Эстәлеккә күсергә

Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы (Октябрь революцияһына тиклемге осор) (Б.Х.Юлдашбаев)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы
Атамаһы История формирования башкирской нации (дооктябрьский период)
Автор Юлдашбаев Билал Хамитович
Нәшер итеүсе Китап
Нәшер ителеү ваҡыты 1972

Эше бөтмәгән, конфликт булмаһын өсөн ҡалып ҡуйылманы

Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы (Октябрь революцияһына тиклемге осор) — башҡорт, СССР, Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре докторы Билал Хәмит улы Юлдашбаевтың Башҡортостан тарихына бәйле китабы[1].

Ғалим-тарихсы Б. X. Юлдашбаевтың[2] был китабы башҡорт милләте тарихының социаль-этник яғына арналған. Унда тәүге тапҡыр Башҡортостан тарихының мөһим һәм принципиаль мөһим яҡтарының береһе — ерле халыҡ- башҡорттарҙың милләт булып формалашыу процесы (1917 йылға тиклем) яҡтыртыла. Китап тарихсы-ғалимдар, студенттар, журналистар һәм башҡа китап һөйөүселәр өсөн тәғәйенләнгән.

Китап тәүге тапҡыр 1972 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарында үҙ милләтен атағандар араһында башҡорттар нисбәте (2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу материалдары буйынса).

Тарих фәндәре докторы Б. X. Юлдашбаевтың был китабы башҡорт милләте формалашыуҙың социаль-этник мәсьәләләренә арналған. Унда Башҡортостан тарихының мөһим яҡтарының береһе — 1917 йылға тиклем башҡорт милләте формалашыу процесы күҙәтелә.

Китап өс бүлектән тора. Беренсе бүлек «Башҡорттарҙың халыҡ һәм милләт булып этно-лингвистик ойошоу тарихы» ( «История этно-лингвистической консолидации башкир в народность и нацию»), икенсеһе- «Башҡорт милләте формалашыу социаль-иҡтисади тарихы» («Социально– экономическая история формирования башкирской нации»), өсөнсөһө- «Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы» ( «История формирования башкирской нации»)[1]..

Беренсе бүлектә тарихсы рус яҙыусылары мәғлүмәттәре (М.В.Лоссиевский, Н. А. Гурвич, Н. Л.Скалозубов, А. Калачев, С.Сомье һ.б.) халыҡ иҫәбен алыу материалдарына нигеҙләнеп, XIX быуат аҙағы– XX быуат башына башҡорт халҡының һан яғынан кәмемәүен, ә бер нисә быуат эсендә артыуын күрһәтә. Тотороҡло этно-демографик үҫеш башҡорт халҡының милләт булып формалашыуы өсөн төп нигеҙ булып тора[1]..

Китапта Б.Х.Юлдашбаев тарафынан милли территория мәсьәләләре, милләттең этнолингвистик берләшеүе һәм рухи формалашыуы, проблеманың социаль-иҡтисади яғы, Октябрь революцияһы мәленә башҡорт халҡының милләт булараҡ ойошоуы һәм мәҙәни-иҡтисади үҫештең ниндәй кимәлдә булыуы мәсьәләләре ҡарала. Проблеманың социаль-сәйәси яғы ҡыҫҡаса ғына итеп һүрәтләнә һәм мәсьәләне тулыһынса яҡтыртмай.

Тикшеренеүҙең аныҡ-тарихи материалын автор милләт проблемаһының дөйөм теоретик — фәлсәфәүи аспекты менән органик бәйләнештә тәҡдим итә.

«Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы (Октябрь революцияһына тиклемге осор)» 1972 йылда сыҡҡандан һуң, ул тарихсылар, журналистар, партия һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙыра[3]. Ғалим төрлө яҡлап тәнҡит утына тотола.

Китаптың әһәмиәте шунда- унда тәүге тапҡыр Башҡортостан тарихының мөһим һәм принципиаль яҡтарының береһе — төбәктең ерле халҡы- башҡорттарҙың милләт булып формалашыу процесы (1917 йылға тиклем) яҡтыртыла.

Китап тураһында фекерҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Юлдашбаев Б.Х. История формирования башкирской нации (дооктябрьский период).– Уфа: Башкирское книжное издательство, 1972. — 336 с.

Юлдашбаев Билал Хамитович(недоступная ссылка)

Ф.Даминдарова,Г.Исмагилова. Опыт российского значения