Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы
Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 ғинуар 1956 (68 йәш) |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | физика |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы (12 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-физик. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нурия Нәғимйән ҡыҙы Бикҡолова Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ҡалаһында 1956 йылдың 12 ғинуарында[1] тыуа. 1978 йылда Дәүләкән ҡалаһының 3-сө урта мәктәбен тамамлағандан һуң уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында дауам итә. 1978 йылда уҡыуын тамамлап, тыуған ҡалаһына ҡайта һәм 6-сы урта мәктәптә физика һәм математика фәндәренән уҡыта. Һөнәре буйынса дөйөм эш стажы — 40 йыл.
Нурия Нәғимйән ҡыҙы Бикҡолова студенттарға түбәндәге темалар буйынса белем бирә:
- Мәғарифта инновацион процестар;
- Фән һәм мәғарифтың хәҙерге заман проблемалары;
- Юғары ҡатмарлылыҡтағы мәсьәләләрҙе сисеү буйынса практикум;
- Механика;
- Физика фәнен уҡытҡанда фәндәр араһындағы бәйләнеште ғәмәлгә ашырыуҙың ғилми нигеҙҙәре һәм методикаһы;
- Махсус физика практикумы;
- Физика тарихы һәм методологияһы;
- Электр тогы һәм магнетизм;
- Дөйөм физика.
Белеме һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1988 йыл — Екатеринбургта Урал дәүләт университеты аспирантураһын тамамлай
- 1989 йыл — физика-математика фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
- 2006 йыл — Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге докторантураны тамамлай һәм докторлыҡ диссертацияһын яҡлай;
- 2008 йыл — профессор исеменә лайыҡ була;
- 1993 йылдан хәҙергәсә Башҡорт дәүләт университетының дөйөм һәм теоретик физика кафедраһында эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге конденсатланған хәл физикаһына арналған. Бикҡолова Н. Н. стехиометрик булмаған составлы баҡыр селенидтары рәшәткәһенең структур үҙенсәлектәрен һәм динамикаһын, баҡыр селениды нигеҙендә ҡаты эретмәләрҙең юғары температуралы фазаларын, күсереү күренештәрен һ.б. тикшерә. Ул — 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.
Ғилми йәһәттән түбәндәге темалар менән ҡыҙыҡһына:
- суперион үткәргестәр физикаһы;
- рәшәткә динамикаһы;
- зоналар структураһын хисаплау;
- яңы инновацион материалдар синтезы;
- квалификация күтәреү курстары;
- БДИ-ға әҙерлек;
- олимпиада мәсьәләләрен сисеү һәм башҡалар.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фазовые превращения монокристалла Cu1.8Se //Известия Российской Академии наук. Серия физическая. 2004. Т.68. № 10 (авторҙаш);
- Структура интеркалатного соединения Ag0.25ZrSe2 //Там же. 2009. Т.73. № 3 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2000 йыл — Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ttp://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/2398-bik-olova-nuriya-n-imj-n-y-y
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2021)
- Нурия Нагимьяновна(недоступная ссылка)
- [1]