Эстәлеккә күсергә

Бецкой йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бецкой йорто
Рәсем
Нигеҙләүсе Иван Иванович Бецкой[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Архитектура стиле Классицизм
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Бецкой йорто Викимилектә

Бецкой йорто (принц Ольденбургский һарайы булараҡ та билдәле) — Бецкой Иван Иванович заказы буйынса XVIII быуатта төҙөлгән йорт. XIX быуатта инде Василий Стасов тарафынан өҫтәп төҙөлә. Санкт-Петербургта Һарай яры буйы, 2 һәм Миллионная урамы, 1 адрестары буйынса урынлашҡан.

XVIII быуат башында Батша болононоң төньяҡ өлөшөндә, хәҙер йорт торған урында, шыршы сауҡалығы урынлаша. 1719—21 йылдарҙа Доменике Трезини был урында батша ял итеү өсөн галерея төҙөй, унда Пётр I көн һайын сәғәт 11-ҙән сәғәт 12-гә тиклем була, унда үтенестәр ҡабул итә, ашай, ә ҡайһы берҙә байрамдар ойоштора. 1725 йылда Мейер атласына ярашлы, бында бассейн урынлаша, ә 1731 йылда — ҡарауыл йорто[1].

1750 йылда атаҡлы архитектор Франческо Бартоломео Растрелли участкала ағастан ҡатлы ағас Опера йорто төҙөй, ул шулай уҡ «Ҙур театр» тип атала. Театр декоратив биҙәлеше менән дан тота, уның ике ярус театр ложаһы була. Император ложаһында алтын менән биҙәлгән өс кресло тора, ә тамашасылар залында — ағас ултырғыстар һәм эскәмйәләр. Абруйлы тамашасылар театрға бушлай йөрөй. Бында француз һәм итальян опера балет труппалары сығыш яһай. 1755 йылдың театрҙа А.П.Сумароков ижад иткән беренсе рус операһы «Цефал һәм Прокрис» үтә, ә 1757 йылдан 1763 йылға тиклем бинаны итальян труппаһы ҡуртымға ала, унда инеү түләүле була. Ошонан һуң урындарҙы абоненттар бөтә миҙгелгә һатып ала, сөнки инеү хаҡы ярайһы уҡ юғары була (1759 йылда билет хаҡы 1 һум торған). Елизавета Петровнаның батшалыҡ итеүенең һуңғы йылдарында билеттар беренсе сиратта һарай яны кешеләренә таратыла. Итальяндар тыуға иленә ҡайтып киткәндән һуң, театр эшләүҙән туҡтай. 1770 йылға тиклем бина буш тора, һуңынан ике йыл дацамында уны офицерҙар һәм һарай яны ведомстовһы хеҙмәткәрҙәре биләй, ә 1772 йылда ул һүтеп алына[2][3].

1784 йылдан 1787 йылға тиклем Опера йорто урынында Екатерина II бойороғо буйынса Иван Бецкой өсөн йорт төҙөлә, Бецкой яңы айырым йортҡа төҙөлөш тамамланғандан һуң тик 2 йыл үткәс кенә күсә. Донъяуи саралар һәм ассамблеялар йортта уҙғарылмай, әммә Иван Иванович Бецкой ҡарамағында булған уҡыу йорттарының тәрбиәләнеүселәре өсөн бында ҡайһы саҡта кисәләр үтә. Бында бик күп сәнғәт әҫәрҙәре була. Бецкой йортонда үҙ ваҡытында күп кенә билдәле шәхестәр була, мәҫәлән: философ Дидро йәки Польшаның һуңғы короле Станислав Август Понятовский[4].

1791-96 йылдарҙа йортта билдәле яҙыусы һәм мәҫәл яҙыусы Иван Крылов йәшәй. Бында ул типографияһын аса, унда «Зритель» һәм '«Санкт-Петербургский Меркурий» журналдары баҫылып сыға


В Санкт-Петербурге, в типографии Крылова с товарищи, в новом Его Высокопревосходительства Ивана Ивановича Бецкого доме, что у летнего сада, выходит ежемесячное издание под названием Зритель: в нём помещаются как сатирические, критические, таки стихотворные сочинения, подражания и переводы. Началось сие издание с Февраля 1792 года. …Ежели кто за благо руссудит удостоить сие издание приисылкою своего сочинения, то оное помещено будет с благодарностью.

Санкт-Петербургские ведомости, март 1792

1795 йылда Бецкой үлгәндән һуң йорт уның ҡыҙы Анастасия, адмирал Осип Рибас ҡатыны ҡулына күсә[5]. 1822 йылдан инде йортто Бецкойҙың ейәнсәрҙәре биләй. 1830 йылда йортто ҡаҙнаға һатып алалар һәм принц Петр Ольденбургскийға бирәләрәү. 1837 йылда ул принцесса Тереза Нассаускаяға өйләнә, бының менән бәйле 1839-41 йылдарҙа һарайҙы бейегәйтеп төҙөйҙәр һәм В.П.Стасов проекты буйынса яңынан биҙәйҙәр[1].

