Белорус дәүләт университеты
Белорус дәүләт университеты (БДУ) | |
Файл:Logo BSU.jpg | |
Исеме |
Беларускі дзяржаўны ўніверсітэт (БДУ) |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
Belarusian State University (BSU) |
Элекке исеме |
В.И. Ленин исемендәге Белорус дәүләт университеты |
Девиз |
«Университет – һин киләсәккә атлайһың!» |
Асылған йылы | |
Ректор |
Сергей Владимирович Абламейко |
Студенттар |
38 972[1] |
Сит ил студенттары |
2 320 |
Докторҙар |
298 |
Профессорҙар |
225 |
Уҡытыусылар |
2596 |
Урынлашыуы | |
Метро |
Ленин майҙаны (метро станцияһы, Минск) |
Юридик адресы |
220030 Минск, |
Сайт | |
Викиһаҡлағыста Рәсемдәр |
Белорус дәүләт университеты (БДУ) (бел. Белару́скі дзяржа́ўны ўніверсітэ́т (універсітэ́т)[2]) — Белоруссияның Минск ҡалаһында урынлашҡан төп юғары уҡыу йорто. 1921 йылдың 30 октябрендә асылған[3].
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БДУ комплексы составына: 20 факультет һәм белем биреү институты; 5 квалификация күтәреү һәм белемде арттырыу учреждениеһы; 4 фәнни-тикшеренеү институты; 13 фәнни үҙәк; 41 фәнни-тикшеренеү лабораторияһы; студенттарҙың 38 фәнни-тикшеренеү лабораторияһы; 180 кафедра; 11 унитар предприятие; 3 уҡыу-тәжрибә станцияһы; 4 музей керә. 2008 йылда БДУ-ла Журналистика институты ойошторола, уның составына журналистика факультеты, квалификация күтәреү һәм белемде арттырыу факультеты инә.
Белорус дәүләт университетында юғары белемдең беренсе баҫҡысында - 61, ә икенсе баҫҡысында 65 һөнәр буйынса белем алалар. 2008 йылдан башлап 2008—2020 йылдарҙа ядро энергетикаһы өсөн кадрҙар әҙерләү Дәүләт программаһы сиктәрендә уҡытыу алып барыла. Аспирантурала 120 һөнәр буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләнә. БДУ ил университеттарының гуманитар һәм тәбиғәт фәндәре һөнәрҙәре буйынса белем биреүҙе фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү йәһәтенән эшмәкәрлеген координациялай.
Белорус дәүләт университетына уҡырға инеү өсөн үҙәкләштерелгән тест буйынса һынауҙы уңышлы тапшырырға кәрәк. Ҡайһы бер һөнәрҙәр буйынса абитуриенттар өҫтәмә имтихан бирә. Университетта 30695 студент, шуларҙың 20855-е - көндөҙгө бүлектә, 9840 студент ситтән тороп уҡый, 824 аспирант, 20 докторант (2012—2013 уҡыу йылы). Йыл һайын 3 меңдән артыҡ кеше 45 һөнәр буйынса белемен арттыра һәм 6 мең тирәһе кеше 152 программа буйынса квалификацияһын күтәрә. БДУ комплексында 2559 штаттағы уҡытыусы (шуларҙың 225-е - фән докторы, 1090-ы - фән кандидаты), 600 тирәһе ғилми хеҙмәткәр эшләй. БДУ комплексында штаттағы хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны, бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләүселәрҙе иҫәпкә алмағанда, 7864 кеше. Бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләү шарты менән штаттағы уҡытыусы булып эшләү өсөн башҡа учреждениеларҙан өҫтәмә 640 кеше йәлеп ителгән, шуларҙың 99-ы - фән докторы, 352-һе - фән кандидаты. Бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләүселәр менән бер рәттән, Белорус дәүләт университеты комплексында Беларусь Республикаһы Фәндәр Академияһының 15 академигы һәм 16 мөхбир ағзаһы, 400 фән докторы, 1744 фән кандидаты эшләй[4]. Университет Беларусь Республикаһы Мәғариф министрлығы структураһына инә[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1832 йылда Вилен уҡыу округы территорияһында (1832-50 йылдарҙа — Белорус уҡыу округы) Вилен университеты ябылғандан һуң бер генә классик юғары уҡыу йорто ла ҡалмай. 