Баҡты (йылға)
Баҡты | |
Ҡайҙа ҡоя | Ғөмбәй |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Кәртәле районы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 335 метр |
Баҡты (рус. Бахта) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәртәле районындағы йылға.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡты - рус. Бахта - Силәбе өлкәһенең Кәртәле районындағы Ябыҡ (Джабык) тимер юл станцияһынан 2 км төньяҡтараҡ урынлашҡан йылға[2].
Координаттары 53.277060, 59.765042 [3]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға ҙур булмаған оҙонса һаҙлыҡтан башлана. Ғөмбәй йылғаһына Агаповка һәм Нуғайбәк райондары сикләшкән ерҙә тамағынан 59 км-ҙа һул ярынан ҡушыла.
Баҡты - Ғөмбәй йылғаһының ҡушылдыҡтары араһында ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Оҙонлоғо 51 км.
Үҙәндәре һөҙәк, йырҙа тарайған урындарҙа бер аҙ текә.
Үҙәненең киңлеге 0,3— 0,5 км, үләнле, урыны менән һаҙмырт.
Йырҙаһының киңлеге башында 3—3,5 м, тәрәнлеге 0,5 м; урта өлөшөндә - 5—8 м, тәрәнлеге - 0,5—1,5 м; тамағына табан - 10—15 м, тәрәнлеге 1,5 м.
Ағым тиҙлеге 0,1—0,3 м/с.
Һыуының күләме йылына 0,43 м³/с тәшкил итә.
Ҡоролоҡ йылдарында йылға кибә, ҡышын туңа.
Һыуы яуым-төшөм иҫәбенә тулылана [2]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов гидронимды былай тип аңлата:
Бахта (Бай-Бахта), речка, левый приток Гумбейки, (Агаповский район) бассейн Урала. От именования казахского рода, обитавшего в бассейне речки, в основе которого тюркское личное мужское им Байбакты составленное словами: бай — «богатый», «господин» и бакты — «взглянул», «посмотрел», «пожаловал», т. е. «богатый появился или родился». От пожелания родителей богатства и знатности своему ребенку.[4].[5].
Әйтергә кәрәк, Байбаҡты һәм Баҡтыбай исемдәре башҡорт халҡында ла бар [6].
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Река Бахта
- ↑ Река Бахта
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 30-сы бит
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 30-сы бит
- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7