Эстәлеккә күсергә

Баҡы телебашняһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҡы телебашняһы

Баҡы телебашняһы (Әзербайжан Баку)
Точка
Баҡы картаһында телебашня
Торған урыны Азербайжан Әзербайжан, Баҡы
Төҙөлөш 19791996
Ҡулланыу Теле- и радиовещание, ретрансляция
бейеклек
Антенна / осло ҡыйыҡ 310
Түбә 226
Техник параметрлар

Мәғлүмәт һәм фото Emporis

SkyscraperPage бит

Баҡы телебашняһы (әзерб. Qülləsi Televiziya Bakı) — Әзербайжан баш ҡалаһы Баҡыла урынлашҡан 310 метр бейеклегендәге ҡоролма. Әзербайжандағы иң бейек ҡоролма, донъяла бейеклеге буйынса 34-се урындағы телевизион башня.

Комплекс СССР Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы һәм Әзербайжан ССР-ы Элемтә министрлығы заказы буйынса СССР Элемтә министрлығының Дәүләт проект институты тарафынан проектлана.

Төҙөлөш 1979 йылда башлана. Проектҡа ярашлы, ул 1985 йылда тамамланырға тейеш була. Әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында комплекста төҙөлөш эштәре тотҡарлана. Телебашня төҙөлөшө 1993 йылда дауам иттерелә һәм 1996 йылда комплекс тантаналы асыла.

2008 йылда телебашня реконструкциялана, 175 метр бейеклектә әйләнмә ресторан асыла[1].