Бейектау (һырт, Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бейектау (һырт) битенән йүнәлтелде)

Бейектау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә, Ишембай менән Ғафруи райондары сигендә урынлашҡан.

Урынлашҡан ере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай һәм Ғафури райондарында Рәүҙәк һәм Егән йылғалары ҡушылған урындан Ғафури районы Красноусол ауылына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 4 км, абсолют бейеклеге 350 м.

Ишимбайский район на карте Башкортостана

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәләре яҫы, йомро. Битләүҙәре 80—100 м тәрәнлектәге уйһыулыҡтар менән йырғыланған. Өҫкө пермдең көңгөр ярусы гипстары,ангидриттары һәм өфө ярусының ҡыҙыл төҫтәге ҡомташтарынан тора. Рельефында карст формалары үҫешкән: упҡындар, ҡоҙоҡтар, мәмерйәләр, юғалыусы йылғалар һәм карст сығанаҡтары. Һырт итәктәрендә Ҡарлыман, Яҡын Төлкәс һәм Кесе Әрмет йылғалары (Ағиҙел йылғаһы бассейны) башлана. Ландшафтары элекке имәнлектәр урынындағы киң япраҡлы йыла, йүкә һәм саған урмандарынан тора. Бейектауҙың көнбайыш битләүҙәрен йүкә урмандары биләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙың атамаһы бейеклегенә бәйле.