Эстәлеккә күсергә

Благасов Леонид Ефимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Благасов Леонид Ефимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1938
Тыуған урыны Белгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Иҫке Оскол, Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2011
Һөнәр төрө журналист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Благасов Леонид Ефимович (1938 йыл — 2011 йыл) — журналист, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.

Благасов Леонид Ефимович 1938 йылдың 15 майында Белгород өлкәһенең Иҫке Оскол ҡалаһында тыуған. Белгород педагогия институтын, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлаған. Белгород өлкәһенең район гәзиттәрендә, «Белгородская правда» гәзитендә үҙ хәбәрсеһе һәм яуаплы секретарь урынбаҫары булып эшләй. 1969 йылдан КПСС өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлегенең матбуғат, радио һәм телевидение секторы мөдире. Өс йылдан — партияның өлкә комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, һуңынан ошо бүлек мөдире.

1982 йылда партияның өлкә комитетында административ органдар бүлеген, 1988 йылда «Белгородская правда» гәзите редакцияһын етәкләй. Егерме йылдан ашыу, Белгородтағы иң боронғо баҫманың коллективын етәкләп, ул уҡыусылар өсөн алыштырғыһыҙ һәм изге әңгәмәсе, ғәҙел һәм юғары профессиональ журналистика өлгөһө булһын өсөн бөтә көсөн һалаhttps://beluezd.ru/blagasov-leonid.html[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Л. Е. Благасовтың күп йыллыҡ емешле хеҙмәте «Почет билдәһе» ордены, «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән билдәләнә. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә[3].

  • «Инандырыу юлы менән тәрбиә биреү: иҡтисади реформа шарттарында Шебекин химия заводы партия ойошмаһының идеологик эше тәжрибәһенән»[4].
  1. https://www.belpressa.ru/15009.html(недоступная ссылка) Непростые люди Леонида Благасова
  2. https://www.belpravda.ru/news/20.4.13-2260.html
  3. BELUEZD.RU
  4. https://search.rsl.ru/ru/record/01007278198