Борисова Анна Фёдоровна
Борисова Анна Фёдоровна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 31 ғинуар 1926 |
Вафат булған көнө | 5 октябрь 1990 (64 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, РСФСР, Пенза |
Һөнәр төрө | Колхоз |
Анна Фёдоровна Борисова (1926 — 1990) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1926 йылдың 31 ғинуарында Пенза өлкәһе Каменский районы, Вражское ауылында тыуған.
1940 йылдан, башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай — Пенза өлкәһе, Каменский районы, «Восток» колхозында ябай колхозсы булып. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн А. Ф. Борисова «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1949 йылдан 1963 йылға тиклем — сусҡа ҡараусы, ә 1963 йылдан алып 1977 йылға саҡлы — Пенза өлкәһе Мокшанский районының «Нечаевский» совхозында сусҡа фермаһы бригадиры.
А. Ф. Борисова яйлап сусҡаларҙы ашатыу һәм үҫтереү серҙәренә өйрәнә, ашатыу төркөмөнә сусҡа бәрәстәрен йылына меңләп йә меңдән күберәк тапшыра уңған малсы. 1965 йылда ул бригадиры булған сусҡа фермаһы — 74 мең һум килем килтерә. А. Ф. Борисова етәкләгән бригадаға, өлгәшелгән уңыштары өсөн, — «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» тигән исем бирелә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 март указы менән, «малсылыҡты үҫтереүҙә, ит етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа ирешелгән уңыштары өсөн» Анна Фёдоровна Борисова, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.
1977 йылда Пенза ҡалаһына күсә, һәм тимер юл поликлиникаһында хужалыҡ мөдире завхоз булып эшләй.
1980 йылда хаҡлы ялға сыға.
Пенза ҡалаһында йәшәй, 1990 йылдың 5 октябрендә шунда вафат була. Пенза өлкәһе Мокшанский районының Нечаевка ауылы зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (22.03.1966)
- Ленин ордены (22.03.1966)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пензенцы — Герои Социалистического Труда. Библиографический указатель. — Пенза, 1988 г.
- 31 ғинуарҙа тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- 5 октябрҙә вафат булғандар
- 1990 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Пенза өлкәһендә тыуғандар