Башҡорттарҙың ҡунаҡ этикеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт ҡунаҡ этикеты — башҡорт халҡының йола рәүешен алған ҡунаҡсыллыҡ ҡалыптары.

Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы һәм шуға бәйле тәртип нормалары ярымкүсмә башҡорттарҙың ҡырыҫ йәшәү шарттарына бәйле булған. Тормош ауырлыҡтары һәм төрлө ҡаршылыҡтар үҙ-ара ярҙамсыллыҡ һәм хеҙмәттәшлектә ҡунаҡсыллыҡ саралары ярҙамында еңеп сығылған. Ҡунаҡсыллыҡ алыҫтарға оҙайлы сәфәрҙәргә йөрөү мөмкинлеген биргән. Кешеләр ҡуналҡа һәм аҙыҡ табыу тураһында ҡайғырмаһа ла булған.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт ҡунаҡсыллығы дәрәжәһе түбәндәге факторҙарға бәйле булған: саҡырылған ҡунаҡмы ул, саҡырылмағанмы, таныш түгел, таныш йә туғанмы. Таныштар һәм туған-тыумасаға ҡарата әҙәп нормалары әллә ни аныҡ булмаған. Саҡырылмаған ҡунаҡтарға айырыуса хөрмәт күрһәткәндәр (уны Раббы фәрештәһе йә Хызыр Ильяс булыуы ихтимал тип ҡарағандар).

Ҡунаҡ саҡырғанда теүәл ваҡыты әйтелмәгән.

Мәжлесте асҡанда ла, япҡанда ла доғалар уҡылған.

Ҡунаҡтарҙы табынға ултыртып һыйлағандар. Тәүҙә ҡулдарҙы йыуҙырғандар, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ айырым ултырған. Ҡунаҡтарҙың статусы ла иҫәпкә алынған: алыҫтан килгән йә иң хөрмәтле ҡунаҡтарға түрҙән урын бирелгән. Ит ризыҡтарынан һуң ҡулды һәм ауыҙҙы сайыу ҡаралған. Хужа табынға иң һуңғы булып килеп ултырыр булған. Шаулашмай ғына ашағандар. Иң аҙаҡтан ҡайнар сәй эселгән. Һыйлағанда бал балы, ҡымыҙ кеүек эсемлектәр тәҡдим ителгән, эскәндә маҡтау һүҙҙәре, рәхмәттәр әйтелгән.

Хушлашҡанда ҡунаҡтарға бүләктәр һәм күстәнәстәр бирелгән. Айырыуса имсәк балаларға бүләк биреү мотлаҡ һаналған. Бүләккә яулыҡ, таҫтамал, туҡыма, уйынсыҡ бирелер булған.

Һынамыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт ҡунаҡ этикетында ҡунаҡ килеренә ишара иткән юрауҙар ҙа булған: өйҙә өҫтән епсәһе буйлап үрмәксе төшөп килеүе, ҡапыл йоҡоға тартыу, бесәйҙең ишек төбөндә йыуынып ултырыуы, баланың туңҡайып аяғы араһынан ишек яғына ҡарап тороуы, танау осо ҡысытыу, өҫтәлгә артыҡ ҡалаҡ ҡуйылыу, ҡалаҡ төшөп китеүе.

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡунаҡсыллыҡ тураһында ҡарата мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар: «Йылы һүҙең, ихлас йөҙөң булһын», «Йылмайған йөҙ менән йылы сәй булһа, ҡунаҡҡа тағы ни кәрәк», «Балың булмаһа ла, телең балдай булһын», «Һыйлағанда һыу эс».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бикбулатов Н. В. Башкиры // Семейный быт народов СССР. — М.: Наука, 1990.
  • Бикбулатов Н. В., Фатыхова Ф. Ф. Семейный быт башкир. ХIХ — ХХ вв. -М.: Наука, 1991.
  • Валеев Д. Ж. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989.
  • Кузбеков Ф. Т. История культуры башкир. — Уфа: Китап, 1997.
  • Мурзабулатов М. В. Культура башкир. — Уфа: Гилем, 2000

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Традиционный этикет в башкирской семье