Биртвиси ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биртвиси ҡәлғәһе
груз. ბირთვისი
Нигеҙләү датаһы X быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тетрицкаройский муниципалитет[d]
Урын Квемо-Картли[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Биртвиси ҡәлғәһе Викимилектә

Биртвиси (груз. ბირთვისი) — Грузияның Квемо-Картли төбәгендәгехараба хәлендә һаҡланған урта быуаттар ҡәлғәһе , Алгети йылғаһы буйындағы эзбизташлы ҡаялар араһындағы тарлауыҡта урынлашҡан. Әлеге ваҡытта ул илдең баш ҡалаһы Тбилисиҙан көньяҡ-көнбайыштараҡ, Алгети Милли паркы янында, Тетри-Цкаро муниципалитеты биләмәһенә инә [1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биртвиси - асылда тәбиғи ҡаялы ҡәлғә, майҙаны 1 км², диуарҙар һәм башнялар менән һаҡлап тотолған, уларҙың иң күренеклеләренең береһе – Шеуповари ("тиҫкәре") тип даны сыҡҡаны – был төбәктәге иң бейек ҡая. Шулай уҡ уның төрлө ярҙамсы ҡоролмалары, шул иҫәптән һыу үткәргестәре һаҡланған [2]

Яҙма сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр Тифлистың ғәрәп әмире биләмәһе булараҡ телгә алына. Әмирҙе был биләмәһенән 1038 йылда грузин дворяндары Липарит, кенәздәр Клдекари һәм Иван Абазасдзе мәхрүм итә.

Урта быуаттар Грузияһында Биртвисиҙың яулап булмаҫ ҡәлғә тигән репутацияһы була, уның хужаһы бөтә Алгети стратегик тарлауығын контролдә тота ала. Аҡһаҡ Тимер 1403 йылда Грузияға баҫып ингән ваҡытында ҡәлғәне күпкә кесерәйтә [3]. 15-се быуат аҙағында батшалыҡ бүленгәндән һуң Биртвиси Картли батшалығы сиктәрендә һәм кенәз Бараташвилиҙар ҡулында ҡала [2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Protected Areas: Algeti National Park 2011 йыл 21 июль архивланған. . Agency of Protected Areas of Georgia. Accessed June 18, 2011.
  2. 2,0 2,1 (Грузинса) ზაქარაია პ. საქართველოს ციხე-ქალაქები, ციხესიმაგრეები, ციხე-დარბაზები, ციხე-გალავნები, კოშკები.-თბ.,2001.-გვ.86-88.
  3. Allen, William Edward David (1932), A History of the Georgian People: From the Beginning Down to the Russian Conquest in the Nineteenth Century, p. 125. Taylor & Francis

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Thomson, Robert W. (1996), Rewriting Caucasian History, p. 289. Oxford University Press, ISBN 0-19-826373-2
  • Allen, William Edward David (1932), A History of the Georgian People: From the Beginning Down to the Russian Conquest in the Nineteenth Century, p. 125. Taylor & Francis