Эстәлеккә күсергә

Божеховский Пётр Максимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Божеховский Пётр Максимович
Тыуған көнө 20 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Божеховский Пётр Максимович (20 август 1938 йыл) — хеҙмәт ветераны, элекке партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (2011).

Пётр Максимович Божеховский 1938 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күнзавод ауылында донъяға килгән. Бик иртә эшкә өйрәнә, кирбес заводында бала саҡтан эшләй, мәктәпкә 10 йәшендә генә бара: Темәс ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпкә йөрөргә тура килә. Артабан Түбә урта мәктәбендә уҡый[1]. Атаһын 1938 йылда ҡулға алаларһәм нооябрь айында атып үлтерәләр. Үҙ тамырҙарын белмәй үҫә, Варшава ҡалаһы яғынан икәнен генә әсәһенән ишеткәне була[1]. 1958 йылдан алып 1961 йылға тиклем «Һәүәнәк» совхозында автослесарь, шофер булып эшләй, һуңынан Башҡорт ауыл хужалығы институтының әҙерлек курстарына уҡырға инә, артабан институтты тамамлағандан һуң 1966 йылда тыуған яҡтарына ҡайта[2]

1966 йылдан «Һәүәнәк» совхозында — инженер, 1971 йылдан партком секретары булып эшләй. 1975 йылдан — КПСС-тың Баймаҡ райкомы бүлегенең мөдире, 1977 йылдан — Баймаҡ райсоветының башҡарма комитетында ауыл хужалығы етештереү идаралығы начальнигы, 1982 йылдан — «Баймаҡ» Тәжрибә-етештереү хужалығы (ОПХ) директоры, 1988 йылдан — КПСС-тың Баймаҡ райкомының 2-се секретары, 1990 йылдан — Баймаҡ агросәнәғәт берләшмәһенең Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы, 1995 йылдан — Баймаҡ районы Ауыл хужалығы һәм етештереү идаралығының начальнигы, 1998 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы муниципаль район хәкимиәтенең Ауыл хужалығы һәм етештереү идаралығының начальнигы[3].

Бөтә булған белемен, тәжрибәһен, энергияһын П. М. Божеховский район колхоздарының, совхоздарының материаль базаһын нығытыуға, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тормошон һәм мәҙәни кимәлен күтәреүгә йүнәлтә. Үҙ эшен һәйбәт белгән, башҡорт телендә иркен һөйләшкән, кеселекле һәм шул уҡ ваҡытта талапсан етәксе Баймаҡ районында бер эштә лә һынатманы, ҡайҙа эщләһә лә — һөҙөмтәле эшләне[1]. 2011 йылдың 11 июнендә Баймаҡ районы ауыл хужалығының үҫешендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Баймаҡ районының һәм Баймаҡ ҡалаһының Почетлы гражданы исеменә лайыҡ була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1986)
  • «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1981)
  • «Социалистик ярышы еңеүсеһе» (1973)
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтаулы грамотаһы (1998)[3].
  1. 1,0 1,1 1,2 https://baimak.bashkortostan.ru/presscenter/news/814470/(недоступная ссылка) Старость его дома не застанет]
  2. 2,0 2,1 Сказание о Земле Баймакской. Уфа, Изд-во «Слово», 1998, 209 бит
  3. 3,0 3,1 Божеховский Петр Максимович(недоступная ссылка)