1865 йылда Минсктан, Витебсктан һәм Могилёвтан Александр II-гә был ҡалаларҙың береһендә университет асыуҙы һорап үтенес яҙыуы килә. 1903 йылда йәһәт үҫешеүсе Минск ҡалаһында университет асыу мәсьәләһе ҡала думаһы тарафынан бер нисә тапҡыр тикшерелә, ләкин инициатива властар яғынан бер ваҡытта ла яҡлау тапмай. 1917 йылда Минск ҡалаһында университет асыу мәсьәләһен Ваҡытлы хөкүмәт ҡарай, ә 1918 йылда Белоруссия Халыҡ Республикаһы үҙенең Белорус университетына нигеҙ һалыу ниәтен белдерә[6]. Бөтә был проекттар тормошҡа ашмай. Белорус дәүләт университетын асыу тураһында ҡарарҙы Белоруссия ССР-ы Хөкүмәте 1919 йылдың 25 февралендә ҡабул итә. Профессор М. В. Довнар-Запольский һәм академик Карский Евфимий Фёдорович университеттың статуты һәм хәле проекты менән сығыш яһай. 1919 йылдың февралендә Белоруссия Советтар Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ултырышы Минск ҡалаһында дәүләт университеты асыуҙы «бик кәрәкле» тип таба. Әммә 1919 йылдың йәйендә поляк оккупацияһы был эште туҡтата. Университет комиссияһы эшмәкәрлеге тик 1920 йылдың июлендә генә яңынан тергеҙелә.
1921 йылдың 18 апрелендә Белорус ССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы Минск ҡалаһында составына биш факультет ингән Белорус дәүләт университеты асылыуы тураһында ҡарар ҡабул итә[7]. 1921 йылдың 2 июлендә БССР Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы БДУ Идараһын раҫлай, уның составына профессор Пичета Владимир Иванович, мәғариф наркомы В. М. Игнатовский, мәғариф наркомы урынбаҫары М. Я. Фрумкина һәм профессор Ф. Ф. Турук инә. Идараның бишенсе, студенттарҙан ағза урыны ваҡытлыса буш ҡала. БДУ ошо йылдың 30 октябрендә эш башлай. Башта унда биш: ауыл хужалығы, физика-математика, медицина, йәмғиәт фәндәре һәм эшселәр факультеты була (һуңғы факультет эште башҡаларынан алдараҡ — 17 июндә башлай)[7]. Йәмғиәт фәндәре факультетының беренсе деканы Игнатовский Всеволод Макарович, медицина факультетының — Кроль Михаил Борисович була[7]. БДУ асылған мәлдә унда 14 профессор, 49 уҡытыусы һәм 10 ассистент эшләй. Декабрь аҙағына бөтә факультеттарға, эшселәр факультетынан башҡа, 1124 кеше ҡабул ителә[7]. Абитуриенттар өсөн беренсе ҡабул итеү имтихандары тик 1923 йылдың сентябрендә генә индерелә. 1922/23 уҡыу йылында БДУ-ның медицина факультетында - 549, йәмғиәт фәндәре факультетында — 918, педагогия факультетында (1922 йылда айырым физика-математика бүлеге урынына асылған факультет) — 993, эшселәр факультетында 400 студент уҡый. 1924 йылдың аҙағында университетта 2483 студент уҡый, 25 кафедрала 19 профессор, 29 уҡытыусы, 19 ассистент эшләй. Ошо уҡ йылда йәмғиәт фәндәре факультетына ҡабул итеү туҡтатыла[8]. 1925 йылдың 26 авгусында БССР Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарары менән хоҡуҡ һәм иҡтисад бүлектәре менән хужалыҡ факультеты асыла. 1926 йылдың 1 октябрендә Белорус дәүләт университетының (БДУ) фундаменталь китапханаһы нигеҙендә БССР-ҙың Дәүләт китапханаһы асыла (бөгөн — Беларустың Милли китапханаһы). 1927 йылда БДУ-да беренсе доктор диссертацияһы яҡлана һәм аспирантура асыла. 1927/28 уҡыу йылында БДУ-ла 708 студент - медицина факультетында, 1316 — педагогия факультетында, 648 — хоҡуҡ һәм хужалыҡ факультетында уҡый; 51 профессор, 53 доцент, 84 ассистент, 88 уҡытыусы, 24 ординатор һәм 6 лаборант уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Оҙаҡ ваҡыт БДУ бөтә ҡала буйлап таралған төрлө биналарҙа урынлаша. 1926 йылда университет бинаһын төҙөү өсөн конкурс иғлан ителә. 1927 йылда 16 объекттың төҙөлөш проекты раҫлана, икенсе йылына төҙөлөш башлана. 1930 йылдың сентябренә университет ҡаласығын төҙөү тамамлана[8].
