Башҡортостанда нефтехимия сәнәғәте
Башҡортостанда нефтехимия сәнәғәте һәм Башҡортостандың нефтехимия сәнәғәте мәҡәләләрен берләштерергә! |
Башҡортостан нефть химияһы сәнәғәте — төбәктә нефть һәм газ сеймалын эшкәртеү менән шөғөлләнгән иҡтисад тармағы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төбәктә тармаҡтың үҫешенә 1932 йылда Ишембай ҡалаһы территорияһында нефть асыу һәм нефть эшкәртеү предприятиеһы "Башнефтехимзавод"ты төҙөү булышлыҡ итә. 1944 йылда Туймазы ятҡылыҡтарының тәрән горизонттарында девон нефтенең ҙур запасы табылған.
1936 йылда төбәктең һәм илдең көнсығышында беренсе нефть эшкәртеү предприятиеһы — Ишембай нефть эшкәртеү заводына нигеҙ һалына.
Башҡортостан Республикаһында нефть сәнәғәтен булдырыу сәйәси репрессиялар ҡыҙған, илдә «халыҡ дошмандарын» эҙләгән осорға тура килә. Хәл шуның менән дә ҡатмарлаша, нефть сығарыу буйынса план ике йылда туғыҙ тапҡырҙан ашыуға арттырып ҡабул ителгәнлектән (1934 йылда 110 мең тоннанан 1936 йылға 1 миллион тонна), ул үтәлмәй.
«Башнефть» тресының 1934 йыл планы 56,9 %, 1935 йылда 82,3 %, 1936 йылда 96,8 % үтәлә. Башҡортостан чекистары террористик ойошма схемаһын уйлап табалар, йәнәһе Өфөлә Харитонов, Ишембайҙа Ишембай промыслаһы директоры Р. Бучацкий («Башнефть» тресы идарасыһы урынбаҫары хоҡуғы менән), 1937 йылда Бучацкий «ғәйебен таный» һәм «төҙөлөштө һуҙҙым, аҡсаны туҙҙырҙым, төҙөлөш өсөн һайланған майҙансыҡ Ишембай эшселәр ҡасабаһы халҡы һаулығы өсөн хәүефле», тип белдерә. Шулай уҡ ул уның троцкистар ойошмаһына 22 кеше, шул иҫәптән «Башнефть» тресы идарасыһы Ганшин Б., ғилми тикшеренеү институты етәксеһе Г.Маркарян инә, тип күрһәтә. 1937 йылдың 25 декабрендә СССР Юғары суды хәрби коллегияһы утыҙ ике нефтсене атырға хөкөм итә һәм мөлкәтен конфискациялай. Ҡырҡтан ашыу «ҡоротҡос» азатлыҡтан мәхрүм булған төрлө срокка хөкөм ителеп (5 йылдан 20-гә тиклем) мөлкәте конфискациялана. Хөкөм ителеүселәрҙең ҡатындары ла зыян күрә, улар ҡулға алынып, 5 йылдан 10 йылға ҡәҙәр хөкөм ителәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төбәктең күп предприятиелары үҙгәртеп ҡорола. Ишембай нефть эшкәртеү заводында эвакуацияланған ҡорамалдар базаһын ҡулланып, газолин етештерә башлайҙар, яңы технологик ҡоролмалар арта. Төньяҡ-Кавказ нефть эшкәртеү заводынан күсерелгән ҡорамалдар Өфө нефть эшкәртеү заводында яңы цехтар асырға мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә заводтың ҡеүәте арта, ассортименты киңәйә һәм продукция сифаты күтәрелә, яҡты нефть продукттарын һайлап алыу яҡшыра. Бындай ыңғай үҙгәрештәр сеймал инеү сикләнгән шарттарҙа ҙур әһәмиәткә эйә була.
Эйәрсән нефть газын файҙаланыу өсөн, эшкәртелгән нефть һәм газ продукттарын ҡулланыу өсөн 40-сы йылдар аҙағында Башҡортостан Республикаһында нефтехимия предприятиелары төҙөлә башлай. 1947 йылда Яңы-Өфө, 1950 йылда Яңы-Ишембай, ә 1954 йылда Черниковка (һуңынан КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө заводы тип үҙгәртелде) нефть эшкәртеү заводтары төҙөлә. Уларға урындағы нефть промыслаларынан нефть торбалары һалына. Аҙаҡ башҡа райондарҙың нефть эшкәртеү заводтарына сей нефть ҡыуыу өсөн ҙур оҙонлоҡтағы торба магистралдәре булдырыла (Туймазы-Иркутск, Ишембай — Орск).
