Эстәлеккә күсергә

Баязитов Мөхәммәтсафа Атаулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәммәтсафа Баязитов
Мөфтөй, Ырымбур дини мосолман йыйылышы рәйесе
1915 йылдың 28 июле — 1917 йылдың 22 марты
Алда килеүсе: Мөхәммәтйәр Солта́нов
 
Тыуғандағы исеме: Мөхәммәтсафа Ғатаулла улы Баязитов
Тыуыуы: 21 апрель 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург ҡалаһы
Вафаты: 26 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (60 йәш)
СССР, Ҡазан ҡалаһы
Ерләнгән: билдәһеҙ
Атаһы: Ғатаулла Баязитов
Әсәһе: Биби-Әзизә Сәйфелмөлөкова
Супруга: Зөләйха Рәхматулла ҡыҙы Хәлитова
Балалары: Ләйлә,Вәлиҙә,Биби-Сара,Искәнйәр,Мөхәмәт-Саит
 
Наградалары:

Баязитов Мөхәммәтсафа Атаулла улы (21 апрель 1877 йыл — 26 декабрь 1937 йыл) — дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Нур» гәзитен нәшер итеүсе, Ырымбур дини мосолман йыйылышының (Ырымбур мосолман диниә назараты) һуңғы мөфтөйө. Рәсәйҙә беренсе рәсми мосолман ойошмаһы рәйесе — мөфтөй күҙәтеү, мәсеттәр төҙөү, никах теркәү, мөлкәт бүлеү, мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен дөрөҫ үтәлешен тикшереү эше менән шөғөлләнә. Репрессияланған, үлгәндән һуң аҡлана[1].

Мөхәммәтсафа Атаулла улы 1887 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Ғатаулла Баязитов ғәиләһендә тыуған. Ҡазан ҡалаһындағы «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһендә белем ала һәм Петербург университетының көнсығыш телдәре факультетын[1] тамамлай.

Атаһы вафат булғандан һуң Петербургҡа 2-се мәхәлләгә имам булып эшләргә килә, һуңынан С.-Петербургтың һәм Петербург хәрби округының ахуны булып киткән. Хәрби уҡыу йорттарының, Рәсәй сит ил эштәре министрлығының тәржемәсеһе була һәм «Нур»[1] гәзитен баҫтырыуҙы дауам итә.

1914 йылда генерал Шәйех-Али менән бергә «Тура юл» бөтә Рәсәй мосолмандар союзына нигеҙ һалыусы була. Замандаштарының (Мөхәммәт Котлуғ, Әхтәмов Ибниәмин, Исхаҡ Ғаязи, Муса Биһи һ. б.) фекерҙәре буйынса был союз «ультраконсерватив» һәм хатта ҡара груһсылар позицияһы ҡарашлы була, ә шулай уҡ Һаҡлау бүлексәләре менән бәйле булған[1].

1915 йылда Солтанов Мөхәммәтйәр Мөхәмәтшәриф улы үлгәндән һуң Ырымбур мосолман дини йыйылышына мөфтөй итеп тәғәйенләнә, әммә мосолман элитаһы уны кире ҡаға. 1916 йылда Петроградта мосолман фракцияһы янында бюро ойошторола, ул ваҡыт үтеү менән Рәсәй мосолмандарының берҙән-бер законлы вәкәләте була. Февраль революцияһынан һуң Мөхәммәт-Сафа мөфтөй вазифаһынан Өфө мосолман лидерҙары тарафынан бушатыла һәм ошаҡ һөйләп йөрөүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына һәм өйҙәге тотҡонлоҡҡа урынлаштырыла[1].

1918 йылдан алып Петроград мәсете имамы. Совет власы йылдарында ул осраҡлы эш хаҡына йәшәй. «Оло террор» йылдарында репрессиялана. 1937 йылдың 26 декабрендә атып үлтерелә. «Хрущев иреүе» йылдарында [1] үлгәндән һуң аҡлана.

  • А. Хабутдинов. Российские муфтии: от екатерининских орлов до ядерной эпохи (1788–1950) / отв. ред. Дамир Ваисович Мухетдинов. — Н.-Новгород: Махинур, 2006.
  • Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998.