Батюшков һәйкәле
Батюшков һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1987 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Вологда |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Указания, как добраться | Кремлёвская площадь |
Батюшков һәйкәле Викимилектә |
Шағир К. Н. Батюшков һәйкәле — рус. Памятник Батюшкову — рус шағиры Константин Батюшковтың скульптура момументы. Вологда ҡалаһында Кремль майҙанында ҡуйылған. Һәйкәл 1987 йылда скульптор Вячеслав Клыков проекты буйынса төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вологда ҡалаһының Кремль майҙанында 1987 йылда Сухона йылғаһы яры буйындағы сиркәү янында скульптор Вячеслав Клыков проекты буйынса Славян яҙыуы һәм мәҙәниәте көнөндә шағир Константин Николаевич Батюшковҡа һәйкәл асыла. Ваҡиға шағирҙың тыуыуына ике йәҙ йыл тулыу уңайына бағышлана. Һәйкәл бронзанан ҡойола.[1][2].
Был хеҙмәт өсөн скульптор Вячеслав Клыков И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.[3].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл композицияһы һәр береһе аллегорик мәғәнәгә эйә булған дүрт фигуранан тора: шағир Батюшков, уның аты, һыбыҙғы (свирель) тотҡан крәҫтиән ҡыҙы һәм Афина Паллада.[4].
Батюшков ат алдында тора, ҡулына ҡағыҙ төргәге тотҡан. Ул өҫтөнә хәрби мундир, аяғына кавалерия итеге кейгән. Шағир 1812 йылға Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яраланған һәм ике мәртәбә дәүләт наградаһы алған. Шиғриәт хаҡына ул хәрби хеҙмәттән китә, шуға күрә аты бойоғоп башын эйеп тора.[5].
Һул яҡтағы айырым аҫҡуймала сһыбыҙғы уйнаған ялан аяҡлы крәҫтиән ҡыҙы һүрәтләнгән. Автор шиғриәт музаһын һүрәтләгән, сөнки Константин Николаевич халыҡ йырҙарында һәр ваҡыт илһәм сығанағы тапҡан.
Һәйкәлдең уң яғында торҡа (шлем) кейгән һәм ҡалҡан тотҡан дәһшәтле Афина алиһәһе төшөрөлгән. Ул Батюшковты хәрби шиғриәт донъяһына оҙата. Һуғыш Батюшковты иллюзияларҙан мәхрүм итә. Түбән төшөрөлгән ҡалҡан Батюшковтың юғары илаһи көстәр ҡурсыуынан сығыуын аңлата.
Постаментта «К. Батюшковҡа рәхмәтле нәҫелдән» тигән һүҙҙәр яҙылған.
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урындағы халыҡ ирония менән был һәйкәлгә «Ат һәйкәле» тигән исем биргән. Вологдалар ихтирам иткән иҫтәлекле урын. Муза һәм бойоҡ ат янына туй кортеждары фотоға төшөргә киләләр. Вандализм осраҡтары ла булғылай. Ҡайһы саҡта яуапһыҙ граждандар композицияның берәй өлөшөн айырып ала. Шулай, Афина һөңгөһөн, ат өҙәңге һәм йүгәнен юғалтҡан, шағир мемориаль таҡтаһыҙ, Муза һыбыҙғыһыҙ ҡала тора.
Күрергә килеүселәр араһында хөрәфәт тә бар: «Әгәр Музының аяғындаға баш бармаҡты ыуһаң, теләгең тормошҡа аша» икән. Шуға күрә Музаның аяғындағы баш бармағы алтын кеүек ялтырап тора.[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Памятник Батюшкову — История Вологды . vologdahistory.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
- ↑ 25 лет назад на Соборной горке установили памятник поэту Константину Батюшкову - Официальный сайт Администрации города Вологды . vologda-portal.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020. 2020 йыл 9 август архивланған.
- ↑ Памятники писателям в Вологодской области . cultinfo.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020. 2020 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ Памятник К. Н. Батюшкову в Вологде . www.kaliningradgid.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
- ↑ Памятник Батюшкову: информация и фото, где находится Памятник Батюшкову . Тонкости туризма. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
- ↑ Памятник Константину Батюшкову | Добро пожаловать в Вологодскую область . vologdatourinfo.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батюшков һәйкәле (рус.)