Беларусь Республикаһы гербы
Беларусь Республикаһы гербы (Белору́ссияның, Белару́стең, бел. Герб Беларусі) — Беларусь Республикаһы флагы, гимны менән бер рәттән төп дәүләт символы. 1991 йылдың 19 сентябренән бирле ҡуланыла һәм Беларусь Республикаһы Юғары Советы ултырышында ҡабул ителеп, 1995 йылдың 7 июнендә Белоруссияла үткән Референдум һөҙөмтәһендә элекке «Погоня» гербын алмаштыра. Өлгө итеп 1950 йылда рәссам Иван Иванович Дубасов төшөргән Белорус ССР-ы гербы алына.
2012 йылда Белоруссия гербына үҙгәрештәр индерелә, атап әйткәндә, шрифты һәм ер шары һүрәтендәге төҫтәре бер аҙ үҙгәртелә[1].
Тасуирлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беларусь Республикаһы гербы ер шары үренән ҡалҡҡан ҡояштың алтын нурҙарына һалынған көмөш ерлек өҫтөндә Беларусь Республикаһының йәшел контуры төшөрөлгән һүрәтте һынландыра. Ерлектең үрге нөктәһендә биш саталы ҡыҙыл йондоҙ һүрәтләнгән. Гербтың һул яҡ ситендә клевер сәскәһе ҡушып, уң яҡ ситендә етен сәскәһе ҡушып үрелгән алтын башаҡтар веногы. Дәүләт гербы нигеҙенә, веноктың уртаһына, алтынлатылған хәрефтәр менән «Рэспубліка Беларусь» (Беларусь Республикаһының «Беларусь Республикаһының дәүләт символдары тураһында» 301-3-сө Законы, 2004 йыл, 5 июль) тип яҙылған һәм ул ике яҡтан да өс тапҡыр ҡыҙыл-йәшел таҫма менән уратылған.[2] |
Алдағы герб
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тасуирлау
Беларусь Республикаһы Дәүләт гербы «Погоня» Беларусь Республикаһының суверенитеты символы булып тора, белорус халҡының тарихи юлын, күп быуаттар дауамында уның дәүләтселеге йәшәүен һәм үҫеүен сағылдыра.
Беларусь Республикаһының Дәүләт гербы — ҡыҙыл төҫтәге ҡалҡанға аҡ (көмөш) төҫтә баҫтырыу (погоня) күренеше төшөрөлгән һүрәт.
Баҫтырыу һүрәтләнеше хәрәкәт итеүсе ҡораллы һыбайлынан ғибәрәт. Уның уң ҡулында горизонталь рәүештә күтәрелгән ҡылыс, һул ҡулында — аҡ ерлегенә алты саталы алтын тәре төшөрөлгән ҡалҡан. Һыбайлының һул яғында ҡылыс яны (ножны), эйәре аҫтынан аҫылынып төшкән өс саталы серге (ат ябыуы - попона)[3].
Авторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евгений Кулик һәм Владимир Круковский.
Ҡабул итеү датаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]19.09.1991 й.
Гербтың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Литва Кенәзлеге Рәсәй составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Литва кенәзлеге Рәсәй империяһына ҡушылғандан һуң, кенәзлектең элекке гербы булып хеҙмәт иткән боронғо Баҫтырыу (Погоня) һүрәтләнеше хәҙерге Белоруссия һәм Вилен крайы территорияһы символы булған[4]. Баҫтырыу (Погоня) хәҙерге заман Белоруссияһы территорияһындағы бөтөн воеводстволарҙың (шулай уҡ Вилен һәм Белосток) гербтарында ла һүрәтләнгән. Рәсәй империяһының Ҙур Гербын 1882 йылда раҫлағандан һуң, унда, Погонялы (Баҫтырыу), айыулы Жемайтия (Самогит) һәм бүреле (Мстислав кенәзлеге) бер нисә герб һыйҙырған «Белорус һәм Литва кенәзлектәре һәм өлкәләре» гербы ла урын алған.
