Бешбармаҡ
Бешбармаҡ | |
Тау һырты | Төп Кавказ һырты |
---|---|
Дәүләт | Әзербайжан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Сиазаньский район[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 382 метр |
Бешбармаҡ Викимилектә |
Бешбармаҡ (әзерб. Beşbarmaq) — Әзербайжандағы тау, Сиазань ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан урынлашҡан. Баҡынан 40 км алыҫлыҡта, Каспий диңгеҙе ярынан йыраҡ түгел. Халыҡ телендә шулай уҡ Хыдыр Зинд исеме менән йөрөтөлә һәм табыныу урыны булараҡ билдәле[2].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бешбармаҡ» әзербайжан телендә, башҡорт телендәге кеүек үк, «биш бармаҡ» тигәнде аңлата, сөнки ҡаялар тап шулай бармаҡтар һымаҡ күренә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау үҙенең һыҙатланылышы һәм бейеклеге арҡаһында ҡәҙимдән диңгеҙ сәйәхәтселәре өсөн бик яҡшы ориентир булып торған. Тау аръяғында боронғо Хурсанғала емереклектәре һаҡлана.
Бешбармаҡ янында «Хыдыр Зунджа пиры (мәсете)» тип аталған, изге һаналған урын бар, унда юлсылар табынырға һәм уҡынырға туҡтай.
Бешбармаҡ Баҡынан Әзербайжандың төньяҡ райондарына (Сиязань, Ҡуба, Кусары, Хачмаз, Набрань) һәм Рәсәйгә юлланған меңдәрсә кешеләрҙең ялға туҡтарға яратҡан урыны. Бында бигерәк тә йәйгеһен кеше күп була. Хыдыр Зинджа пиры (мәсетенән башҡа), бында бик күп магазин, кафе һәм ресторандар урынлашҡан. Шулай уҡ тауҙарҙан ағып килгән һыуҙарҙа бит-ҡул сайҡап алыу ҙа йолаға әүерелгән[3]
Бешбармаҡ тураһында мифтар һәм риүәйәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хызыр (Хыдыр) пәйғәмбәр тураһындағы мифҡа ярашлы, был зат йәшел кейемдәр кейеп, ғүмер эликсиры эҙләп йөрөгәндә ошо тау янына килеп сыҡҡан һәм ер аҫты батшалығында «тере һыу» тапҡан. Шул һыуҙы эсеп, ул үлемһеҙлеккә эйә булған. Шунан бирде ошо урынды Хызыр Зиндей (Хыдыр Зунджа) тип атай башлағандар. Икенсе бер риүәйәт буйынса Зүл-Ҡәрнәйн тере һыу эҙләп Хызырға мөрәжәғәт иткән. Пәйғәмбәр уны ике шишмә янына килтергән: береһенән һөт аҡҡан, икенсеһенән — болғансыҡ һыу. Искәндәргә ул бер сығанаҡтан ғына эсергә рөхсәт иткән. Теге һөттө һайлағано. Хызыр иһә болғансығын эскән һәм үлемһеҙлеккә эйә булған.
Тау түбәһендә сығанаҡ бар. Риүәйәттәр буйынса, бында пәйғәмбәрҙең күҙ йәштәре тамған һәм сығанаҡҡа шифалы көс биргән. Тау түбәһенә менә торған юл тар һәм тайғаҡ. Яҡшы күңелле кеше унан ҡыйынлыҡһыҙ үтә, яманы йығылып төшөүе ихтимал. Сығанаҡ янына менеп еткән кешенең теләге мотлаҡ ҡабул була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Halide Babyeva. The classification of Khizr in Azerbaijani folkore or Khizr's association with Ilyas (инг.) // Journal of academic studies : журнал. — 2008. — Т. 9. — № 35. — С. 108.
Even today in Siyazan region the mountain Khidr Zinda is the place of worship. The mountain that is known under the name Beshbarmaq (five lingers) in official sources is called Khidr Zinda among people.
- ↑ http://www.e-samarkand.narod.ru/xizr.htm
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беш-Бармак // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бешбармаҡ Викимилектә |