Богомолова Любовь Григорьевна
Богомолова Любовь Григорьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1902 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1983 |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Эшмәкәрлек төрө | медицина һәм гематология |
Уҡыу йорто | И. И. Мечников исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Богомолова Любовь Григорьевна (1902—1983) — совет биологы, гематолог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Сталин премияһы лауреаты (1952 й.).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Любовь Богомолова Санкт-Петербургта тыуған. Атаһы Александро-Невская Лавра хоры регенты (сиркәү хоры дирижёры) була, 30-сы йылдарҙа репрессиялана.
1925 йылда Ленинград медицина белемдәре институтын (ГИМЗ) тамамлай. 1931 йылдан ҡан ебәреү бүлегендә эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград ҡан ебәреү институтының донорлыҡ бүлеген етәкләй. Уның хөкүмәткә мөрәжәғәтенән һуң донорҙарға өҫтәмә паек бүленә. Блокадалағы ҡалала 144 мең литр донор ҡаны әҙерләнә.
Ялан госпиталдәрендә дауалау практикаһында киң ҡулланыу тапҡан плазманы лиофиль киптереү ысулын уйлап тапҡан өсөн, институт хеҙмәткәрҙәре А. Н. Филатов һәм Л. Г. Богомолова 1952 йылда Сталин премияһына лайыҡ булалар.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Любовь Григорьевна Богомолова Ленинград гемотология һәм ҡан ебәреү фәнни-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире булып эшләй.
Медицина фәндәре докторы. Профессор (1955).
1983 йылда Санкт-Петербургта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970)
- Сталин премияһы лауреаты (1952)
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богомолова Л. Г. Донорство. — Л.: Медицина, Ленинградское отделение, 1984. — 197 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Борис Васильевич Петровский. Большая медицинская энциклопедия. — Советская энциклопедия,, 1976. — Т. 3.
- Любовь Григорьевна Богомолова. К 80-летию со дня рождения. Проблемы гематологии и переливания крови. — Медицина, 1982. — Т. 27.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Любовь Григорьевна Богомолова — профессор, доктор медицинских наук
- фото [1](недоступная ссылка)