Эстәлеккә күсергә

Бонин күгәрсене

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бонин күгәрсене
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Columba versicolor (Kittlitz, фәндә 1832 йыл)


Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Бонин күгәрсене (лат. Columba versicolor) —күгәрсендәр[1] ғаиләһенән юҡҡа сыҡҡан ҡош. Бонин утрауҙарының эндемигы.

Бонин күгәрсененең оҙонлоғо 45 см. Арҡаһы алтынһыу-ҡуйы ҡыҙыл ялтырауыҡ. Кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡһыл һоро. Алғы түш өлөшө йәшел. Өҫкө ябыу ҡаурыйҙары асығыраҡ төҫтә һәм алтынһыу ялтырауығы артығыраҡ. Башының түбә өлөшө тимер йәшел. Соңҡа өлөшөндә төҫ ҡарағусҡыл ҡыҙыл менән йәшелгә күскән булған. Радужиналары ҡуйы көрән. Суҡышы йәшкелт һары. Аяҡтары ҡуйы ҡыҙыл.

Бонин күгәрсене Бонин архипелагының Накододзима һәм Титидзима утрауҙарындағы урмандарында тереклек иткән булған.

Генрих фон Киттлиц 1828 йылда был төрҙө тапҡас, ул йыш ҡына был ҡоштарҙы ҡара күгәрсендәр (Columba janthina) менән бергә күҙәткән. Бонин күгәрсене, веерлы пальма емештәре менән туҡланған һәм аҙыҡты яңғыҙ йәки парлап эҙләгән.

Бонин күгәрсененең юҡҡа сығыуының төп сәбәбе, күрәһең, уға сиктән артыҡ һунар итеүгә бәйле булғандыр. Һуңғы экземпляр 1889 йылда Накододзима утрауында атып үлтерелә. Был ҡоштарҙың 4 тиреһе Японияла Симан префектураһында, Майндағы Франкфурттағы Зенкенберг музейында, Санкт-Петербургтағы Рәсәй Фәндәр академияһының Зоологик институтында һәм Лондондағы Тәбиғәт фәндәре музейында һаҡлана.

  1. Gill F., Donsker D. & Rasmussen P. (Eds.): Pigeons (ингл.). IOC World Bird List (v11.2) (15 июль 2021). doi:10.14344/IOC.ML.11.2. Дата обращения: 16 август 2021.
  • Dieter Luther: Die ausgestorbenen Vögel der Welt, 4. Auflage (Die neue Brehm-Bücherei 424). Westarp-Wissenschaften, Magdeburg; Spektrum, Heidelberg, 1996. ISBN 3-89432-213-6

Ҡалып:Недавно вымершие птицы