Бетулинский йорто (Таганрог)
Бетулинский йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1872 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Бетулинский йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы балкон менән ике ҡатлы бина, Лермонтов тыҡрығы, 11 адресы буйынса урынлашҡан. Бина XIX быуаттың икенсе яртыһында Григорий Ефимович Бетулинский өсөн төҙөлә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бетулинскийҙар ғаиләһе йортҡа 1872 йылдан алып (ҡаралты) XIX быуат аҙағына тиклем хужа була. Григорий Ефимович Бетулинский губерна секретары була. Ҡатыны Мария Константиновна менән уның ҡыҙы Наталья булған, ул 1885 йылдың 10 авгусында тыуған. Йорттоң киләһе хужаһы булып сауҙагәр ҡатыны Мария Юрди була. Уның ире грек консулы вазифаһын биләй.
Йортто тағы бер хужаһы билдәле — ул генерал-майор Александр Иванович Крижановский. Ул йорттоң 1910 йылға тиклем йорттоң хужаһы була. Унан һуң йортҡа статский советниктың ҡатыны Федорова Валентина Владимировна хужа була[2].
Уның менән йәнәш 6 тәҙрәле бер ҡатлы йорт урынлаша, уны коллеж асессоры ҡатыны П. М. Работина төҙөтә[1]. 13-сө һанлы йорт 1910 йылда төҙөлә. Уның милексеһе булып коллеж теркәүсеһе Отто Оттович Герман була. Күсемһеҙ милек 3200 һумға баһалана[2].