Эстәлеккә күсергә

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты (Әхмәтзәки Вәлиди)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт халҡына хушлашыу хаты
Атамаһы Башҡорт халҡына хушлашыу хаты
Автор Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1960
Баҫылған мемуар һәм Хәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди)

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты — XX быуат башындағы башҡорт милли хәрәкәтенең етәксеһе Әхмәтзәки Вәлидовтың[1] башҡорт халҡына 1923 йылда эмиграцияға китер алдынан яҙған хаты. Был уның хушлашыу хаты ғына түгел, ә үҙенең көрәштәштәре менән ҡылған ғәмәлдәрен аңлатыу һәм халыҡҡа күрһәтмә тип тә һанарға мөмкин. Хат 1960 йылда Вәлидиҙең Төркиәлә баҫылып сыҡҡан «Хәтирәләр» китабында тәүге тапҡыр донъя күрә.

Хат Башҡортостанға башта 1920-се йылдарҙа йәшерен юл менән ҡайтарыла. Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Китап» нәшриәтендә «Хәтирәләр» китабында 1994 йылда рус телендә баҫтырыла.

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты» 1923 йылдың февралендә Ашхабад ҡалаһында яҙылған[2]. Уны нәшер итеү мөмкинлеге булмай. Ике көндән Вәлиди сик аша Иранға сығып китә. Ә хатты ул Башҡортостанға ҡайтып барыусы ике кеше аша ебәрергә ҡарар итә. Шаһвәли исемле кешенең итек ҡунысына йәшереп, хатты Башҡортостанға алып ҡайтып еткергәне, хатты ҡайһы бер башҡорт кешеләре уҡып өлгөрөүе тураһында Вәлиди 1943 йылда ғына Германиялағы әсирҙәрҙән ишетә.

Әхмәтзәки Валидов, Абдулкадир Инан (Фәтхелҡадир Сөләймәнов), Ғәлимйән Таған (Тағанов)

Хаттың күсермәләрен башҡа мөһим документтар менән бер төркмән сауҙагәренә тапшырып, уға Иранға барып еткәс, Мәхмәдабадҡа алып барырға ҡушалар.

Яҙылыу ваҡытынан һуң етмеш йыл самаһы ваҡыт үткәс кенә мөрәжәғәтнамә башҡорт халҡына барып етә, З. Вәлидиҙең «Китап» нәшриәтендә 1994 йылда ғына баҫылған «Хәтирәләр» китабында донъя күрә.

Хатта юлбашсы башҡорт халҡын хәҙерге ваҡытта баш күтәреү милләт өсөн зыянға ғына булыр тип иҫкәртә. Балаларҙы уҡытырға, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү кәрәклеген айырып яҙа. Кооперативтарға инеп, социализм аппаратында нығыныу, «милләткә шул юлда хеҙмәт итеүҙе вазифа итеп үҙ өҫтәренә алыу теләген эшлекле кешеләр күңеленә һеңдереү тураһында 1919 йылдың авгусында Стәрлетамаҡтағы йыйылышта ла һөйләгәйнем», ти. Тел һәм динде һаҡлау өлкәһендә ғәйәт күп көс сарыф ителер, сөнки был өлкәләрҙә бер төрлө лә ойошма йәшәтеп булмаҫ, тип борсолоп иҫкәртә.

Өйҙә балаларға башҡорт халҡының үҙ хоҡуҡтары өсөн 1917—1921 йылдарҙағы көрәше тураһында һөйләргә өндәй[3]. Беҙ «Башҡортостанда милли хәрәкәтте законлы рәүештә йәйелдерҙек, ҡоролтайҙарҙың ҡарары буйынса милли ғәскәр төҙөнөк, асыҡтан-асыҡ көрәштек, милли матбуғатта, мәктәптәрҙә фекеребеҙҙе асыҡ һөйләнек», тип хатында айырып әйтә.

Ул үҙе тураһында был эш бик хәүефле булһа ла, милләтебеҙҙең хоҡуҡтарын һәм хөрриәтен һаҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем, ти[3].

Вәлиди Башҡортостанда тулы хоҡуҡлы дәүләт булдыра алмағанға, Төркөстандағы көрәштең дә әлегә тейешле маҡсатҡа ирештермәгәненә үкенес белдерә һәм көрәште дауам итер өсөн сит илгә сығып китергә мәжбүр булыуы тураһында яҙа.

Туған халҡының киләсәге өсөн борсолған юлбашсы халыҡты сабырлыҡҡа, рух ныҡлығына өндәй:

« Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүемдәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткән, әммә хөрриәт ҡаҙанған. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтөн баҡсаға таралыр.

1917—1922 йылдар беҙгә күтәрелергә форсат биргән хәлдә лә хәрәкәтһеҙ ҡалһаҡ, ҡабаттан шундай уҡ форсаттарҙан файҙаланыуы ҡыйын булыр ине. Хәлбуки, был форсат ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам итһә лә, файҙалана алдыҡ. Беҙ башҡарған эштәр Кесе Солтан, уның улы Морат Солтан, Бишәй Солтан, уның улы Ырыҫмөхәммәт Солтан, Солтангәрәй (Ҡараһаҡал), Батырша, Салауат, Аблай һәм Кинесары хаҡындағы хәҙистәр кеүек бөйөк хәтирәләр йәшәтәсәк. Был көрәш барышында ижад ителгән шиғырҙар, бәйеттәр оноторлоҡ түгел. Әлбиттә, дошман уларҙы оноттороу өсөн ҙур ғәйрәт сарыф итер…Тик хәҙерге көндә ҡотолғоһоҙ күренгән, террорға ҡоролған хакимлыҡ милләтебеҙҙе өмөтһөҙлөккә төшөрмәһен. Иманыбыҙ һәм азатлыҡҡа булған мөхәббәтебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт ҡотолоу юлдарына саҡырыр һәм алға өндәр.

»

Әхмәтзәки Вәлидиҙең башҡорт халҡына яҙған хаты һуңлап булһа ла халҡына барып етте. Төрлө дәүерҙәрҙәге кеүек үк бөгөн дә башҡорт халҡы төрлө һынауҙарға дусар була. Халҡыбыҙ алдында ҡалҡып сыҡҡан ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн берҙәмлек, ихтыяр көсө, айыҡ аҡыл, рух ныҡлығы кәрәк. Ошондай мәлдә беҙ, Вәлиди әйткәнсә, аҡтамыр кеүек үҙ-үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалырға, халҡыбыҙҙың ҡиммәттәрен түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға еткерергә тейешбеҙ.

  • Ахметзаки Валиди Тоган. Не сочтите за пророчество: письма, обращения, выступления. / Сост. А. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 1998. — 192 с. — ISBN 5-295-02244-7.