Эстәлеккә күсергә

Белоградчик ҡаялары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Белоградчик ҡаялары

Белоградчик ҡаялары — ҡомташтан һәм төрлө таш, ҡырсын, балсыҡ ҡатнашып ҡатҡан тау тоҡомонан (конгломерат) ғәҙәти булмаған ҡая яһалмалары төркөмө, Болгарияның төньяҡ-көнбайышында Белоградчик ҡалаһынан алыҫ булмаған Стара-Планина тау битләүендә урынлашҡан. Ҡаялар, ҡыҙылдан һарыға саҡлы төҫтәре, менән айырыла; ҡайһы бер ҡаяларҙың бейеклеге 200 метрға етә. Күп кенә ҡаялар хикмәтле һыҙатҡа эйә һәм улар хаҡында ҡыҙыҡлы легендалар ижад ителгән. Йыш ҡына уларға, ниндәйҙер бер кешегә йә предметҡа оҡшатып, атама биргәндәр. Белоградчик ҡаяларын болғар хөкүмәте тәбиғи иҫтәлекле урын тип иғлан иткән, һәм улар региондың төп туристик күренекле урыны булып тора. Улар юғалыуға дусар ителгән болғар эндемик үҫемлеге Hieracium belogradcense[1]. өсөн берҙән-бер һаҡланып ҡалыу урыны.

Белоградчик ҡаялары

Белоградчик ҡаялары Стара-Планина тауҙарының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан һәм 50 км². яҡын майҙанды биләй. Улар көнбайышта Рабиша ауылынан алып көнсығышҡа Белотинци ауылына саҡлы һуҙылған.

Ҡаяларҙың үҙәк төркөмө Белоградчик ҡалаһынан көньяҡҡа табан һуҙылған. Бында иң ҡыҙыҡлы ҡая яһалмалары: «Адам һәм Ева», «Грибы», «Ученица», «Медведь», «Дервиш», «Пастушок», «Лев», «Верблюд», «Мадонна», «Всадник», «Монахи», «Богиня Бендида», «Бунтарь Велко» һәм башҡалары урынлашҡан.

Ҡаяларҙың икенсе төркөмө Белоградчиктан көнбайышта ята. Төрлө ҡаялар текә өҙөк ярҙар менән уратып алынған. Шуларҙың иң билдәлеләре — «Збеговете», «Еркуприя» һәм «Борич».

Ҡаяларҙың өсөнсө төркөмө — Белоградчиктан 4 км көнсығышта, һәм Латин ҡапҡалары һәм Липеник мәмерйәһе тирәләй урынлашҡан ҡаяларҙы үҙ эсенә ала.

Дүртенсе ҡаялар төркөмө Боровица һәм Фалковец ауылдары араһында ята. Был ҡаялар араһында «Сосновый камень», «Пчелин камень», «Торлак» һәм «Момина скала».

Ҡаяларҙың бишенсе төркөмө Гюргич һәм Белотинци[2]. ауылдары араһында урынлашҡан.

Белоградчик ҡаялары
Белоградчик ҡаялары, панорамалы күренеш

Ғәҙәти булмаған формалы күп ҡаялар һәм текә вертикаль ипкенле ҙур булмаған үҙәндәр йөҙәр миллион йылдар дауамында тәбиғи процестар: эрозия, денудация, мүк һәм лишайниктар һәм башҡа тәбиғи факторҙар һөҙөмтәһендә формалашҡан.

Белоградчик ҡаяларының формалашыуы пермь периодында башланған. Һуңғараҡ, триас периодында, регион һай һыулы диңгеҙ төбөнә төшкән. Шул уҡ ваҡытта, иртә палеозой тоҡомдарының тарҡалыуы йылғаларҙан диңгеҙгә күсерелгән бик күп һанлы ҡырсын, ҡом һәм балсыҡ барлыҡҡа килтергән. Ултырма тоҡомдар йыйылыа барған, конгломераттар һәм ҡомташ ҡатламы аҡрынлап ҡалынайған. Конгломерат киҫәктәре һыу тәьҫирендә түңәрәкләнгән барған.