Февраль революцияһынан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Февраль революцияһынан милләтселек йүнәлешендә торған интеллигенция белорустар күп йәшәгән территорияларҙа автономия талап итә башлаған. 25 марта 1918 йылдың 25 мартында немец оккупацияһы шарттарында бер нисә милли хәрәкәт вәкилдәре бойондороҡһоҙ Белорус Халыҡ Республикаһы (БНР) булдырыу тураһында иғлан итә: «Ад гэтаго часу Беларуская Народная Рэспубліка абвешчаецца Нізалежнай і Вольнай Дзяржавай». «Погоня» («Баҫтырыу») һүрәтләнеше дәүләт символы булараҡ раҫланған. Дөрөҫөн әйткәндә, «съездарҙа беҙҙең крәҫтиәндәр, беҙгә автономия кәрәкмәй тигәнерәк һүҙҙәр ысҡындырҙы, ләкин улар быны белеп еткермәүҙән һәм томана булыуҙан шулай тине … Халыҡ — ул шәп нәмә, ләкин уға һөйләргә, аңлатырға кәрәк, уға иң алда мәғрифәт таратырға, өйрәтергә кәрәк, шунан һуң ғына уны кәңәшләшергә саҡырырға кәрәк» (Я.Лёсік. Аўтаномія Беларусі. Мн. 1917). БНР бер нисә ай ғына йәшәп ҡала. Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре ингәс, Белорус Халыҡ Республикаһы хөкүмәте Көнбайышҡа эмиграциялана.
-
16 быуаттан бирле ҡулланылған Бөйөк Литва кенәзлеге гербы
-
Погоня Речь Посполитая гербының бер өлөшө булған
-
Рәсәй империяһының Витебск губернаһы гербы (1856 йылдан)
-
Рәсәй империяһының Вилен губернаһы гербы
-
Рәсәй империяһы гербынан: Белорус һәм Литва кенәзлектәренең берләштерелгән гербы (1882)
-
Погоня Белорус халыҡ республикаһы символы булараҡ (1918 йылдан, берҙәм вариант раҫланмаған)
-
Погоня Белорус халыҡ республикаһы символы булараҡ
Нацист оккупацияһы дәүерендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе Бөтә донъя һуғышы осоронда немец оккупанттары яулап алынған ерҙәрҙә милли белорус символдарын файҙаланыуҙы рөхсәт иткәндәр. 1942 йылдың 27 июнендә генерал-комиссар Вильгельм Кубела (нем. Wilhelm Kube) теркәлгән документта было заявлено, что под белорус милли символикаһы тигәндә белорус милли «Погоня»һын һәм аҡлы-ҡыҙыллы флагты күҙ уңында тотҡан. Икенсе Бөтә донъя һуғышы дәүерендә белорус коллаборационистары тарафынан милли символиканы файҙаланыуы һуғыштан һуңғы йылдарҙа уларҙың хыянатсыллығы билдәһе тип ҡабул ителгән һәм уларға насар ҡараштың (неприятие) сәбәбе булған.
Совет власы йылдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылдың 1 ғинуарында Ваҡытлы революцион хөкүмәт РСФСР составында Совет Социалистик Белорус Республикаһы (ССРБ) барлыҡҡа килеүен иғлан иткән. 1919 йылдың 31 ғинуарында ССРБ РСФСР составынан сыҡҡан һәм уның атамаһы Белорус Совет Социалистик Республикаһы тип үҙгәртелгән.
