Бейектау (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Бейектау
рус. Бииктау
54°30′35″ с. ш. 57°54′43″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары
Оҙонлоғо25 км
Киңлеге4 км
Юғары нөктәһе350 м
Бейектау (һырт) (Рәсәй)
Montanya.svg
Бейектау
Бейектау (һырт) (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Бейектау

Бейектау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Урынлашҡан ере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай һәм Ғафури райондарында Рәүҙәк һәм Егән йылғалары ҡушылған урындан Ғафури районы Красноусол ауылына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 4 км, абсолют бейеклеге 350 м.

Рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәләре яҫы, йомро. Битләүҙәре 80—100 м тәрәнлектәге уйһыулыҡтар менән йырғыланған. Өҫкө пермдең көңгөр ярусы гипстары,ангидриттары һәм өфө ярусының ҡыҙыл төҫтәге ҡомташтарынан тора. Рельефында карст формалары үҫешкән: упҡындар, ҡоҙоҡтар, мәмерйәләр, юғалыусы йылғалар һәм карст сығанаҡтары. Һырт итәктәрендә Ҡарлыман, Яҡын Төлкәс һәм Кесе Әрмет йылғалары (Ағиҙел йылғаһы бассейны) башлана. Ландшафтары элекке имәнлектәр урынындағы киң япраҡлы йыла, йүкә һәм саған урмандарынан тора. Бейектауҙың көнбайыш битләүҙәрен йүкә урмандары биләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауҙың атамаһы бейеклегенә бәйле.