Эстәлеккә күсергә

Бикмәт ауыл Советы (Борай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикмәт ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Иҫке Бикмәт ауылы
Административ-территориаль берәмек Борай районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Бикмәт ауыл Советы   — Борай районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).  Почта индексы — 452976. ОКАТО коды — 80218810000. Баҙраҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 

Ауыл Советы составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Бикмәт ауылы — административ үҙәк, Ҡалмыҡ, Нарыш, Иҫке Туҡран ауылдары. 1994 йылда Силасау ауылы Баҙраҡ ауыл Советына тапшырыла. (N БР юғары советы президиумы указы менән 20.01.94 6-2/22 «Борай районы ауыл советы ауылдарын бер ауыл советы составына силосово бикметовский бадраковский тапшырыу тураһында»[1]).

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Оло Баҙраҡ ауылында административ үҙәге менән, «Баҙраҡ» атамаһын һаҡлап, Баҙраҡ һәм Бикмәт ауыл Советтарын берләштерергә.

Бикмәт ауыл Советының Ҡалмыҡ, Нарыш, Иҫке Бикмәт, Иҫке Туҡран ауылдарын Баҙраҡ ауыл Советы составына индерергә.
Баҙраҡ ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҡларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Бикмәт ауыл Советын алып ташларға

2008 йылда Мишкә районы, Вострецов ауыл Советы, Баҙраҡ ауыл Советы, Әжәк ауыл Советы, Борай ауыл Советы, Ҡайынлыҡ ауыл Советы менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].