1917 йылдың сентябрендә Александр Петрович Ольденбургский йортто Ваҡытлы хөкүмәткә 1 500 000 һумға һата, ул уны Мәғариф министрлығына тапшыра. Октябрь революцияһынан һуң бында коммуналь фатирҙар урынлаштыралар. 1921 йылда Ольденбургскийҙар йортонда Үҙәк педагогия музейы асыла, М. Е. Салтыков-Щедрин исемендәге түңәрәк эшләй[1].

1962 йылдан Бецкой йорто Ленинград китапхана институтына ҡарай (әлеге ваҡытта — Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтын). Ул шулай уҡ институтҡа ҡараған күрше Салтыковтар йорто менән эске үткәүелдәр ярҙамында тоташҡан[1].

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Марс яланы күренеше, 1870-се йылдар
Марс ялананың хәҙерге күренеше

Бина планында — тура дүртмөйөш. Йорттоң ҙур эске ихатаһы булған, һуңынан унда флигелдәр төҙөйҙәр. Марс яланына сыҡҡан корпус, башта ҡабырға башнялар һәм аҫылмалы баҡса менән ике ҡатлы була. Ихата эсендә, икенсе ҡат кимәлендә, кронштейндар һаҡланып ҡалған, уларҙа Ю.Фельтен эшләгән Кесе Эрмитаждағы кеүек үк аҫылмалы баҡсаның конструкцияһы беркетелгән. Яр буйына сыҡҡан корпус XVIII быуаттағы үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалған[6].

«Он недавно отстроил свой дом, при нём имеется сад, устроенный с большими издержками. К саду примыкает библиотека, кабинет рабочий и зало с картинами, среди которых было много весьма замечательных и ценных для знатоков; более из голландской школы, но было немало и посредственных. Я застал Бецкого в халате, разгуливающего в саду вместе с графом Минихом (сыном фельдмаршала), пользующимся большим его расположением и доверием»

Цит. по: П. М. Майков Иван Иванович Бецкой. СПб., 1904, с. 454

Әммә Бернулли ҡайһы йорт тураһында һүҙ барғанын асыҡламай. Бецкойҙың ике йорто була ( тағы бер айырым йортто Бецкой өсөн Ю.Фельтен Һарай яры буйы урамында, 12-14 йорт, төҙөй), бина һуғыш ваҡытында тулыһынса емерелә[7]. Ике йортта ла аҫылмалы баҡса була.

Бина проектының авторлығы әле лә билдәһеҙ. 2005 йылда КГИОП мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә Валлен-Деламот фамилияһы инде күрһәтелмәй. Фельтен авторҙашлығы айырыусы ихтимал тип һанала. Һуңғыһына архитектура бүлгеләнеүенең пропорциялары, фасад композицияһына нишаларҙы индереүе күрһәтә. Фельтендың ижади алымына хас булған интерьерҙар декор элементын һаҡлай: фигуралар менән горизонталь рельефтар, вертикаль тар һыҙаттар — таҫмалар менән беркетелгән сәскәләр һәм төрлө предметтарҙан торған рельефтар[8].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Дом И. И. Бецкого (Дворцовая наб. 2) — Прогулки по Петербургу
  2. Зуев Г. И. Течёт река Мойка... От Фонтанки до Невского проспекта. — М.: Центрполиграф, 2012. — С. 250. — 640 с.
  3. Акт по результатам государственной историко-культурной экспертизы проектной документации на проведение работ по сохранению проектной документации на проведение работ по сохранению объекта культурного наследия федерального значения «Дом Бецкого И. И. (принца Ольденбургского П. Г.)». Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры
  4. Дом Бецкого. walkspb.ru.
  5. Online-библиотека (недоступная ссылка).Дата обращения: 1 июня 2014.Архивировано 27 января 2012 года.
  6. Дом И. И. Бецкого - Дворец принца Ольденбургского - Университет культуры. CITYWALLS.
  7. Архитектурный сайт Санкт-Петербурга Citywalls.RU: Дворцовая наб., 12-16
  8. Акт по результатам государственной историко-культурной экспертизы проектной документации на проведение работ по сохранению проектной документации на проведение работ по сохранению объекта культурного наследия федерального значения «Дом Бецкого И. И. (принца Ольденбургского П. Г.)». Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры
  • Иванов А. А. Дома и люди: Из истории петерб. особняков. — СПб., 1997.
  • И. Грабарь. История русского искусства. — Т. III. — С. 24.