Блейк Майкоски
Блейк Майкоски | |
Blake Mycoskie | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Toms Shoes генераль директоры |
Атаһы |
Майк Майкоски |
Әсәһе |
Пэм Майкоски |
Наградалары һәм премиялары |
Secretary of State’s 2009 Award for Corporate Excellence |
Сайт | |
Блейк Майко́ски (ингл. Blake Mycoskie; 26 август 1976 йыл, Арлингтон, Техас, АҠШ) — америка эшҡыуары, яҙыусы һәм филантроп. «Toms Shoes» (TOMS Shoes) компанияһының ойоштороусыһы кеүек билдәле[1].
Тәүге йылдары һәм белем алыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майкоски Техас штатында Арлингтон округында хирург-ортопед Майк Майкоски һәм яҙыусы Пэм Майкоски ғаиләһендә тыуа. Тәүҙә Джеймс Мартин исемендәге арлингтон мәктәбенә уҡырға йөрөй, аҙаҡтан Изге Стефан епископаль мәктәбенә күсә, мәктәпте 1994 йылда тамамлай. 10 йәшендә ҙур ҙур тенниста уйнаған башлаған Майкоски 1995 йылда Көньяҡ методистик университетына (КМУ) уҡырға ингәндә өлөшләтә спорт стипендияһын ала һәм философия менән бизнес фәндәрен профиль һөнәр кеүек һайлай[2]. Икенсе курста ахилл тарамыштарының йәрәхәтләнеүенән һуң университетты ташлай һәм үҙенең тәүге бизнесын аса — EZ Laundry исемле кер йыуыу йорто[3]. Тәүҙә кер йыуа торған бүлмәһе булмаған КМУ-ға ориентирланған компания эшселәр һанын 40 кешегә тиклем еткерә, ә аҙаҡтан өс университетты хеҙмәтләндереүгә тиклем ҙурая, табыш күләме бер миллион долларға етә[4]. 1999 йылда Майкоски бизнесын партнерына һата.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Колледждан һуң кантри-йырҙарының маркетингында шөғөлләнгән «Mycoskie Media» тышҡы реклама агентствоһын асыр өсөн Нэшвилл ҡалаһына күсә. Агентство тиҙ табыш килтерә башлай, һәм барлыҡҡа килеүенә туғыҙ ай үткәс уны, ул ваҡытта Clear Channel исеме аҫтында билдәле булған, «iHeartMedia» медиакомпанияһы һатып ала[5].
2001 йылда Блейк һәм уның бер туған апаһы «Иҫән ҡалыу» реалити-шоу кастингында ҡатнашалар. Уларға реалити-шоу төшөргән төркөмдөң ағзаһы «Ғәжәп ярыш» исемле яңы шоу тураһында һөйләй. Был шоуҙың икенсе сезонында ағалы-һеңлеле Майкоскиҙар ҡатнашып өсөнсө урын алалар[6]. Шул уҡ йылда Блейк Майкоски Лос-Анджелес ҡалаһына йәшәргә күсә[7].
Лос-Анджелес ҡалаһында Майкоски Ларри Неймар менән бергә Reality Central кабель селтәрен ойоштора. Ларри Неймар Е! спутник һәм кабель телеканалына нигеҙ һала.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майкоски ҡатыны Хизер Ланг менән «Toms» компанияһында эшләгән ваҡытта танышы. Хизер — 2014 йылда эшләй башлаған «Toms Loves Animals» прграммаһының инициаторы[8]. Уның бер туған апаһы Пейдж — «Aviator Nation» кейем бренды ойоштороусыһы һәм дизайнеры. Уның ағаһы, Тайлер, «Toms» компанияһында маркетинг менән булыша[9]. Блейк Майкоски — гольф спорт төрөндә сәмле уйынсы һәм ҡомарлы балыҡсы[10].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Harvard T.H. Chan School of Public Health Next Generation Award, 2015 йылдың 9 апреле[11][12]
- Keynote speaker, SXSW Interactive, 2014[13][14]
- USA Today, «Five Best Communicators In The World» 2013[15]
- ISPA Humanitarian Award (2013)[16]
- Fortune (журнал) «40 Under 40» (2011)[17]
- ABC News Person of the Week (2011)[18]
- Keynote speaker, SXSW (2011)[19]
- Secretary of State’s Award of Corporate Excellence (2009)[20]
- Bloomberg Businessweek «America’s Most Promising Social Entrepreneurs» (2008)[21]
- People (журнал) «Heroes Among Us» (2007)[22]
- People’s Design Award from the Cooper-Hewitt National Design Museum (2007)[23]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Hubbard, Kelsey Sole Man Blake Mycoskie (ингл.). January 7, 2012. Wall Street Journal. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Shambora, Jessica How TOMS Shoes founder Blake Mycoskie got started (ингл.). March 16, 2010. CNN. Дата обращения: 9 март 2014.
