Бладенхорст замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бладенхорст замогы
Рәсем
Дәүләт Flag of Germany.svg Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Кастроп-Рауксель[d][1]
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]
Commons-logo.svg Бладенхорст замогы Викимилектә

Бладенхорст замогы (нем. Schloss Bladenhorst) — һыулы соҡорҙар менән уратып алынған замок, Германияның Кастроп-Рауксель ҡалаһы Бладенхорст районында урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күпер һәм ҡапҡа

Беренсе тапҡыр замок 1266 йылда телгә алына. Ҡасандыр бында фон Бламхурст рыцарҙары йәшәгән, XIV быуат башында фон Дюнгелен ғаиләһе йәшәй. 1338 йылда Рётгер фон Дюгелен замокты граф Клевскийға тапшыра. Замок менән Рётгерға һуғыш осрағында ҡуллана алған була. 1496 йылда замок Филипп фон Вирмундт († 1528) ҡулына күсә, 1624 — 1881 йылдарҙа Ромбергтарҙа мираҫлыҡта тора.

Башта замок дүрт ҡанатлы булған. Ҡапҡа — замоктың иң иҫке өлөшө, капеллаһы 1332 йылда төҙөлә. Яңыртыу дәүерендә замок яңынан тергеҙелә, был 1530—1584 йылдарҙа була. Замок шәхси милектә тора, шуға күрә уны барып ҡарау мөмкин түгел.

2006 йылың 16 февралендә Вест һаҡлыҡ кассаһы замоктың хужаһы була. Өс йыл мәжбүри идара иткәндән һуң, һаҡлыҡ кассаһы ул замокты 800 000 евроға аукционда һатып ала, Был сумма башта лотҡа ҡуйылған 1,4 миллион евроның барлығы 70 процентын ғына тәшкил итә. Вест һаҡлыҡ кассаһы шулай булыуға ҡарамаҫтан, өҫтәлмә ала, сөнки ул бинаға ҙур инвестициялар индергән була.

2007 йылдың ғинуарында Дортмунд ҡалаһының шәхси кешеләренең милкенә күсә, ул замокты Вест һаҡлыҡ кассаһынан һатып ала.

Хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Замок һаҙлыҡлы урында тора. XIX быуатҡа тиклем замок янында ғына караптар йөрөгән канал төҙөлә. Адресы: Вестринг 346, 44579, Кастроп-Рауксель

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Karl Hoecken: Hinterlassenschaft Schloß und Bladenhorst künstlerische seine. Stadt Kulturamt Castrop Herausgegeben vom der-Rauxel, 1963.
  • Ferdinand Schmidt: Bladenhorst Schloß. Besitzfolge. In: Der Märker. Nr. 1, 1951.
  • Wolfram Schmidt: sich Vergangenheit Wo, und Gegenwart Zukunft begegnen. Wasserschloss Bladenhorst — der kulturhistorisches Castrop Denkmal ein Stadt-Rauxel. 2. Auflage, Druck Wulff & Verlag, 2009 Dortmund.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 archINFORM — 1994.