Эстәлеккә күсергә

Бер туған Гриммдар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Братья Гримм битенән йүнәлтелде)
Бер туған Гриммдар
нем. Brüder Grimm

Ағалы-энеле Вильһельм (һулда) һәм Якоб (уңда) Гримм, 1855 йылғы портрет, Элизабет Йерихау-Бауман
Тыуғанда ҡушылған исемдәре:

Вильһельм Гримм, Якоб Гримм

Тыуған урындары:

Һанау, Гессен-Кассель ландграфлығы

Үлгән йылдары:

Вильһельм 1859 йылдың декабрендә, Якоб — 4 йыл тирәһе үткәндән һуң.

Вафат булған урындары:

Берлин, Пруссия короллеге

Подданлыҡтары:

Пруссия Пруссия короллеге

Һөнәрҙәре:

лингвистар һәм немец халыҡ мәҙәниәтен тикшереүселәр

Әҫәрҙәренең теле:

немец теле

 Бер туған Гриммдар Викимилектә

Бер туған Гриммдар (нем. Brüder Grimm йәки Grimm Die Gebrüder; Якоб, 1785 йылдың 4 ғинуарында — 1863 йылдың 20 сентябрендә һәм Вильһельм, 1786 йылдың 24 февралендә — 1859 йылдың 16 декабрендә) — немец лингвистары һәм немец халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеүселәр. Фольклор өлгөләрен йыйғандар һәм «Бер туған Гриммдарҙың әкиәттәре» тигән исем аҫтында бик популяр булып киткән бер нисә йыйынтыҡ баҫтырып сығарғандар. Карл Лахманн һәм Георг Фридрих Бенеке менән берлектә герман филологияһы һәм германистикаға нигеҙ һалыусы ғилми «атай» булып һаналалар. Ғүмерҙәре аҙағында немец теленең беренсе һүҙлеген төҙөү эшенә тотоналар: Вильһельм, эшен D хәрефенә еткереп, 1859 йылдың декабрендә вафат булған; Якоб, A, B, C һәм Е хәрефтәрен тамамларға өлгөрөп, ағаһынан дүрт йылға тиерлек артыҡ йәшәй. Ул, нем. Frucht (емеш) һүҙе өҫтөндә эшләп ултырғанда, өҫтәл артында үлгән.

Ағалы-энеле Якоб һәм Вильһельм Гриммдар Һанау ҡалаһында тыуған. Оҙаҡ ваҡыт Кассель ҡалаһында йәшәгәндәр.

Бер туған Гриммдарҙың ҡәбере Шёнебергтәге Изге Матфей иҫке зыяратында урынлашҡан.

Гриммдар ғаиләһенең Генеалогик ағасы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
 
 
 
 
Фридрих Гримм (өлкәне)
(1672 йылдың 16 октябре, Һанау
— 1748 йылдың 4 апреле, Һанау)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Фридрих Гримм (кесеһе)
(1707 йылдың 11 марты, Һанау
— 1777 йылдың 20 марты, Штайнау-ан-дер-Штрасе)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Юлиана Шарлотта Гримм
(иренең фамилияһы буйынса — Шлеммер)
(1735 йылдың 3 авгусы, Һанау
— 1796 йылдың 18 декабре, Штайнау-ан-дер-Штрасе)
 
Филипп Вильһельм Гримм
(1751 йылдың 9 сентябре, Һанау
— 1796 йылдың 10 ғинуары, Штайнау-ан-дер-Штрасе)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Якоб Людвиг Карл Гримм
(1785 йылдың 4 ғинуары, Һанау
— 1863 йылдың 20 сентябре, Берлин)
 
Вильһельм Карл Гримм
(1786 йылдың 24 феврале, Һанау
— 1859 йылдың 16 декабре, Берлин)
 
Людвиг Эмиль Гримм
(1790 йылдың 14 марты, Һанау
— 1863 йылдың 4 апреле, Кассель)
 
Шарлотта Амалия Гримм
(иренең фамилияһы буйынса — Хассенпфлуг)
(1793 йылдың 10 марты, Штайнау-ан-дер-Штрасе
— 1833 йылдың 15 июне, Кассель)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Фридрих Герман Гримм
(1828 йылдың 6 ғинуары, Кассель
— 1901 йылдың 16 июне, Берлин)


Гриммдарҙың ағай-апайҙарының тулы исемлеге:

