Башҡорт телендә морфонология
Башҡорт телендә морфонология — башҡорт тел ғилеменең һүҙ үҙгәреү, форма яһалыу һәм һүҙ яһалыу барышында үҙ-ара йоғонто яһашҡан төрлө типтағы морфемаларҙың фонологик структураһын өйрәнеүсе киҫәге.
Морфоноло́гия ("морфофонология" тигән һүҙҙең ҡыҫҡартылған варианты), шулай уҡ морфофонология, фономорфология — тел белеменең бер киҫәге, теге йәки был телдең фонемалар төҙөлөшө һәм составы, морфемаларының вариантлашыуы законсалыҡтарын, йәғни был телгә хас булған морфонологик күренештәр тупланмаһын өйрәнә. Инглиз телендә яҙылған хеҙмәттәрҙең күбеһендә (ҡайһы берҙә — урыҫ телендәгеләрҙә лә) морфонология морфофонемика (morphophonemics) тип йөрөтөлә.
Морфонологияның төп структураларын морфонемалар тәшкил итә. Ә морфонемалар — төрлө морфемаларҙың һүҙҙәрҙә бер-береһен алмаштырырға һәләтле фонемаларҙан торған варианттары ул.
Морфонемалар төҙөлөшө, фонемаларҙың типтары, һүҙҙәге урыны һәм башҡа билдәләр менән айырыла.
Башҡорт телендә морфонологик күренештәрҙең 4 төрө айырып йөрөтөлә:
- фонемаларҙың сиратлашыуы; был төргә һүҙ структураһындағы сиратлашыусы морфонемалар инә; һуҙынҡы морфонемаларҙың сиратлашыуы сингармонизм законына бәйле; тартынҡыларҙың сиратлашыуы — тамыр морфемаларының башында һәм аҙағында: [ҡ]ырын-[м]ырын ([ҡ—м]); я[п] — я[б]ыу ([п—б]) һ.б., шулай уҡ аффикстарҙың башында һәм аҙағында осрай, мәҫәлән: заман[д]аш — яу[ҙ]аш ( [д— ҙ]), ҡуйҙы[ҡ] — кейҙе[к] ([ҡ —к]); сиратлашыу осраҡтарының күбеһе ассимиляция һөҙөмтәһе булып тора;
- нигеҙҙәрҙең киҫелеүе; был төргә һуҙынҡыларҙың сифаты һәм һаны үҙгәреү хас: ха[лыҡ] — ха[лҡ]ым, ал[ты] — ал[тм]ыш, һа[ры] — һа[рғ]ылт һ.б., редупликация осрағында беренсе һүҙҙең бер өлөшө үҙгәрә, мәҫәлән, ту[п]-ту[лы], йо[п]-йо[мро] һ.б.; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә аҙаҡтағы [д], [т] төшөп ҡала: пое[зд] — пое[зғ]а, вла[ст’] — вла[сҡ]а һ.б., алмаштарҙа [л], [н] юғалтыла, мәҫәлән, у[л] — у[н]ы, ми[н] — ми[ң]ә һ.б;
- морфемаларҙың күбәйеүе; был төргә ҡараған сораҡтарҙа морфемалар араһына өҫтәмә морфема килеп инә, мәҫәлән, ике-[ш]-әр, оло-[ғ]-ай, кеҫә-[һ]-е, әбей-[һ]әбей һ.б.;
- фонемаларҙың берләшеүе; был төргә ҡараған осраҡтарҙа бер төрлө фонемаларҙың береһе төшөп ҡала, мәҫәлән, ҡапҡа артында — ҡапҡ[а]ртында, ҡарағас — ҡар[а]ғас, артистар — артис[т]ар һ.б.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Морфемика, словообразование и морфонология башкирского языка». Уфа: Гилем, 2006
Юлдашев А.А.«Грамматика современного башкирского литературного языка». М.: Наука, 1981. — 495 c.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Формообразование и словоизменение в башкирском языке (функционально-семантический аспект) 2014 йыл 21 март архивланған.
- Г. Р. Абдуллина, К. Г. Ишбпев. Морфонология . ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 23 апрель 2017. 2017 йыл 24 апрель архивланған.