Боом тарлауығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боом тарлауығы
Рәсем
Дәүләт  Ҡырғыҙстан
Карта
 Боом тарлауығы Викимилектә

Боом тарлауығы (ҡырғ. Боом) — Бишкәк ҡалаһынан 112 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡырғыҙстан тарлауығы.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боом тарлауығында Ысыҡ-Күл юлы һәм Чү йылғаһы

Матур Боом тарлауығы Чү йылғаһының урта ағымында Ҡырғыҙ Алатауы һәм Көнгәй Алатауы һырттарының бүленгән сигендә урынлашҡан. Тарлауыҡтың оҙонлоғо — яҡынса 30 км[1].

Боом тарлауығы Чүй үҙәнен Ысыҡкүл ҡаҙаны менән тоташтыра һәм Һөйәбтән Ысыҡкүлгә илткән юлда үҙенсәлекле визит карточкаһы булып тора. Боом тарлауығына ингән урында шишмә урғылып ятҡан ерҙә туристар туҡтап ял итә.

Боомдың тәбиғәте төрлө. Уның өҫкө өлөшөндә һөҙәк формалар өҫтөнлөк итә, йылғаның һыубаҫар туғайы киң һәм ҡуйы үҫемлектәр менән ҡапланған. Тарлауыҡтың аҫҡы өлөшө иһә тар каньондан ғибәрәт, бында йылға текә ҡаялар араһынан борғаланып аға[2].

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боом тарлауығы аша Бишкәк менән Балыкчи (совет осоронда Фрунзе менән Рыбачье) араһындағы тимер юл тармағы (1948 йыл, 180 саҡрым), шулай уҡ Чүй һәм Ысыҡкүл өлкәләрен тоташтырған автомагистраль үтә. Был өлкәләр араһында административ сик — [3]тарлауыҡтың урта өлөшөндә аҡҡан йылға аша ташланған Ҡыҙыл Күпер. Тарлауыҡтың өҫкө өлөшөндә күп һанлы туристар өсөн бер нисә юл буйы кафеһы, шулай уҡ автотрассаның Орто-Тоҡай һыуһаҡлағысына боролған тармағы бар. Әлеге ваҡытта Боом тарлауығы рафтинг яратыусылар араһында бик популяр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Ущелья Кыргызстана - Боомское ущелье. Дата обращения: 10 ноябрь 2012.
  2. silkroadadventures.info. Дата обращения: 10 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 15 ноябрь 2011 года. 2011 йыл 15 ноябрь архивланған.
  3. К октябрю новая дорога в Бооме будет построена наполовину. Дата обращения: 11 ноябрь 2012. Архивировано 7 ноябрь 2014 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]