Баянов Илмир Мәсүил улы
Баянов Илмир Мәсүил улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Саҡмағош районы, Саҡмағош ауылы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
физик |
Баянов Илмир Мәсүил улы (1 ғинуар 1966 йыл) — ғалим-физик. Физика-математика фәндәре докторы (2008).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илмир Мәсүил улы Баянов 1966 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында тыуған.
1983 йылда Саҡмағош ауылының 1-се урта мәктәбен[1], 1989 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай[2].
1992 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, 1996 йылдан дөйөм физика кафедраһы мөдире; 2009 йылдың ноябренән — Германияның Вольфсбург ҡалаһының Ғәмәли фәндәр университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты дәрәжәһенә «Генерация и усиление фемтосекундных широко перестраиваемых импульсов сверхсильного светового поля» диссертацияһын яҡлай.
1995 йылда Бөрө педагогия институтының дөйөм физика кафедраһы мөдире итеп һайлана. 1997 йылда кафедра доценты исемен ала. 2007 йылда «Атмосфераның ер өҫтөндәге ҡатламында күп фазалы ташландыҡтарҙың динамикаһы» докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2007-2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалының физика һәм ер төҙөлөшө кафедраһын етәкләй[3].
2009 йылда А. Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университетына йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙҙәре кафедраһы профессоры вазифаһына инә.
2009 йылда Немец академик алмашыуҙар йәмғиәтенең (DAAD) Германияға стажировкаға барыу өсөн стипендияһына эйә була. Шул ваҡыттан алып, Ҡазан милли тикшеренеү техник университеты профессоры булараҡ, электрохимия өлкәһендә Брауншвейг техник университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә[4].
Фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күп фазалы ағымдар механикаһы, атап әйткәндә, ауыр газдарҙың Ерҙең өҫкө йөҙө буйлап таралыуы, атмосферала углеводород ҡалдыҡтарының таралыуы һәм ер өҫтөндәге объекттар менән сикләнгән арауыҡта газ һәм һауа ҡатышмаһының үҙенән-үҙе тоҡанып китеүе законлыҡтары.
- Ағымлы электролитлы аккумулятор батареяларының яңы типын тикшереү һәм булдырыу.
Публикациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bayanov I.M., Gordienko V.M., Zvereva M.G., Magnitskiĭ S.A., Tarasevich A.P. Highly stable picosecond YAG:Nd3+ laser with a negative feedback (инг.) // Soviet Journal of Quantum Electronics. — 1989. — В. 8. — Т. 19. — С. 994—996. — DOI:10.1070/QE1989v019n08ABEH008662
- Bayanov I.M., Danielius R., Heinz P., Seilmeier A. Intense Subpicosecond Pulses Tunable Between 4 μM and 20 μM Generated by an All-Solid-State Laser System (инг.) // Optics Communications. — 1994. — Т. 113. — № 1—3. — С. 99—104.
- Баянов, И. М. Поведение облака выбросов с большим влагосодержанием в приземном слое атмосферы / И. М. Баянов, И. Р. Хамидуллин, В. Ш. Шагапов // Теплофизика высоких температур : журн. — 2007. — Т. 45, № 2. — С. 267—276. — УДК 551.511 + 533(G).
- Баянов, И. М. Автомодельная задача о диффузионном перемешивании парогазокапельных систем / И. М. Баянов, И. Р. Хамидуллин, В. Ш. Шагапов // Прикладная математика и механика : журн. — 2008. — Т. 72, № 4. — С. 613—624.
- Cloud Formation (инг.) / Bayanov Ilmir Masuilovich. — New York, United States: Nova Science Publishers Inc, 2011. — ISBN 9781612095271.
- Bayanov I. M., Vanhaelst R. The Numerical Simulation of Vanadium Rerox Flow Batteries (инг.) // Journal of Mathematical Chemistry. — 2011. — Т. 49. — № 9. — С. 2013—2031. — DOI:10.1007/s10910-011-9872-x
- Rudolph S., Bayanov I. M., Schröder U. On-line Controlled State Of Charge Rebalancing In Vanadium Redox Flow Battery (инг.) // Journal of Electroanalytical Chemistry. — 2013. — Т. 703. — С. 29—37.
- И. М. Баянов, И. К. Гималтдинов Ученый и гражданин // Tatarica. — 2014. — № 2. — С. 241—246. — ISSN 2311-2042.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халыҡ-ара фәнни фонд премияһы (1993).
- Йәш ғалимдар өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы стипендиаты (1997).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Музей школы №1
- ↑ Выпускники физического факультета МГУ им. М. В. Ломоносова 1953—2003 гг. / под ред. проф. В. И. Трухина. — Выпускники вузов России. — М.: Мир, 2003. — 352 с. — 2000 экз. — ISBN 5-03-003550-8.
- ↑ Баянов И. М. Зав.кафедрой общей физики в Бирском филиале БГУ
- ↑ Баянов И. М. - Научная лаборатория «Прикладная математика и механика сплошных сред»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баянов Илмир Мәсүил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2021)