1930-31 йылдарҙа БДУ мөһим үҙгәртеп ҡороуҙар кисерә. 1930 йылдың авгусында медицина факультеты базаһында Белоруссия дәүләт медицина университеты ойошторола. 1931 йылда БДУ составынан Политпросветинститут айырылып сыға. Хужалыҡ һәм хоҡуҡ факультеты базаһында шул уҡ йылда планлы-иҡтисад һәм финанс-иҡтисад институттары һәм ҡулланыу кооперацияһы институты (1933 йылдан Белоруссия дәүләт иҡтисад университеты (Халыҡ хужалығы институты)), хоҡуҡ һәм совет төҙөлөшө факультеты базаһында хоҡуҡ һәм совет төҙөлөшө институты асыла. Педагогия факультетының ике бүлеге (ижтимағи-тарих һәм әҙәби-лингвистик) нигеҙендә Белоруссия дәүләт педагогия университеты (Юғары педагогия институты) төҙөлә. 1931 йылда унан алдағы йылда асылған педфактың химия бүлеге базаһында БДУ-ның химия факультеты асыла. Шул уҡ йылда БДУ-ның биология факультеты асыла. 1931 йылдың аҙағында БДУ-да 218 студент физика-математика бүлегендә, 105 биология факультетында, 113 химия факультетында уҡый. 1933 йылда физика-математика бүлеге айырым факультетҡа әүерелә, 1934 йылда БДУ-ның тарих факультеты һәм БДУ-ның география факультеты (тәүге исеме — геология-тупраҡ-география) асыла[8].
1921-34 йылдарҙа БДУ студенттары һаны[8]:
Уҡыу йылы | 1921/22 | 1922/23 | 1923/24 | 1924/25 | 1925/26 | 1926/27 | 1927/28 | 1928/29 | 1929/30 | 1930/31 | 1931/32 | 1932/33 | 1933/34 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Студенттар | 1126 | 2092 | 2328 | 2298 | 2530 | 2550 | 2672 | 2552 | 2332 | 1579 | 437 | 528 | 635 |
1936/37 уҡыу йылында университетта 925 студент уҡый: 187 химия факультетында, 178 — биология, 259 — физика-математика, 140 — тарих, 161 — география факультетында. Был ваҡытта БДУ 5 факультеттан һәм рабфактан тора, 23 кафедра: органик химия, аналитик химия, физик химия, органик булмаған химия (химия факультеты), үҫемлектәр физиологияһы, үҫемлектәр систематикаһы, умыртҡалылар зоологияһы, кеше физиологияһы һәм анатомияһы (биология факультеты), СССР һәм БССР тарихы, яңы тарих, боронғо донъя һәм урта быуаттар тарихы, диалектик материализм һәм ленинизм (тарих факультеты), тупраҡты өйрәнеү, дөйөм геология, минералогия һәм петрография, физик география (география факультеты), математика, механика, физика (физика-математика факультеты), сит телдәр, физкультура һәм спорт (дөйөм университеттыҡы) иҫәпләнә. 1937-40 йылдарҙа БДУ-да математик анализ, юғары алгебра, теоретик механика, марксизм-ленинизм һәм политик экономия кафедралары асыла. 1939 йылда белорус теле һәм әҙәбиәте, һәм урыҫ теле һәм әҙәбиәте бүлектәре булған филология факультеты асыла, ә эшселәр факультеты ябыла[8]. 1940/1941 уҡыу йылында БДУ-да 17 профессор, 40 доцент һәм 42 өлкән уҡытыусы эшләй[9]. 1930-сы йылдарҙа БДУ-ның тәүге ете ректорының алтауһы репрессиялана[6].