1955 йылда 1945 йыл менән сағыштырғанда нефть сығарыу 11 тапҡырға арта. 1955 йылдың июлендә БАССР нефть тәүлек эсендә сығарылған нефть күләме буйынса илдең бөтә нефть сығарыу райондары араһында беренсе урынға сыға. Саҡмағош һәм Шкапов нефть ятҡылыҡтары төркөмөн файҙалана башлау менән, 1958 йылда уннефть сығарыу күләме 23,1 млн т етә.
1956 йылда Өфө синтезспирт заводы сафҡа индерелде, 1955—1967 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты (ОАО «Салауат газпром нефтехим»), 1960 йылда — синтетик каучук етештереү буйынса завод.
Рубежанск химкомбинаты цехтары базаһында гербицид етештергән Өфө химия заводы булдырыла. Стәрлетамаҡта Украинанан һәм Белоруссиянан эвакуацияланып килгән сода цехы ҡорамалы ҡорола. Урындағы аш тоҙо һәм эзбизташ ресурсы базаһын ҡулланып, 40-сы йылдарҙа ҡалала сода етештереү ҡоролмаларын ҡороу башлана. 60-сы йылдарҙа Стәрлетамаҡта химзавод төҙөлгән., ә 1975 йлда Мәләүез минераль ашламалары етештереү буйынса химия заводы.
1960 йылда тармаҡта башсовнархоз ойошторолған. Улар район эсендә кооперацияны киңәйтеү эшендә , махсуслаштырылған производстволарҙы туплауҙаыңғай роль уйнай. Предприятиелар берләшә, шул иҫәптән элегерәк төрлө ведомстволарға буйһонғандары ла. Мәҫәлән, ҡулланылған сеймал, энергетика, транспорт һ. б., әммә ведомстволар айырымлығы булған Стәрлетамаҡ сода, цемент һәм шифер заводтарын башсовнархоз сода-цемент комбинатына берләштерә. Яңы- Ишембай нефть эшкәртеү заводы Салауат комбинаты составына индерелә, һәм шулай итеп, нефть химияһы комбинаты барлыҡҡа килә. Башҡортостан совнархозы буйынса бөтәһе 71 предприятие берләштергән, был хәл матди, финанс, хеҙмәт һәм предприятиенең башҡа ресурстарын рационал ҡулланырға, улар араһында бәйләнеште тәртипкә һалырға мөмкинлек биргән.
1960-90-сы йылдарҙа катализаторҙар, ҡором, лак, буяу, урман химия продукттарын, көнкүреш химияһы, һәм башҡа тауарҙарҙы етештереү ҡеүәте арта. һ. б. Төбәк буйынса 1985 йылда 1960 йыл менән сағыштырғанда продукция етештереү 22 тапҡырға арта, 1990 йылда — 23,4 тапҡыр. Тармаҡтың 21 хеҙмәтсәндәренә фиҙакәр хеҙмәте өсөн Социалистик хеҙмәт геройы исеме бирелә, утыҙҙан ашыу хеҙмәткәр Дәүләт премияһы лауреаты була.
Етештереү киңәй менән ассортимент та арта, нефтехимия ихтыяждары өсөн углеводород сеймалын етештереү арта. Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводы катализаторҙар һәм эреткестәр етештереүҙе үҙләштерә. Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында парафиндарҙы етештереү башлана. КПСС-тың XXII съезы заводы синтетик май кислоталары бирә башлай.
Тармаҡ Башҡортостан Республикаһы сәнәғәтенең 21,2 % тулайым продукцияһын етештерә (1994).
Сеймал базаһы — нефть, тәбиғи һәм эйәрсән газ, нефть һәм газ эшкәртеү продукттары. Тармаҡты үҫтереүгә, шулай уҡ яғыулыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү мөмкинлеге лә булышлыҡ итә.
