Боков Алексей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боков Алексей Николаевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 12 сентябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Могилёв, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 2014
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Ростов дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Курск дәүләт медицина университеты[d]

Боков Алексей Николаевич (12 сентябрь 1927 йыл — 2014 йыл) — ғалим-табип, медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Ростов коммуналь гигиена фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Николаевич Боков 1927 йылдың 12 сентябрендә Белоруссияның Могилев ҡалаһында тыуған. Фельдшер-акушерлыҡ мәктәбендә белем ала (1946).

1951 йылда Курск медицина институтын (хәҙерге Курск дәүләт медицина университеты) уңышлы тамамлай. Институттың аспирантураһында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағас ассистент, доцент булып эшләй. 1959 йылда РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министлығының бойороғо менән Ростов медицина институтына күсерелә.

1959 йылдан алып 2013 йылға тиклем Ростов дәүләт медицина университетында эшләй. 1959 йылдан алып 1996 йылға тиклем коммуналь гигиена кафедраһы мөдире була. 1955 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1969 йылда «Гигиеническая оценка токсичности строительных материалов и изделий из синтетических полимеров» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Медицина фәндәре докторы ғилми исеме ала. 1959—1962 йылдарҙа декан урынбаҫары, 1970—1972 йылдарҙа медицина институтының ғилми эш буйынса проректоры вазифаһын биләй. 1996 йылдан — Ростов дәүләт медицина университетының гигиена кафедраһы профессоры.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: халыҡ хужалығында полимер материалдарҙы ҡулланыу һәм уларҙың кеше организмына тәьҫире. Уның етәкселегендә 40 фән кандидаты һәм докторы әҙерләнгән.

А. Н. Боков 15 уйлап табыу, 450-гә яҡын фәнни хеҙмәттәр авторы булып тора. Рәсәй экология академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй хәүефһеҙлек, оборона һәм хоҡуҡ тәртибе проблемалары академияһы академигы.

Алексей Николаевич Боков 2014 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991)
  • Һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1972)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]