Бельведер (Вена)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һарай-парк ансамбле
Бельведер
Belvedere
Upper Belvedere LCD-toneedit2 NR.jpg
Ил Австрия
Ҡала Вена
Проект авторы Лукас фон Гильдебрандт
Нигеҙләүсе Евгений Савойский
Нигеҙләнгән 1714 йыл
Төп ваҡиғалар:
1716Түбәнге Бельведер төҙөлә
1722Үрге Бельведер төҙөлө
1803Баҡсаға нигеҙ һалына
Сайт Рәсми сайт
Түбәнге Бельведер
Үрге Бельведер күренеше баҡса эсенән

Бельведер (итал. Belvedere) — Венала барокко стилендәге һарайҙар комплексы. Лукас фон Гильдерман үҙ заманында иң бөйөк полководецтарҙың береһе булған принц Евгений Савойскийҙың йәйге резиденцияһын XVIII быуат башында төҙөгән. Принц вафат булғандан һуң резиденцияны Мария Терезия һатып ала.

Ҡаланың өсөнсө районы Ландштрассела үҙәктән көньяҡ — көнсығышҡа табан урынлашҡан.

Үрге һәм Түбәнге Бельведерҙар тирә-яғындағы баҡса менән бергә иҫ китмәле барокко стилендә ансамблде тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта ике һарайҙа ла Австрия галереяһы урынлашҡан.

1941 йылдың 25 мартында Бельведерҙың төп залында Югославияның 1940 йылдағы Берлин пактына Югославияның ҡушылыуы тураһында Вена протоколына ҡул ҡуйыла.

1955 йылдың 15 майында Үрге Белведерҙа Австрияның уҙаллылығы тураһында Декларацияға имза ҡуйылды.

Түбәнге Бельведер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1714 йылда принц Евгений Савицкий архитектор Иоганн Лукас фон Гильдерман менән Түбәнге Бельведерҙы төҙөү тураһында заказ бирә. Һарай ике йылдан, 1716 йылда, төҙөлөп бөтә. Бында принцтың йәшәй торған торлаҡтары урынлашҡан.

Түбәнге Белведерҙә Француз революцияһынан ҡасҡан король ғаиләһе вәкилдәре йәшәй.

Иҫтәлекле урындар булып Альтомонте Мартино тарафынан фрескалар менән биҙәлгән Мәрмәр залы, йоҡо бүлмәһе, гротеск залы һәм мәрмәр галереяһы һанала. Түбәнге Бельведер үҙ эсенә шулай уҡ оранжерея һәм принц аттары өсөн ҡуллынылған ат һарайҙары ала.

1903 йылда шул Түбәнге Бельведер оранжереяһында «Заманса галерея» исеме аҫтында Австрия Бельведер галереяһы асылды.

Баҡса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе Европа Альпа баҡсаһы Бельведер замогының киң паркында 1803 йылда эрцгерцог Иоганн тәҡдиме буйынса ойошторола. Баҡса Бавария архитекторы Доменико Жирар тарафынан төҙөлә. Баҡса Түбәнге Белведерҙа һалына башлай, уның урынлаштырылыуы ҡәтғи симметрияла үҙәк күсәре буйлап Урге Бельведерҙың престижын аныҡлар өсөн йәйелдерелә. Француз стереометрия моделе концепцияһына ярашлы Жирар ағастарҙы һәм тере ҡоймаларҙы, скульптураларҙы, фонтандарҙы һәм каскадтарҙы булдырған. Хәҙерге көндә лә йәшәгән Оранжерея янында вольер һәм зверинец булған.

Бөгөн 4000 дән артыҡ үҫемлек Альпы экосистемалары флораһының төрлөлөгөн күрһәтә. Яҙ һәм йәй башы — паркка барыр өсөн иң яҡшы ваҡыт, сөнки күп кенә үҫемлектәр газондарҙа үҙенсәлекле һүрәт булдырып сәскә ата башлай.

Үрге Бельведер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1722 йылда төҙөлөп бөткән Гильдерман шедевры Үрге Бельведер принцҡа ҡунаҡ ҡабул итә торған резиденция булараҡ хеҙмәт иткән.

1776 йылда Мария Терезия һәм уның улы, император Иосиф II, Үрге Бельведерға рәсем сәнғәтенең император коллекцияһын күсерәләр һәм 1781 йылда унда донъяла беренселәрҙән булып халыҡ өсөн асыҡ музей асыла. 1891 йылда коллекция яңыраҡ төҙөлгән Әҙәби-тарихи музейға күсерелә.

Һарайҙың ҡыҙыл мәрмәр менән биҙәлгән иң күркәм залдарының береһендә 1955 йылдың 15 майында Австрияның 10 йыллыҡ оккупацияһына нөктә ҡуйылған Дәүләт килешеүенә ҡул ҡуйыла. Бөгөн Үрге Бельведер залдарында XIX—XX быуаттарҙағы Австрия галерея коллекциялары урынлашҡан. Бында ҙур билдәлелек яулаған Шиле, Кокошка, «бидермайер» периоды рәссамдарын һәм замана оҫталарын күрергә була. Һарайҙың бер өлөшөндә 1896 йылда композитор Антон Брунер вафат була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]