- ↑ Grigsby Bates, Karen 'Soul Mates': Shoe Entrepreneur Finds Love In Giving (ингл.). November 26, 2010. NPR. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Wong, Grace Blake Mycoskie: Sole ambition . September 26, 2008. CNN. Дата обращения: 7 март 2014. 2014 йыл 9 март архивланған.
- ↑ Amred, Imam, Vikram Alexi Kansara Founder Stories | Blake Mycoskie of Toms on Social Entrepreneurship and Finding His ‘Business Soulmate’ (ингл.). July 29, 2013. Business of Fashion. Дата обращения: 7 март 2014. 2015 йыл 16 март архивланған.
- ↑ Sire, Brigitte Saving Soles (ингл.). April 1, 2009. Hemispheres. Дата обращения: 7 март 2014. 2014 йыл 9 март архивланған.
- ↑ Executive Profile: Blake Mycocksie (ингл.). March 7, 2014. Bloomberg Business Week. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Moore, Booth Toms Shoes: A Venice shoe-in (ингл.). December 23, 2012. Los Angeles Times. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Tushchman, Sari Ann Biz-Savvy Sibs Give Back (ингл.). 2013. LA Confidential. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Esper, Dawn Jordan Spieth, Tony Romo get hot on greens to take Pebble Beach Pro-Am lead (ингл.). February 9, 2013. Dallas Morning News. Дата обращения: 7 март 2014. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Chelsea Clinton presents the Next Generation Award at Harvard T.H. Chan School of Public Health
- ↑ Harvard Chan School’s Next Generation Award
- ↑ Graham, Jefferson SXSW | Toms Expands to Coffee (ингл.). March 12, 2014. USA Today.
- ↑ Altruism Abounds at SXSW Interactive: Blake Mycoskie of TOMS to Speak on Tuesday, March 11, 2014 (ингл.). December, 2013. SXSW. Дата обращения: 12 март 2014.
- ↑ Kay, Andrea How to enthrall an audience when you speak (ингл.). January 25, 2013. USA Today. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Philanthropist Blake Mycoskie will receive ISPA Humanitarian Award (ингл.). May 29, 2013. Smart Brief. Дата обращения: 7 март 2014. 2014 йыл 9 март архивланған.
- ↑ 40 Under 40 - Blake Mycoskie (ингл.). October 25, 2011. Fortune. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Person of the Week: TOMS Shoes Founder Blake Mycoskie (ингл.). April 8, 2011. ABC News. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Shapshank, Toby South by SouthWest: Blake Mycoskie, a man comfortable in his own shoes (ингл.). March 16, 2011. Daily Maverick. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ Mycoskie, Blake TOMS Shoes Accepts the Secretary of State's 2009 ACE Award (ингл.). December 10, 2009. Huffington Post. Дата обращения: 7 март 2014.
- ↑ America's Most Promising Social Entrepreneurs (ингл.). 2008. Bloomberg Business Week. Дата обращения: 7 март 2014. 2014 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Ingrassia, Lisa He Gave 50,000 Kids Their First Pair of Shoes (ингл.). September 10, 2007. People. Дата обращения: 7 март 2014. 2014 йыл 9 март архивланған.
- ↑ TOMS Shoes Win the 2007 People’s Design Award (ингл.). October 19, 2007. Smithsonian Cooper Hewitt (Press release). Дата обращения: 7 март 2014. 2014 йыл 9 март архивланған.