Икенсе донъя һуғышы йылдарында БДУ өлөшләтә Мәскәүгә эвакуациялана, ләкин күпмелер ваҡыт эшләмәй тора. Университет үҙенең эшмәкәрлеген 1943 йылдың майында яңынан башлай, ә уҡыуҙар 1943 йылдың октябрендә Мәскәүгә яҡын Сходня станцияһында башлана. 1944 йылдың авгусында БДУ Минск ҡалаһына ҡайта. Оккупация ваҡытында университеттың мөлкәте юҡҡа сыға йәки талана, ә бөтә корпустар, физика-математика факультеты корпусынан башҡа, емерелә. Университеттың уҡытыу эшмәкәрлеген тергеҙеүҙә МДУ ҙур ярҙам күрһәтә.
1949 йылда университетҡа В. И. Ленина исеме бирелә[10]. Был йылда университетта 6 факультет, 35 кафедра, 2 үҙ-аллы институт, 161 уҡытыусы һәм 1220 студент иҫәпләнә. Университеттың квалификациялы белгестәр һәм уҡыу урындары менән тәьмин ителеш проблемалары бик киҫкен тора, ләкин 50-се йылдарҙа был проблемалар уңышлы хәл ителә. 1955 йылда Минск юридик институты Белоруссия дәүләт университетының юридик факультетына үҙгәртелә . 1957 йылда, ғалим-физик Севченко Антон Никифорович университеттың ректоры булғас, БДУ-ын мөһим үҙгәртеп ҡороуҙар көтә. Университетта Спектроскопия, Люминесценция һәм Лазер физикаһы өлкәһендә эре фәнни мәктәп төҙөлә, элементар өлөшсәләр теорияһы, кристалдарҙың оптик һәм акустик үҙсәнлектәре тикшеренеүҙәре буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалына. Шулай уҡ университетта иҫәпләү математикаһы кафедраһы асыла. БДУ Совет социалистик республикалар союзының иң эре фәнни-белем үҙәктәренең береһенә әйләнә. Ошо ҡаҙаныштары өсөн 1967 йылда университет Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы орденына лайыҡ була. Артабанғы йылдарҙа БДУ-да күп кенә фәнни мәктәптәр төҙөлә, шулар араһында ядро оптикаһы буйынса фәнни мәктәп, ҡаты есемдең физик электроникаһы һәм радиацион физикаһы өлкәһендә фәнни мәктәп, биофизика буйынса фәнни мәктәп, БДУ-ның химия факультетында бер нисә фәнни мәктәп булдырыла. 1980-се йылдарҙың урталарынан алып Гуманитар фәндәр өлкәһендә фәнни мәктәптәр үҫешә башлай. Былар Белоруссия тарихы һәм Белорус теле өлкәһендәге фәнни мәктәптәр. 1969 йылға, Гомель педагогия институты Франциско Скорина исемендәге Гомель дәүләт университетына үҙгәртелгәнгә тиклем, БДУ БССР-ның берҙән-бер университеты булып ҡала.
1962 йылда БДУ-да 15 факультетта һәм 91 кафедрала 40 һөнәр буйынса 8 мең студент, 1970 йылда — 15 мең студент уҡый[11]; уҡытыусылар һаны 1109-ға етә[12]. 1958-62 йылдарҙа Ленин майҙанында (хәҙерге Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (Минск)) яңы уҡыу корпусы төҙөлә, 1966 йылда Бобруйская урамында (Минск) физик факультет корпусы, ә 1969 йылда — Ленинградская урамында (Минск) химия факультеты корпусы ҡулланыуға тапшырыла[13].
1967 йылда филология факультетының журналистика бүлеге базаһында БДУ-ның журналистика институты булдырыла, 1970 йылда математика факультеты базаһында Белоруссия дәүләт университетының ғәмәли математика һәм информатика фекультеты булдырыла[12]. 1975 йылда математика факультеты БДУ-ның механика-математика факультеты итеп үҙгәртелә, ә физика факультеты составынан БДУ-ның радиофизика һәм компьютер технологиялары факультеты айырылып сыға[14]. 1979-80 йылдарҙа планлаштырылған «Восток» метро станцияһы янында БДУ-ның яңы уҡыу һәм фәнни базаһын төҙөү планы иғлан ителә, ләкин был план тормошҡа ашырылмай[15], 1980 йылда Минск янындағы Щёмыслица ауылы эргәһендә тәбиғәтте өйрәнеү факультеты корпусы асыла[16].