1919 йылғы Совет Социалистик Белорус Республика Конституцияһының (ССРБ) 31-се статьяһында Совет Белоруссиияһы гербы түбәндәгесә тасуирланған:
ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына ҡойонған ҡыҙыл фонда алтын ураҡ һәм сүкеш, уны — башаҡтар веногы һәм: «Социалистик Совет Белорус Республикаһы» һәм «Бөтә донъя пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән яҙыуҙар уратҡан
Ысынбарлыҡта иһә, был, республиканың атамаһын алмаштырып, РСФСР гербын тасуирлауға оҡшаған. 1919 йылдың башында поляк частары белорус һәм литва ерҙәренә баҫып ингәндән һуң, Белоруссия һәм Литва Советтарының Беренсе съездары республикаларҙы ҡушыу буйынса Декларация ҡабул иткән, һөҙөмтәлә баш ҡалаһы Вильна булған Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһы (Литбел) барлыҡҡа килгән. Литва һәм Белоруссия ССР-ы Конституцияһы проектында РСФСР дәүләт гербының тасуирламаһы, бер генә айырма менән һүҙмә-һүҙ ҡабатланған: «Социалистик Совет Литва һәм Белоруссия Республикалары» һәм «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән яҙыуҙар биш телдә: белорус, литва, поляк, еврей һәм рус телдәрендә яҙылған (герб "… ҡояш нурҙарына ҡойонған, тотҡалары менән аҫҡа ҡаратып сатраш ҡуйылған, ҡырҙары башаҡ веногы менән уратылған ҡыҙыл фонда алтын ураҡ һәм сүкеш һүрәтенән тора, биш телдә: литва, поляк, еврей рус һәм белорус телдәрендә «Совет Социалистик Литва һәм Белоруссия Республикалары» тип яҙылған. Поляк ғәскәрҙәре Вильняны (1919 йылдың 19 апреле), ә аҙаҡ, Минск менән бергә (1919 йылдың 8 авгусы) Белоруссия территорияһының бер өлөшөн яулап алғандан һуң, Литбел ССР-ы тарихы ысынында юҡҡа сыға. 1920 йылдың 31 июлендә Белорус Совет Социалистик Республикаһы яңынан иғлан ителгән. 1920 йылдағы РСФСР гербына оҡшаған гербҡа, бер аҙ айырылһын өсөн, «Б.С.С.Р.» тигән хәрефтәр һәм таҫмаға белорус телендә — «Пролетарыi усiх краеў злучайцеся!» тигән һүҙҙәр өҫтәгәндәр.
1922 йылда БССР СССР составына ингән. 1926 йылда яңы герб ҡабул ителгән. 1927 йылғы Конституциянан: «Белорус Социалистик Совет Республикаһының дәүләт гербы ҡыҙыл фонда ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына ҡойонған, тотҡалары менән аҫҡа ҡаратып сатраш ҡуйылған ураҡ һәм сүкештән, һул яғына арыш башағына клевер ҡушып, һәм уң яғына имән ботағы ҡушып үрелгән, һүрәтте һынландыра; герб веногының ике яртыһы араһында, аҫҡы өлөштә, ер шарының бер өлөшө унынлашҡан. Веноктың ике яртыһы ла белорус, еврей, рус һәм поляк телдәрендә: „Бөтә донъя пролетарийҙары, берләшегеҙ!“ һәм аҫтараҡ — БССР инициалдары яҙылған ҡыҙыл таҫма менән уратылған. Гербтың өҫкө өлөшөндә - биш саталы йондоҙ».
1938 йылдың авгусында БССР гербының яңы варианты раҫланған, СССР Юғары Советы Президиумы эргәһендәге Комиссия тәҡдимдәренә ярашлы, девиз тик ике телдә, белорус һәм рус телендә генә, һүрәтләнә башлаған,имән ботағы етен ҡушып үрелгән арыш башаҡтары менән алмаштырылған. Һүрәтте В. В. Волков яңыртып төшөргән. БССР Юғары Советы Президиумының 1938 йылдың 20 ноябрҙәге Указы менән девиздың белорус теленә тәржемәһе төгәлләнгән, ул түбәндәгесә уҡылған: «Пролетарыi усiх краiн, еднайцеся!», шулай уҡ һүрәткә лә төҙәтеүҙәр индерелгән (ҡояш нурҙары төркөмләнеше үҙгәртелгән).[5]
1958 йылда Белорус гербында белорус телендәге яҙмаларға ҡағылған һуңғы үҙгәртеүҙәр ҡабул ителгән. 1981 йылда ураҡ менән сүкеш алтын төҫкә буятылған.
