Эстәлеккә күсергә

Билдәш энәғараҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Билдәш энәғараҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Энәғараҡтар
Ғаилә: Ысын энәғараҡтар
Ырыу: Билдәш энәғараҡ
Латинса исеме
Sympetrum
Newman, 1833

Билдәш энәғараҡ (Sympetrum pedemontanum)[1] — энәғараҡтар отрядының ысын энәғараҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк.[2],

Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Тән оҙонлоғо 2,8—3,5 см. Инә бөжәктең күкрәге һәм ҡорһағы һарғылт көрән, ата энәғараҡтың күкрәге асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы ҡыҙғылт. Башы һәм күҙе ҙур. Ҡанаты үтә күренмәле, осонда киң һоро һыҙат бар.

Йомортҡаларын осоп барғанда дымлы тупраҡҡа йәки һыуға һала. Тулы булмаған әүерелеш хас. Балағорттары йөнтәҫ йәки яланғас. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Балағорт ҡышлай. Имагоның осоп сығыу ваҡыты июль уртаһынан сентябргә тиклем. Көндөҙ әүҙем.

Оло заттар һәм балағорттар бөжәк һ.б. умыртҡаһыҙҙар менән туҡлана.

Имаго йылға, шишмә янында, урман ситендә йәшәй, балағорт — һыу буйында. Бүздәк, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә р‑ндарында осрай. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.[3].

  1. Скворцов В. Э. Стрекозы Восточной Европы и Кавказа: Атлас-определитель. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2010. — С. 458. — 623 с. — ISBN 978-5-87317-657-1.
  2. Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 9. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
  3. Jill Silsby — Dragonflies of the World [S. 168f], The National History Museum, 2001, ISBN 0-565-09165-4