Үҙгәртеп ҡороу йылдарында БДУ-да гуманитар белем биреү системаһы һиҙелерлек үҙгәрә. Айырып әйткәндә, 1989 йылда социология бүлеге асыла, ә шул уҡ йылда уның, шулай уҡ политэкономия һәм философия бүлектәре нигеҙендә философия-иҡтисад факультеты булдырыла[17]. Бынан тыш, 1989-90 йылдарҙа КПСС тарихы кафедраһы исеме политик тарих кафедраһы тип үҙгәртелә, гуманитар факультеттың марксист-ленинсы философия кафедраһы философия кафедраһы булып китә, тәбиғәтте өйрәнеү факультетының марксист-ленинсы философия кафедраһы — философия һәм фән методикаһы кафедраһы, ә фәнни коммунизм кафедраһы — ижтимағи-сәйәси теориялар һәм политология кафедраһы тип исемләнә[18].
1990-сы йылдарҙа БДУ-ның халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты (1995), БДУ-ның бизнес һәм технологиялар менеджменты институты (1996, 2007 йылға тиклем — Белоруссия дәүләт университеты янындағы технологиялар менеджменты буйынса кадрҙар әҙерләүсе Махсус факультет һәм Халыҡ-ара технологиялар менеджменты һәм бизнес мәктәбе тип исемләнә),Дәүләт идара итеү һәм социаль технологиялар Институты (2003), Изге Мефодий һәм Кирилл исемендәге теология институты (2004), гуманитар факультет (2004), шулай уҡ 2003 йылда БДУ-ның хәрби факультеты асыла. 2008 йылда журналистика факультеты БДУ-ның журналистика институты тип үҙгәртелә.
1990-сы һәм 2000-се йылдарҙа бер нисә фәнни-тикшеренеү үҙәге: физик өлөшсәләр һәм юғары энергиялар (1993), озоносфера мониторингы (1997), математика һәм информатиканың ғәмәли проблемалары (2000), кеше проблемалары (2000) үҙәктәре асыла.
2008 йылдың 31 октябрында Беларусь Республикаһы Президенты Лукашенко Александр Григорьевич Ҡарары менән Белорус дәүләт университеты ректоры итеп профессор, академик Абламейко Сергей Владимирович тәғәйенләнә[19].
2012 йылдың 1 сентябрендә Беларусь Президенты Александр Лукашенко ҡатнашлығында БДУ-ның халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетының яңы корпусын асыу тантанаһы үтте[20][21], бина Минсктың үҙәгендә, тимер юл вокзалынан һәм БДУ-ның төп корпусынан алыҫ түгел урынлашҡан.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БДУ рейтингы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылдан БДУ иң билдәле вебометрик рейтингтарҙың береһендә ҡатнаша — Webometrics Ranking of World Universities. Һуңғы өс йылда БДУ рейтингы даими үҫә. 2009 йылдың июлендә университет занимал 1916-сы позицияны биләй, ә 2016 йылдың ғинуарында 584-се урында[22].
СНГ илдәре университеттары араһында БДУ, тик өс Рәсәй университетын: М. В. Ломоносов исемендәге МГУ, Санкт-Петербург һәм Томск университеттарын үткәреп, дүртенсе урында тора. Элекке СССР республикалары юғары уҡыу йорттары Интерфакс рейтингында 2013 йылда 2-се урынды биләй[23].
2004 йылдан алып үткәрелгән авторитетлы британия агентствоһы QS WUR рейтингына ярашлы (QS World University Rankings), 2016 йыл торошо буйынса БДУ донъяның ТОП-500 иң яҡшы университеттар иҫәбенә инә, 354-се позицияла тора[24]. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр Берләшмәһе юғары уҡыу йорттары араһында БДУ был рейтингта 9-сы позицияны биләй[25].
Times Higher Educationдан «World University Rankings» рейтингында 2015/16 уҡыу йылында БДУ 601-сенән 800-гә тиклемге позицияларҙы бүлешә. Университеттың иң яҡшы күрһәткесе булып халыҡ-ара репутация (48,2 балл), ә ике иң насары — университет хеҙмәткәрҙәре эштәренән өҙөмтә килтереү (6 балл) һәм тикшеренеүҙәр (8,7)[26].
