Эстәлеккә күсергә

Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле
Памятник в 2014 году
Памятник в 2014 году
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Скульптор Исаков Сергей Михайлович
Төҙөлгән ваҡыты 2014 йыл
Бейеклеге 3,5 м
Материал бронза

2014

Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Урыҫ император армияһы һалдаттарына һәм офицерҙарына арналған Дондағы Ростов ҡалаһы монументтарының береһе. 2014 йылда ҡуйылған. Красноармейская урамы менән Халтуринский тыҡрығы киҫешкән ерҙә скверҙа урынлашҡан.

2014 йыл Беренсе донъя һуғышы башланыуының йөҙ йыллығы. Был һуғышта Рәсәй Антанта яғында ҡатнашты, уның армияһы Көнсығыш фронтта хәрби хәрәкәттәр алып барҙы. 1917 йылда, иң беренсе сиратта революция менән бәйле ил эсендәге тетрәнеүҙәр арҡаһында, фронтта хәлдәр (Приказ № 1) Рәсәй өсөн киҫкенләште. 1918 йылдың мартында власҡа килгән большевиктәр, шарттары буйынса Рәсәй өсөн сиктән тыш ауыр Брест килешеүе төҙөнөләр. СССР-ҙа һуғыш «империалистик» һәм ғәҙел түгел тип аталды[1], шуға күрә был һуғыш ваҡиғаларына властәр яғынан бик әҙ иғтибар бүленде.

Был ваҡиғаның йөҙ йыллығы Рәсәйҙә һуғыш тураһында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереүгә йәмғиәттә ҡыҙыҡһыныу уянды. 2014 йылда бөтә ил буйынса был тематикаға арналған мәҙәни һәм фәнни саралар үтте[2].

Дондағы Ростовта һәйкәлдәр ҡуйыу буйынса махсус комиссия һәйкәл эскизының өс вариантын ҡарай.[3]. Һөҙөмтәлә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Исаков Сергей Михайловичтың эше һайлап алына[4]. Һәйкәлде эшләү һәм урынлаштырыу буйынса сығымдарҙы Ростов өлкәһенең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы үҙ өҫтөнә ала[3].

Беренсе донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл Дондағы Ростовта 2014 йылдың 1 авгусында, Рәсәй һуғышҡа ингән көндә асыла. Һәйкәлде тантаналы асыу ҡала мэры, ҡала администрацияһы вәкилдәре, урындағы казактар ҡатнашлығында үтә[4].

Монумент 3,5-метр бейеклектәге, хәрби форма кейгән, яурынына винтовка аҫҡан һалдаттың бронза һынынан ғибәрәт[4].

Ростов өлкәһендә Беренсе донъя һуғышы геройҙарына арналған һәйкәлдәр тағы ла бер нисә урында ҡуйыла: : Шахты, Новочеркасск, Батайск ҡалаларында һәм тағы ла бер нисә тораҡ пунктта[5].