Берл Лазар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Берл Лазар, 2014

Берл Лаза́р (тулы исеме Шломо Дов-Бер Пи́нхос Лаза́р) – Рәсәйҙең Баш раввины (РЙОФ). 2005 йылдың Сентябрь (Һарысай) айынан – Рәсәй Федерацияһының Йәмғиәт Палатаһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берл Лазар 5724 йылдың 8 сиван көнөндә (1964 йылдың 19 Май (Һабанай) көнөндә) Милан ҡалаһында тыуған. Атаһы – Милан ҡалаһы йәһүд общинаһы раввины. Атаһы-әсәһе Любавич хасид мәҙһәбенә мөнәсәбәтле.

1978 йылдан башлап Нью-Джерси ҡалаһындағы раввин колледжында уҡый.1982 йылдан 1988 йылғаса Нью-Йорктағы "Томхей Тмимим" ешиваһында уҡығандан һуң, даян титулын ала.

1990 йылдың Сентябрь (Һарысай) айынан – Марьина Роща синагогаһы раввины.

1999 йылдан башлап, Берл Лазар – Рәсәйҙең Баш раввины.