2014 йылда «Эксперт РА» агентствоһы университетҡа «В» рейтинг класы бирҙе, был университетты тамамлаусылар әҙерлегенең «бик юғары» кимәле тигәнде аңлата; , был рейтингта «А» класы алған берҙән бер университет (Бойондороҡһоҙ дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында) Мәскәү дәүләт университеты[27].
Халыҡ-ара эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БДУ университеттарҙың Евразия һәм Европа ассоциациялары ағзаһы булып тора, донъяның 50 иленең мәғариф һәм ғилми учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында 324 халыҡ-ара килешеү төҙөгән. БДУ базаһында Европа союзының Мәғлүмәт үҙәге, Европа Советының Мәғлүмәт пункты, Конфуций исемендәге Республика Ҡытай тураһындағы фән институты, халыҡ-ара тикшеренеү үҙәге эшләй. Университетта йыл һайын ТЕМПУС, ИНТАС, ЕС Транссик хеҙмәттәшлеге , ЕС-ның 7-се Рамочная программа , МНТЦ кеүек программалар буйынса 40-тан артыҡ халыҡ-ара проекттар тормошҡа ашырыла.
2012 йылдан ТЕМПУС-тың яңы 4 проекты тормошҡа ашырыла, улар ошо өлкәләрҙә: студенттарҙың инновацион асыштарына университеттар-ара ярҙам итеү үҙәге булдырыу, университет менеджментының берләшкән системаһы, энергия эффектлылығы өлкәһендә белемде яҡшыртыу буйынса тренинг-селтәр эшләү, радиоактив бысраныуҙан зыян күргән территорияла кеше хәүефһеҙлеге. Эразмус Мундус академик мобиллек программаһы буйынса 3 яңы проект тормошҡа ашырыла: «ЕИДП илдәрендә таҙа технологиялар һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге нигеҙендә белем биреүҙе үҫтереү», «Инновациялар һәм үҫеш өсөн мобиллек», «Бөтә Европа сиктән тыш».
2014/15 уҡыу йылына ҡарата БДУ-да 2 348 сит ил гражданы юғары уҡыу йортона әҙерләү, юғары белем биреү һәм юғары белемдән һуң уҡытыу программалары буйынса уҡый[28]. БДУ-да донъяның 47 иленән студенттар уҡый, сит илдәрҙән килгән студент-граждандарҙың күпселеге Кытай, Төркмәнстан һәм Рәсәй граждандары[28].
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Факультеттар һәм уҡыу институттары:
- БДУ-ның физика факультеты|Физика
- БДУ-ның радиофизика һәм компьютер технологиялары факультеты|Радиофизика һәм компьютер технологиялары (2010 йылдың 8 ноябренә тиклем — Радиофизика һәм электроника факультеты[29])
- Белорус дәүләт университетының ғәмәли математика һәм информатика фекультеты|Ғәмәли математика һәм информатика фекультеты
- БДУ-ның механика-математика факультеты|Механика-математика
- БДУ-ның химия факультеты|Химия
- Биология
- БДУ-ның география факультеты|География
- БДУ-ның журналистика институты|журналистика институты
- Белорус дәүләт университетының филология факультеты|Филология
- БДУ-ның философия һәм ижтимағи фәндәр факультеты|философия һәм ижтимағи фәндәр
- БДУ-ның иҡтисад факультеты|Иҡтисад
- БДУ-ның тарих факультеты|Тарих
- БДУ-ның юридик факультеты|Юридик
- БДУ-ның халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты|халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
- БДУ-ның гуманитар факультеты|Ижтимағи-мәҙәни аралашыу факультеты
- БДУ-ның хәрби факультеты|Хәрби факультет
- БДУ-ның Белоруссияның һәм сит ил граждандарының университетҡа тиклемге белем биреү факультеты|Белоруссияның һәм сит ил граждандарының университетҡа тиклемге белем биреү факультеты
- БДУ-ның сит ил граждандарын уҡытыу өсөн әҙерлек факультеты|Сит ил граждандарын уҡытыу өсөн әҙерлек факультеты
