Берш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Берш
Bersh 01.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Sander volgensis (Gmelin, 1789)

Синонимдар
по данным FishBase[1]:
  • Lucioperca sandra volgensis
    (Gmelin, 1789)
  • Lucioperca volgensis (Gmelin, 1789)
  • Perca volgensis Gmelin, 1789
  • Sander volgense (Gmelin, 1789)
  • Schilus pallasii Krynicki, 1832
  • Stizostedion volgensis (Gmelin, 1789)
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : ???
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
рәсем эҙләү
рәсемдәр
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
һирәк осрай торған төр
Төр тураһында мәғлүмәт
Берш

ИПЭЭ РАН сайтында

Берш (лат. Sander volgensis, рус. Волжский судак) — нурҡанатлы балыҡтарҙың алабуға һымаҡтар отрядынан, алабуғалар ғәиләһенән (Percidae) бер төр.


Фәнни классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Домен: Эукариоттар
  • Батшалыҡ: Хайуандар(лат. Animalia)
  • Тип: Хордалылар (лат. Chordata)
  • Подтип: Умыртҡалыларе (лат. Vertebrata)
  • Төркөм (Инфратип): Ауыҙяңаҡлылар (лат. Gnathostomi)
  • Надкласс: Балыҡтар(лат. Pisces)
  • Класс: Һөйәкле балыҡтар (лат. Osteichthyes)
  • Төркөм: Нурҡанатлы балыҡтар (лат. Actinopterygii, Teleostomi)
  • Отряд: Алабуға һымаҡтар
  • Ғәиләһе: Алабуғалар
  • Ырыу: Һыла (Судак)
  • Төр: Берш

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Берш — алабуғалар ғәиләһенең бер вәкиле. Энәйөҙгөслө балыҡ (колючеперые рыбы).

Һыла (судак, лат. L. sandra Cuv.) менән берш бер ырыуҙан, үҙ-ара ныҡ оҡшаштар . Берш һыланан бәләкәйерәк булһа ла, төҫтәре менән бер иш тиерлек. Һыланан уны бөтә тештәре лә бер ҙурлыҡта булыуы, ҡаҙыҡ тештәренең булмауы һәм яңаҡтарын һөйәк тәңкәләр ҡаплауы (һыланың сикәһе яланғас) буйынса айырып була.


Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп ареалы — Азов, Ҡара һәм Каспий диңгеҙ бассейнындағы йылғалар. Волга , Дон, Донец һәм Днепр йылғалары менән уларҙың ҡушылдыҡтарында тереклек итә.

Башҡортостанда ул Ағиҙелдең түбәнге ағымында осрай. Унда берш Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы аша килеп инә. Әммә бер ҡайҙа ла һыла кеүек күп осрамай.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшәү рәүеше әҙ өйрәнелгән. Сөнки, төйәк иткән ере — йылға уртаһы. Һәр саҡ тәрәндә, йылғаның ҡомло төбөндә тереклек итә.

Оҙонлоғо 45 см-ға, ауырлығы 1,2—2,9 кг-ға етә.

Ғәҙәттә, көтөү менән һунар итәләр. Йыртҡыстар. Ваҡ балыҡтар менән туҡланалар. Ҡорбандары 0,5 −10 см тирәһендә.

Үрсеүе һәм үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Енси етлегеү һәм үрсеү 3-4 йәштә башлана. Ыуылдырыҡтарын май айында, һыланан саҡ ҡына һуңыраҡ (көндәр йылынғасыраҡ) һала башлайҙар. Бының өсөн һыу төбөндәге үҫемлек ҡалдыҡтары, ағас тамырҙары, ата балыҡтар ҡаҙған оялар файҙаланыла.

Селбәрәләренең тәүге йылда һыланыҡы кеүек ҡаҙыҡ тештәре үҫешә.Бер аҙҙан ул тештәр төшә һәм өлкән заттарында бөтөнләй булмай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Synonyms of Sander volgensis (Gmelin, 1789) в базе данных FishBase (инг.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
  • Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
  • Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]