Браслав күлдәре (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Браслав күлдәре
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Хөрмәтенә аталған Браслав күлдәре
Дәүләт Flag of Belarus.svg Беларусь
Административ-территориаль берәмек Витебская область[d]
Майҙан 691 км²
Commons-logo.svg Браслав күлдәре Викимилектә

«Браслав күлдәре» милли паркы — Белоруссияның төньяҡ-көнбайышындағы милли парк.

Милли парк уникаль тәбиғәт комплексын кешеләрҙең хужалыҡ эшмәкәрлегенән яҡлау, уларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлау хеҙмәтен үтәй. Ул 1995 йылдың авгусында ойошторола. Үҙәге булып Браслав күл төркөмдәре тора[1]. Парк составына Браслав районының байтаҡ урман массивтары һәм һаҙлыҡтары менән көньяҡ өлөшө инә. Милли парктың дөйөм майҙаны 71500 гектар тәшкил итә[2]. Ул төньяҡтан көньяҡҡа 56 км-ға һуҙылған, киңлеге 7 километрҙан 17 километрға тиклем. Биләмәһенең 29%-ын күлдәр биләй, урман 46%-ын алып тора.

Милли парк сиктәрендә бер нисә ҡыҙыҡлы тәбиғәт һәйкәлдәре урынлашҡан. Был айырым рельефтың асыҡ сағылған боҙлоҡ формалары, ҙур һарыҡташтар, күлдәрҙә утрауҙар, һирәк ағастар төркөмө. Бик күп һанда тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары: төрлө дәүер ҡаласыҡтары (Масковичи һәм башҡалар), ҡурғанлы ҡәберлектәр, ғибәҙәт ҡоролмалары бар.

Ботаниктар парк территорияһында үҫемлектәр донъяһының 500-ләп төрөн иҫәпләгән, шуларҙың 20 төрө Белоруссия өсөн һирәк төрҙәр булып тора.

«Браслав күлдәре» милли паркында ғилми эшмәкәрлек, шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау буйынса эш алып барыла. Милли парк үҙәге — Браслав ҡалаһы, унда етәкселек һәм фәнни базаһы урынлашҡан. Милли парк хеҙмәт коллективында 600-гә яҡын кеше иҫәпләнә.

Милли парктың хайуандар донъяһы бай һәм күп төрлө: бында 189 төр ҡош осрай, шуларҙың 45-е һирәк төргә һәм юҡҡа сығып барыусыларға ҡарай.

Белоруссияның Ҡыҙыл китабына индерелгән хайуандар араһынан бурһыҡ (meles Meles), һеләүһен (Lynx lynx), һоро айыу (arctos Ursus), ҡара ҡауҙы (Ciconia nigra), һоро торна (grus Grus), ышылдаҡ аҡҡош (cygnus olor), күк аҡсарлаҡ (Larus canus), чернозобик (Calidris alpina) бар.

Браслав урманының башҡа хайуандары: бүре (Canis lupus), ҡабан (sus scrofa), илек (Capreolus capreolus), төлкө (vulpes vulpes), мышы (alces Alces), урман эте (nyctereutes procyonoides), һыуһар (Martes foina) һәм башҡалар.

«Браслав күлдәре» милли паркының төньяҡ өлөшөндә Василькишки утары урынлашҡан.


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]