90 йылдарҙа яғыулыҡ-энергетика ресурстарын етештереү кәмей, ул уртаса 15-25 % тәшкил итә. Тәбиғи яғыулыҡ (нефть, газ) сығарыу ҡыҫҡара, 2000 йылда уны эшкәртеү продукттарын сығарыу арта (автомобиль бензины, дизель яғыулығы). Был яңы технологияларҙы үҙләштереү процессы менән бәйле. Тармаҡ предприятиелары приватизациялана һәм хужаларҙы бер нисә тапҡыр алыштыра. Башҡортостан республикаһы хөкүмәте нефть химияһы предприятиеларын "Башнефтехим"холдингы аша контролдә тота. «Салауатнефтеоргсинтез» предприятиеһы тәүҙә Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағында һәм «Башнефть» нефть компанияһында ышаныслы идаралыҡта була. Һуңынан 2007 йылда бурысы өсөн акцияларының контроль пакетын һатып алған Газпромға тапшырыла. Һөҙөмтәлә предприятиеның исеме «Салауат газпром нефтехим» итеп үҙгәртелә.
2000 йылда тармаҡ предприятиелары бензин сығарыу менән бәйле етештереү даими яңыртылып бара, Евро-3, Евро-4, Евро-5 стандартындағы дизель яғыулығы, яңы төр продукция сығара.
Башҡортостан нефть запасы кәмеү менән тармаҡ предприятиеләре алдында сеймал проблемаһы киҫкен тора. Әлеге ваҡытта нефть һәм газ көнбайыш Себер, Ҡаҙағстандың Карачаганак нефтегазоконденсат ятҡылығынан һәм Башҡортостандың Арлан, Туймазы һәм Саузбаш ятҡылыҡтарынан үткәргес торбалар буйлап килә.
Предприятиелар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эре нефть химияһы сәнәғәте предприятиелары: ААЙ «Салауат Газпром нефтехим», Өфөоргсинтез, «Башҡортостан сода компанияһы»[1] һәм «Авангард» Стәрлетамаҡ предприятиелары , Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы «Химпром», Башнефть-Өфөнефтехим, «Башнефть» АНК[2], Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, «Минудобрение» Мәләүез производство берекмәһе[3] һәм башҡалар.
Регионда 2011 йылда етештергән төп нефть продукттары тәшкил итә: автомобиль бензины — 5,22 млн т; дизель яғыулығы — 9,55 млн т; мазут — 4,39 млн т; авиакәрәсин — 0,07 млн т[4].
Фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төбәктә тармаҡ белгестәрен Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ), һәм Салауат ҡалаһындағы филиалы әҙерләй. Нефтехимия мәсьәләләре менән Органик химия институты (Рәсәй фәндәр академияһы ОХИ), шөғөлләнә, РФА-ның нефтехимия һәм катализ институты (Рәсәй фәндәр академияһы НКИ), Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы химия-технология фәндәре бүлеге[5].
Тармаҡтың билдәле белгестәре:
- Джемилев Усеин Меметович — химик-органик, химия фәндәре докторы (1978), профессор, РФА ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы — химик-органик, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһывице-президенты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы, химия фәндәре докторы), профессор.
- Гимаев Рәғиб Насретдин улы — Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы.
Баҫма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт химия журналы (4 тапҡыр сыға).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Газпром нефтехим Салават». Энциклопедия. Уфа. Изд. Башкирская энциклопедия. 2013.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- Рахманкулов Д. Л. и др. «История создания и развития химической и нефтехимической промышленности республики Башкортостан». В 4 томах.
- Т. 1. Основные процессы и продукты предприятий нефтехимического комплекса.- М.: Интер, 2007.- 398 с.
- Т. 2. Стерлитамакское ЗАО «Каустик» (предпосылки создания, начальные этапы становления).- М.: Интер, 2006.- 200 с.
- Т. 3. Исторические этапы создания, становления и развития производственного комплекса по получению хлорорганических продуктов в составе Стерлитамакского химического завода.- М.: Интер, 2008.-248 с.
- Т. 4. Технологические особенности производственного комплекса хлорорганических продуктов на Стерлитамакском ОАО «Каустик».- М.: Интер, 2008.- 480 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://encycl.bash-portal.ru/him_prom.htm(недоступная ссылка)
- http://journalufa.com/6010-bashkirskaya-neft-i-ee-chernyy-den.html 2017 йыл 8 октябрь архивланған.
- http://ru.znatock.com/docs/index-25069.html 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
- http://www.14000.ru/integrated/files/Oil_Rus.pdf 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Стерлитамакское Производственное Объединение 2013 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ Компания
- ↑ Мелеузовское Производственное Объединение Минудобрения 2013 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ Нефтяная и нефтеперерабатывающая промышленность Республики Башкортостан 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан — Отделение химико-технологических наук