- БДУ-ның технологиялар менеджменты буйынса кадрҙарҙың белемен арттырыу факультеты|Технологиялар менеджменты буйынса кадрҙарҙың белемен арттырыу факультеты
- БДУ-ның ғәмәли математика һәм ЭВМ буйынса квалификация күтәреү факультеты|Ғәмәли математика һәм ЭВМ буйынса квалификация күтәреү
- БДУ-ның Идара итеү һәм Социаль Технологиялар Дәүләт Институты
- БДУ-ның теология институты|Теология институты
- БДУ-ның бизнес һәм технологиялар менеджменты институты
- БДУ-ның А. Д. Сахаров исемендәге Халыҡ-ара Дәүләт экология институты
Башҡа бүлексәләре:
- БДУ-ның лицейы
- Белорус дәүләт университетының ядро проблемалары институты
- БДУ-ның физика-химия проблемаларын ғилми-тикшеренеү институты
- А. Н. Севченко исемендәге ғәмәли физика проблемаларын ғилми-тикшеренеү институты
- БДУ-ның милли өлөшсәләр физикаһы һәм юғары энергиялар ғилми-уҡыу үҙәге
- БДУ-ның ижтимағи һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге
- «Республика юғары мәктәп институты» дәүләт белем биреү учреждениеһы (Беларусь Республикаһы мәғариф һәм фән Министерлығының 1996 йыл 30 сентябрҙағы 419-сы һанлы бойороғона ярашлы төҙөлгән, БДУ структураһына инә, ойоштороусы — БДУ[30])
- БДУ-ның фундаменталь библиотекаһы|Фундаменталь библиотека
Студенттар ҡаласығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Студенттар ҡаласығы — ҡаланан ситтә йәшәүсе студенттарҙы, магистранттарҙы, аспиранттарҙы һәм университет хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән Белорус дәүләт университетының бүлексәһе. Студенттар ҡаласығы структураһына 10000-дән артыҡ кеше йәшәүсе 10 дөйөм ятаҡ инә, торлаҡҡа мохтажлыҡ кисереүсе студенттар һаны бер нисә тапҡырға күберәк[31]. Дөйөм ятаҡтар исемлеге:
- Дөйөм ятаҡ № 1 Свердлов урамы, 34[32]
- Дөйөм ятаҡ № 2 Октябрьская урамы, 2[33]
- Дөйөм ятаҡ № 3 Курчатов урамы, 6[34]
- Дөйөм ятаҡ № 4 Чюрленис урамы, 7[35]
- Дөйөм ятаҡ № 5 Октябрьская урамы, 4
- Дөйөм ятаҡ № 6 Октябрьская урамы, 10
- Дөйөм ятаҡ № 7 Октябрьская урамы, 10/2
- Дөйөм ятаҡ № 8 Кропоткин урамы, 51 (для сотрудников БГУ)
- Дөйөм ятаҡ № 10 Курчатов урамы, 8
- Дөйөм ятаҡ № 11 Дзержинский проспекты (Минск)|, 87
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белорус дәүләт университеты ректорҙары исемлеге
- БДУ уҡытыусылары
- БДУ — КВН командаһы, икенсе состав
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ БГУ цифрҙарҙа
- ↑ Беларусь Республикаһының 2008 йылдың 23 июлендәге 420-З һанлы «Аб Правілах беларускай арфаграфіі і пунктуацыі» 2011 йыл 15 ғинуар архивланған.(§ 14) Законына ярашлы, был һүҙҙә һуҙынҡынан һуң «ў» хәрефен ҡулланып яҙырға кәрәк; ҡағиҙә тексында «ва ўніверсітэце» миҫалы килтерелгән
- ↑ Белорус Республикаһының милли хоҡуҡи Интернет-порталы(недоступная ссылка)
- ↑ Иң юғары мәктәп, 2011 йыл, № 5, с. 4-13. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Беларусь Республикаһы Мәғариф министрлығының юғары уҡыу йорттары 2014 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 книга: ЭИБ|0|4|Кажушкоў А. І., Яноўскі А. А.|Беларускі дзяржаўны універсітэт|429-431
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 З хронікі Беларускага дзяржаўнага універсітэта за 1921 г. // Памяць: гісторыка-дакументальная хроніка Мінска. — Кн. 3. — Мн.: БЕЛТА, 2004. — С. 33-34.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 З хронікі Беларускага дзяржаўнага універсітэта // Памяць: гісторыка-дакументальная хроніка Мінска. — Кн. 3. — Мн.: БЕЛТА, 2004. — С. 152—161.
