Башкиров Михаил Владимирович
Башкиров Михаил Владимирович | |
укр. Михайло Володимирович Башкіров | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 24 сентябрь 1949 |
Тыуған урыны | Батайск, Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 февраль 1999 (49 йәш) |
Вафат булған урыны | Кагарлык[d], Киев өлкәһе, Украина |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Украина халыҡ депутаты[d][1] |
Уҡыу йорто | Луганск милли аграр университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | Верховная рада Украины 1 созыва[d] |
Башкиров Михаил Владимирович (укр. Михайло Володимирович Башкіров; 24 сентябрь 1949 йыл — 2 февраль 1999 йыл) — украин сәйәси эшмәкәре. Украинаның І саҡырылыш Юғары Радаһының халыҡ депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Владимирович Башкиров 1949 йылдың 24 сентябрендә Ростов өлкәһенең Батайск ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
1966 йылда Ворошиловоград ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. 1971 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, «Дуҫлыҡ» колхозында баш агроном булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, армиянан һуң Потриваев исемендәге колхозға баш агроном булып эшкә урынлаша. Артабан Николаев өлкәһендә Березнеговатский районының Фрунзе исемендәге колхоз идараһы рәйесе була. 1980 йылдан — Фрунзе исемендәге совхоз директоры (Николаевсадвинпром).
1982 йылдан райисполкомдың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, Березнеговатский район Советы башҡарма комитеты рәйесе була. 1987 йылдан — Украина компартияһының Березнеговатский район комитетының беренсе секретары. 1989 йылдан — агропромсовет өлкә комитеты рәйесе.
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николаев башҡарма комитетында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдың 4 мартында Николаев өлкә комитетының депутаты итеп һайлана. 1990 йылдың 8 апрелендә өлкә советының башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. 1990 йылдың 7 декабрендә Украина ССР-ында «Урындағы үҙидара тураһында» законы ҡабул ителгәндән һуң законға ярашлы бер үк ваҡытта өлкә советы рәйесе өлкә башҡарма комитеты рәйесе була. Башкиров өлкә советы рәйесе Иван Грицайҙың башҡарма эштәре буйынса беренсе урынбаҫары була. Артабан өлкә советының башҡарма комитеты рәйесе һәм башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаларын биләй.
І саҡырылыш Украина халыҡ депутаты (1990—1994 йылдарҙа)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николаев өлкәһе Снигиревский һайлау округы буйынса һайланған (292-се һанлы).
- Депутат вәкәләттәрен ҡабул иткән ваҡыты: 1990 йылдың 15 майы.
- Депутат вәкәләттәрен ҡалдырған датаһы: 1994 йылдың 10 майы.
- Парламент төркөмө:
- «Аграрниктар»
- «Социаль ғәҙеллек өсөн»
- Эшмәкәрлеге:
- Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы
1994 йылда Николаев өлкә советы рәйесен һайлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994 йылдың 26 июнендәге өлкә советы рәйесен һайлауҙарҙа Башкиров Анатолий Кинахтың дәғүәсеһе була. Кинах «за» — 47 %, «ҡаршы» — 20 % , Башкиров, — «за» — 16,4 %, «ҡаршы» −17 % тауыш йыя.
Кировоград өлкә дәүләт администрацияһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылдың октябрендә Башкиров Кировоград өлкә дәүләт хакимиәте рәйесе итеп тәғәйенләнә. Был вазифала биш ай ғына эшләп өлгөрә. Кировоград өлкәһендә комбайндарҙы сериялы етештереүгә иғтибарын бүлә.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Башкиров 1999 йылдың 2 февралендә Киев өлкәһенең Кагарлык ҡалаһы янында юл-транспорт фажиғәһендә һәләк була[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Деятельность во время І созыва (укр.). Официальный сайт Верховной рады Украины. Архивировано 11 июль 2014 года.
- Башкиров Михаил Владимирович 2014 йыл 14 июль архивланған.