Баҡра
Баҡра | |||||||||||||||||||||
![]() Ябай баҡра — Баҡралар ырыуының типик төрө. Сәскә атыусы үҫемлетең дөйөм күренеше | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||
Githago Adans. (1763)
| |||||||||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||||||||
|
Баҡра — (Agrostemma), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Ботаник яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бер йыллыҡ йомшаҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 30—80 см. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, ҡыяҡ йәки ҡыяҡ‑ланцет. Сәскәһе ҡуйы ал, һабаҡ осонда, яңғыҙ һәм эре. Тоташып үҫкән каса япрағы 10 ҙур һеңерсәле һәм 5 ҡыяҡлы. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — бер оялы оҙонса көршәк формаһындағы ҡумта, июль—октябрҙә өлгөрә.
Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баҡра һирәкләп республиканың төньяҡ райондарында осрай. Яҙғы культураларҙың, һирәгерәк ужым культураларының ҡый үләне. 3 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда сәсеү баҡраһы үҫә.
Файҙаланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ағыулы үҫемлек. Декоратив үҫемлек. Составында кумариндар, сапониндар, стероидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1840-ba-ra(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лазьков Г. А. Семейство гвоздичные (Caryophylleae) во флоре Кыргызстана. — М.: Т-во науч. изд. КМК, 2006. — ISBN 5-87317-319-2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баҡра — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2010)
- Куколь, растение // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2010)
- Куколь в Биологической энциклопедии (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2010)
- Агростемма в Энциклопедии декоративных садовых растений (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2010)