Богацкая Любовь Антоновна
Богацкая Любовь Антоновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 20 август 1917 |
Тыуған урыны | Колотиловка[d], Краснояружский район[d] |
Вафат булған көнө | 14 июнь 1994 (76 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Любовь Антоновна Богацкая (1917 йылдың 20 авгусында, Белгород өлкәһе Колотиловка ауылында тыуған — 1994 йылдың 14 июнендә вафат булған) — Белгород өлкәһе Ракитянский районы «Краснояружский» тоҡомло мал заводы һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (22.03.1966).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Любовь Богацкая 1917 йылда Колотиловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1933 йылда «Дубино» совхозында тыуған. Һуңыраҡ «Краснояружский» совхозына быҙау ҡараусы булып эшкә күсә. 1938 йылда һауынсы булып эш башлай[1]. Һуғыш йылдарында бөтә мал-тыуар көнсығышҡа илдең төпкөлөнә оҙатыла. 1943 йылда көтөү тыуған яғына кире ҡайтарыла.
Мал бик ябыҡ, интеккән хәлдә була. Любовь Антоновна ошо ҡатмарлы йылдарҙа ла бер һыйырҙан йылына 1500—2000 кг һөт һауып ала. Биш йыл үтеүгә уның төркөмөндә 10 һыйыр иҫәпләнеп, һәр һыйырҙан йылына 4000 килограмдан ашыу һөт һауып алған. 1950—1953 йылдарҙа һөт һауыу рекордлы була, һәм ул бер баш һыйырҙан 5200 кг һөт һауып ала башлай. Ғәҙел һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Богацкая күп тапҡыр бүләкләнә[2].
Малсылыҡта юғары продуктлылыҡҡа өлгәшкәне өсөн, 1966 йылдың 22 март указы менән Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән бүләкләнеп, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Артабан хаҡлы ялға сыға.
Белгород өлкәһе хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы депутаты итеп һайлана.
1994 йылдың 14 июнендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (22.03.1966)
- Ленин ордены (22.03.1966)
- Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Богацкая Любовь Антоновна . beluezd.ru. Дата обращения: 17 апрель 2019.
- ↑ Золотые звезды краснояружцев - Документ . gigabaza.ru. Дата обращения: 17 апрель 2019.