Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан (сауҙа үҙәге)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сауҙа үҙәге
«Башҡортостан»
«Башҡортостан» сауҙа үҙәге, ААЙ
«Башҡортостан» сауҙа үҙәге, ААЙ
Ил Башҡортостан
Адрес Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 205а
Төҙөлөшө 19791987 йылдар
Статус ААЙ
Сайт Рәсми сайт

1987

«Башҡортостан» сауҙа үҙәге Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан. 1987 йылдың 31 октябрендә асылған[1].

1979 йылда нигеҙ һалына. 1987 йылда файҙаланыуға тапшырыла һәм 31 октябрендә асылған. 1994 йылда Башҡортостан сауҙа үҙәге хәҙерге статусын ала.

Аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары (50 меңдән ашыу төр) менән ваҡлап-күмәртәләп сауҙа итеүҙе, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһын етештереүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра, 90-ға яҡын өҫтәмә хеҙмәт күрһәтә. Дөйөм майҙаны 36 мең м² булған бинаны биләй, шул иҫәптән сауҙа залдары — 11,7 мең м², склад бүлмәләре — 5,4 (һыуытылғандары — 0,4).

Составы: 2 универсаль магазин, йәмәғәт туҡланыуы комбинаты (ресторан, кафе, бар, ашхана); 4 мең берәмектән ашыу сауҙа-технологик һәм һыуытыу ҡорамалы, 1000 еңел автомобилгә автотуҡталҡаһы бар. 2010 йылда 400‑ҙән ашыу кеше эшләгән. «Башҡортостан» хеҙмәттәре менән көн һайын 10—20 мең кеше файҙалана.