Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (Нур-Солтан)
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | октябрь 2009 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Нур-солтан |
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (ҡаҙ. Тәуелсіздік алаңы) — Нур-Солтан, Ҡаҙағстандың баш ҡалаһындағы төп майҙан.
Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны Нур-Солтандың Алмата районында урынлашҡан[1]. Тауелсиздик проспекты буйлап тура дүртмөйөш формаһында көньяҡ-көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-төньяҡ-көнсығыш буйлап һуҙылған. Арҡыры йүнәлештә майҙан Байтурсынов һәм Нажимеденов урамдары менән сикләнгән[2].
Архитектура ансамбле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Майҙан уртаһында «Казах ели» монументы ҡуйылған — Ҡаҙағстандың азатлыҡ һәм сәскә атыуы символы[3].
Майҙан тирәләй киләһе объекттар урынлашҡан (сәғәт уғы буйынса)[2][3]:
- Хәҙрәт Солтан Мәсете;
- Ҡаҙаҡ милли сәнғәт университеты;
- Донъя диуары;
- Бойондороҡһоҙлоҡ Һарайы;
- Ҡаҙағстан республикаһы милли музейы;
- Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы һәм президент паркы.
Ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Майҙан 2009 йылда үҙәҡ объекты булған «Казах ели» монументы менән бер ваҡытта барлыҡҡа килә. Монумент тирәләй бер нисә скульптур төркөм һәм фонтандар урынлашҡан[4].
2015 йылдың сентябрь айында Ҡаҙаҡ ханлығы ойошторолоуҙың 550 йылллығы уңайынан майҙанда тантаналы саралар үтә. Тантана барышында майҙан тарихи ауыл формаһына әүерелә[5].
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында Ватанды һаҡлаусылар һәм Конституция көнө уңайынан хәрби парадтар үтә[6][7]. 2015 йылдың 7 майында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парад ваҡытында Еңеү байрағының күсермәһен алып сығыу тантанаһы була[8].
Был майҙан Науруз байрам сараларын үткәреү урыны булып тора[9]. Яңы йылда майҙанда боҙ ҡаласыҡтары ойошторола[10].
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Как Астана готовилась к Новому году 20 лет назад - видео (рус.) (2020-12-30). 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 Площадь Независимости. Нур-Султан (Астана), Казахстан (рус.). 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 Площадь Независимости и монумент «Қазақ елі» (рус.). 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ Astana Travel Information (инг.). 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ Zhazira Dyussembekova Kazakh Eli Square Transformed into Historic Village for Anniversary of Kazakh Khanate (инг.) (2015-09-15). 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ Historic Scenes, Retro Military Equipment to be Presented in Victory Parade. 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ Глава государства Нурсултан Назарбаев принял участие в параде войск, посвященном Дню Конституции. 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ Посещение военного парада, посвященного Дню защитника Отечества и 70-летию Победы в Великой Отечественной войне. 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ Nauryz celebrations held on Kazakh Eli square in Astana (инг.) (2012-03-22). 10 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ Как Астана готовилась к Новому году 20 лет назад - видео (рус.) (2020-12-30). 10 апрель 2021 тикшерелгән.