Биғлова Рәйсә Йыһандар ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биғлова Рәйсә Йыһандар ҡыҙы
Һөнәр төрө химик
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Биғлова Рәйсә Йыһандар ҡыҙы (1 октябрь 1950 йыл) — ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1999), профессор. (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986).


Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйсә Йыһандар ҡыҙы Биғлова 1950 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.

  • 1972 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
  • 1976 йылдан БДУ-ла эшләй. Түбәндәге дисциплиналарҙы уҡыта:

-медицина химияһы;

-органик химия;

-биологик процестарҙың химик нигеҙҙәре;

-хәҙерге заман химияһының актуаль мәсьәләләре.

  • Башта кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған,
  • 1999 йылдан химия фәндәре докторы,
  • 2000 йылдан — профессор.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Биғлова Рәйсә Йыһандар ҡыҙының фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр фенолдар синтезының селектив методын эшләүгә, полиолефиндарҙы һәм полидиендарҙы фенолдар һәм аминофенолдар менән модификациялауға бағышланған.
  • Ул шулай уҡ полимерҙарға һәм минераль майҙарға ҡушыу өсөн ярым функциональ химикат-өҫтәмәләрҙе алыуҙың эффектив ысулдары тәҡдим иткән.
  • Ғалим ҡаты һәм шыйыҡ йөҙҙәрҙә хемосорбция ҡанунилығын асҡан, шулай уҡ гетероген һәм ферментатив катализда уларҙың әһәмиәтле роле күрһәткән.
  • Уның ҡатнашлығында 1990 йылдан бирле Химполимер ғилми-тикшеренеү институтында (Иваново ҡалаһы) микроорганизмдар тәьҫиренә бирешмәүсән, дымға һәм туҙыуға ҡаршы торорлоҡ, бик ныҡ материал, полимер композицияның (поливинилхлорид нигеҙендә) яңы рецептураһы эшләнгән.
  • 195-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 47 яңы уйлап табыш авторы, СССР-ҙың автор танытмаларына һәм РФ патенттарына эйә.
  • 2 кандидатлыҡ диссертацияһының ғилми етәксеһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәрет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР уйлап табыусыһы (1986).
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011)

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Electronic scientific journal «Oil and Gas Business», 2013, Issue 2, pp. 370—380.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]