҡ терәүендәге аҫҡы яғында тәре һәм «Т» хәрефе төшөрөлгән («т» һәм «у»).

Конструкцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер тороҡло аркалы күпер . Арка көмбәҙе 13,3 метр оҙонлоҡта, шаҡмаҡ эзбизташ плиталар һалып эшләнгән. Ул хатта әле лә 8 тонна ауырлыҡты күтәрә ала. Күперҙең дөйөм оҙонлоғо 35 м, киңлеге — 4,7 метр тәшкил итә[2][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Челидзе, 1980, с. 283
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Пачулиа, 1968, с. 26
  3. Г. А. Дзидзария. Очерки истории Абхазской АССР. — Сухуми: Абгосиздат, 1960. — С. 85.
  4. Архитектура Восточной Европы. Средние века // Всеобщая история архитектуры. — М.: Стройиздат, 1966. — Т. 3. — С. 365.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]