Юрский периодында, 20 миллион йылдар дауамында, ҡатламлы материалдар ҡомташ-балсыҡ йәиһә кремний ярҙамында ныҡлап йәбештерелгән. Эҫе һәм ҡоро климат ҡаяларға тутыҡ ҡыҙыл төҫ биргән күп һанлы тимер оксиды, йәки гематит барлыҡҡа килтергән. Ер ҡабығы сүгә башлағанлыҡтан, еңелерәк һәм вағыраҡ ҡомташтар ҡыҙыл конгломераттар менән берләшкән.

кайнозой эраһы һәм альп тектоник циклы башында, Балҡан тауҙарында ҙур антиклиналиҙар формалашҡан, һәм шул ваҡыт арауығында регион ҡоро ергә әйләнгән. Яҡынса 45 миллион йыл элек Белоградчик антиклиналиһының күтәрелеүе башланған, һәм, антиклинали һыртында вертикаль һәм горизонталь йыйырсыҡтар барлыҡҡа килтереп, эзбизташтар һәм конгломераттар үҙәге (ядроһы) тапҡырында ярылғандар. В ядре Белоградчик антиклиналиһы үҙәгендә палеозой тоҡомдары табылған, ә ипкендәре юрский периоды конгломераттарынан, ҡомташ һәм эзбизташтан тора.

Тау йылғаларының вертикаль үткәреүсәнлеге һәм тәьҫире тау тоҡомдарының вертикаль эрозияһына килтергән, ә тектоник хәрәкәттәр барған ярыҡтар, эрозия арҡаһында, аҫылынып торған һәм текә ҡабырғалы ҙур булмаған үҙәндәргә һәм артылыштарға әйләнгән, һәм улар айырым вертикаль блоктар йәки хәҙерге ҡая яһалмаларын барлыҡҡа килтергән[3].

Белоградчик ҡаялары Белоградчик ҡалаһы һәм ҡаяларҙы тәбиғи оборона ҡоролмаһы сифатында файҙаланыусы Белоградчик ҡәлғәһе, Рабиш ауылына ла, ҡәлғәгә лә яҡын урынлашҡан Магура мәмерйәһе менән төньяҡ-көнбайыш Болгарияның иң мөһим туристик объекты булып тора. Был райондың тағы ла бер туристик иҫтәлекле урыны булып Дунай ярында урынлашҡан күрше Видин ҡалаһындағы урта быуаттар ҡәлғәһе Баба Вида һанала.

1949 йылда Болгарияның Тирә-яҡ мөхит комитеты ҡаяларҙы тәбиғәт һәйкәле тиип иғлан иткән, ә 1987 йылдан улар Тәбиғәт һәйкәлдәре милли реестрына индерелгән[4].

1984 йылда Белоградчик ҡаялары һәм Магура мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы теҙмәһенә индерергә тәҡдим ителде[5]. Белоградчик ҡаялары ЮНЕСКО геопарктарының Европа һәм Глобаль селтәрҙәренә индеререү маҡсатында ҡарауға[6][7], 2009 йылдың ғинуарында Болгария тәбиғәтенең 7 яңы мөғжизәһе тигән номинацияға тәҡдим ителде[8].

  1. Hieracium belogradcense. Red Book of Bulgaria, vol. I. Дата обращения: 22 февраль 2017. 2017 йыл 23 февраль архивланған.
  2. Belogradchik, Published by the Municipality of Belogradchik, The Council of Tourism in Belogradchik, & The Ministry of Environment and Water, 2009
  3. Mihaylov, Mihail & Kinka, Belogradchik Rocks and the Fortress, p.2, 2009
  4. Archived copy. Дата обращения: 23 июнь 2009. Архивировано 26 июль 2011 года. 2011 йыл 26 июль архивланған.
  5. http://whc.unesco.org/en/statesparties/bg
  6. http://www.globalgeopark.org/english/tabid/111/InfoID/4166/frtid/139/Default.aspx(недоступная ссылка)
  7. Archived copy. Дата обращения: 23 июнь 2009. Архивировано 26 июль 2011 года. 2011 йыл 26 июль архивланған.
  8. Archived copy. Дата обращения: 23 июнь 2009. Архивировано 26 июнь 2009 года. 2009 йыл 26 июнь архивланған.