-
Белорус ССР-ы гербы 1919—1927 й. 1920 йылдағы РСФСР гербынан күсерелгән
-
1927—1937 йй. герб
«Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» девизы дүрт — белорус, рус, поляк һәм идиш - телдәрендә. -
БССР гербы; 1937—1938 йй. Арыш башаҡтары ҡалыныраҡ, ураҡ һәм сүкеш көмөш төҫтә һынландырылған.
-
БССР гербы 1938—1949 йй. Поляк һәм идиш телендәге девиздар юғалған. Етен орлоҡ ҡабы һымаҡ һүрәтләнгән.
-
БССР гербы 1958—1981 йй. Һуңғы тапҡыр «пралетарыі» һәм «яднайцеся» һүҙҙәре төгәлләнгән.
-
БССР гербы, 1981—1991 йй. Ураҡ һәм сүкеш алтынға буятыла.
Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гербтар: Белоруссия (Беларусь Республикаһы гербы, 1991—1995 (һулда) һәм Литва Республикаһы гербы, 1992 йылдан (уңда)
|
Мәсәкүҙә август «путчы» башланғандан һуң, БССР Юғары Советы 1991 йылдың 19 сентябрендә яңы герб — Погоня гербын раҫлай, ә ысынында иһә Белоруссияла Белорус Халыҡ Республикаһы һәм Бөйөк Литва кенәзлеге гербын тергеҙә. Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң, үҙен шулай уҡ Бөйөк Литва кенәзлеге вариҫы тип һанаған Литва ла был символды һайлай. Тарихта һирәк осраған ситуация барлыҡҡа килгән - ике күрше дәүләттең бер үк символға эйә булыуы дипломатик протокол өсөн айырым проблемалар тыуҙыра. 1992 йылда Литва республикаһы гербындағы Погоняның һынланышын үҙгәрткән һәм шулай уҡ Һыбайлының ҡалҡанын, сергеһен һәм сбруйын (егеү ҡаралдыларын) күк төҫкә «буяй». 1995 йылдың 14 майында милли референдумда Белоруссия президенты Александр Лукашенконың Белоруссия дәүләт символдарын Белорус Совет Социалистик Республикиаһы нигеҙендә тергеҙеү тураһындағы тәҡдиме яҡлау таба[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беларусь Республикаһы гербы Викимилектә |
- Белорус ССР-ы гербы
- Погоня (герб)
- Беларусь Республикаһы гербы
- Аҡ-ҡыҙыл-аҡ флаг (Белоруссия)
- Белоруссиияла референдум (1995)
- Украина гербы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Флаг и герб Беларуси: какие изменения произошли в 2012 году и как создаются символы белорусской государственности 2019 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Государственный герб Республики Беларусь на странице посольства Республики Беларусь в Российской Федерации 2017 йыл 23 июль архивланған.
- ↑ "Наука и жизнь", №11, 1993 г.
- ↑ Герб Литвы (лит.). Сейм Республики Литвы (10 ғинуар 2006). Дата обращения: 29 октябрь 2008.
- ↑ Золотые серп и молот на красном фоне в лучах восходящего солнца, вокруг - венец из колосьев и надписи: "Социалистическая Советская Республика Белоруссии" и "Пролетарии всех стран, соединяйтесь!". См.Конституция ССРБ (3.2.1919) ст. 31
- ↑ Ҡалып:Be icon Symbols of the Belarusian People’s Front. 2008 йыл 28 декабрь архивланған. Retrieved 7 March 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Геральдика. by
- Государственные символы Республики Беларусь
- Описание государственных символов Республики Беларусь 2009 йыл 6 апрель архивланған. на официальном сайте президента РБ
- Государственный герб Республики Беларусь в редакции 2012 года. 2016 йыл 27 ноябрь архивланған.
Категори:Белоруссия дәүләттәре гербтары Категория:Белоруссияның дәүләт символдары Категория:Белоруссия гербтары