- ↑ Красовский, Н. И. Высшая школа советской Белоруссии. 2-е изд. — Минск: «Вышэйшая школа», 1972. — C. 109
- ↑ Белоруссия университеты — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ Навіны адукацыі // Памяць: гісторыка-дакументальная хроніка Мінска. — Кн. 5, ч. 1. — Мн.: «Беларуская Энцыклапедыя» імя Петруся Броўкі, 2006. — С. 146—147.
- ↑ 12,0 12,1 Университетты өйрәнеү: уҡытыу-методик әсбап / Яновский Олег Антонович һәм башҡалар. — Мн.: БГУ, 2011. — С. 196.
- ↑ Университетты өйрәнеү: уҡытыу-методик ҡулланма / Яновский Олег Антонович һәм башҡалар. — Мн.: БГУ, 2011. — С. 211.
- ↑ Университетоведение: учебно-методическое пособие / Яновский Олег Антонович һ.б. — Мн.: БДУ, 2011. — С. 197.
- ↑ Университетоведение: учебно-методическое пособие / Яновский Олег Антонович и др. — Мн.: БГУ, 2011. — С. 212.
- ↑ Университетоведение: учебно-методическое пособие / Яновский Олег Антонович и др. — Мн.: БГУ, 2011. — С. 213.
- ↑ Университетоведение: учебно-методическое пособие / Яновский Олег Антонович и др. — Мн.: БГУ, 2011. — С. 219.
- ↑ Университетоведение: учебно-методическое пособие / Яновский Олег Антонович и др. — Мн.: БГУ, 2011. — С. 220—221.
- ↑ История БГУ
- ↑ Лукашенко белорус юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙе ҡыҫҡартыуҙы талап итте 2013 йыл 27 декабрь архивланған.
- ↑ Бөгөн Президент БДУ-ның халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетында булды, уның яңы бинаһы студенттар өсөн бүләк булды 2013 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ БДУ. Яңылыҡтар
- ↑ СНГ илдәре, Грузия, Латыш, Литва һәм Эстония юғары уҡыу йорттары рейтингы, 2013 йыл 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ БДУ рейтингта 354-се урынға күтәрелде 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ Times Higher Education. Belarusian State University (1 октябрь 2015). Дата обращения: 1 октябрь 2015.
- ↑ СНГ илдәре юғары уҡыу йорттары рейтингы
- ↑ 28,0 28,1 Цифры и факты 2016 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ Факультеттың рәсми сайты: Яңылыҡтар. Факультеттың һәм кафедраларҙың исемен үҙгәртеү 2012 йыл 23 декабрь архивланған. (архивләнгән копия 2012 йыл 23 декабрь архивланған.)
- ↑ «Республика юғары мәктәп институты» дәүләт белем биреү учреждениеһы (ГУО «РИВШ») 2011 йыл 13 декабрь архивланған.
- ↑ БДУ-ның студенттар ҡаласығы 2016 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ БДУ-ның студенттар ҡаласығы|Дөйөм ятаҡ № 1 2016 йыл 15 май архивланған.
- ↑ БДУ-ның студенттар ҡаласығы|Дөйөм ятаҡ № 2 2016 йыл 9 апрель архивланған.
- ↑ БДУ-ның студенттар ҡаласығы|Дөйөм ятаҡ № 3 2016 йыл 10 май архивланған.
- ↑ БДУ-ның студенттар ҡаласығы| Дөйөм ятаҡ № 4 2016 йыл 25 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Белоруссия» | |
Белорус дәүләт университеты Викимилектә | |
Белорус дәүләт университеты Викияңылыҡтарҙа |
- БДУ-ның рәсми сайты
- Университет ҡаласығының архитектура комплексы 2007 йыл 26 сентябрь архивланған.
- facebook|bsuby
- vkontakte|bsu_by
- twitter|BSU_official
- instagram|instabsuby
- БДУ каналы YouTube-ла