  • Фридрих Һерманн Георг Гримм (1783 йылдың 12 декабре — 1784 йылдың 16 марты)
  • Якоб Людвиг Карл Гримм (1785 йылдың 4 ғинуары — 1863 йылдың 20 сентябре)
  • Вильһельм Карл Гримм (1786 йылдың 24 феврале — 1859 йылдың 16 декабре)
  • Карл Фридрих Гримм (1787 24 апрель — 25 май 1852)
  • Филипп Фердинанд Гримм (1788 йылдың 18 декабре —1845 йылдың 6 ғинуары)
  • Людвиг Эмиль Гримм (1790 йылдың 14 марты — 1863 йылдың 4 апреле)
  • Фридрих Гримм (1791 йылдың 15 июне — 1792 йылдың 20 авгусы)
  • Шарлотта Амалия Гримм (1793 йылдың 10 майы —1833 йылдың 15 июне)
  • Георг Эдуард Гримм (1794 йылдың 26 июле — 1795 йылдың 19 апреле)

Раск — Гримм законы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тел белгесе булараҡ, улар фәнни германистикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған. Якоб һуңғараҡ «Раск — Гримм законы» тип аталған тартынҡыларҙың күсеп йөрөүе тураһындағы тәүге герман законын өйрәнгән һәм формалаштырған.

Ағалы-энеле Граммдар этимологик "Немец һүҙлеге"н (ғәмәлдә дөйөм герман һүҙлеге) төҙөгәндәр. 1852 йылдан башлап сығарыла башлаған Немец һүҙлеге бары тик 1961 йылда ғына тамамланған, әммә бынан һуң да даими эшкәртелгән.

Бер туған Гриммдарҙың әкиәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ағалы-энеле Гриммдарҙың Һанау ҡалаһындағы һәйкәле
Бер туған Гриммдарҙың Шёнебергтағы ҡәберҙәре, Берлин

Ҡайһы бер әкиәттәре:

  • Семь воронов
  • Белоснежка (нем. Schneewittchen)
  • Бременские музыканты (нем. Die Bremer Stadtmusikanten)
  • Волк и семеро козлят (нем. Der Wolf und die sieben jungen Geißlein)
  • Гензель и Гретель (нем. Hänsel und Gretel)
  • Красная шапочка (нем. Rotkäppchen)
  • Король-лягушонок (нем. Der Froschkönig oder der eiserne Heinrich)
  • Сладкая каша (нем. Der süße Brei)
  • Дружба кошки и мышки (нем. Katze und Maus in Gesellschaft)
  • Рапунцель (нем. Rapunzel)
  • Румпельштильцхен, он же Гном-Тихогром (нем. Rumpelstilzchen)
  • Соломинка, уголёк и боб (нем. Strohhalm, Kohle und Bohne)
  • О рыбаке и его жене (нем. Von dem Fischer un syner Fru)
  • Беляночка и Розочка (нем. Schneeweißchen und Rosenrot)
  • Король Дроздобород (нем. König Drosselbart)
  • Умная Эльза (нем. Die kluge Else)
  • Госпожа Метелица (нем. Frau Holle)
  • Чёрт с тремя золотыми волосами (нем. Der Teufel mit den drei goldenen Haaren)
  • Двенадцать братьев (нем. Die zwölf Brüder)
  • Звёздные талеры (нем. Die Sterntaler)
  • Хрустальный шар (нем. Die Kristallkugel)
  • Дева Малейн (нем. Jungfrau Maleen)
  • Верные звери (нем. Die treuen Tiere)
  • Железный Ганс (нем. Der starke Hans)
  • Король с золотой горы (нем. Der König vom goldenen Berg)
  • Белая змея (нем. Die weiße Schlange)
  • Разбойник и его сыновья
  • Три змеиных листочка (нем. Die drei Männlein im Walde)
  • Вор и его учитель (нем. De Gaudeif un sien Meester)
  • Храбрый портняжка (нем. Das tapfere Schneiderlein)
  • Сказка о том, кто ходил страху учиться (нем. Märchen von einem, der auszog, das Fürchten zu lernen)
  • Золушка (нем. Aschenputtel}
  • Спящая Красавица (нем. Dornroschen)

Бер туған Гриммдар әҙәбиәттә һәм кинола

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1987 йылда СССР-ҙа экрандарға сираттағы балалар телевизион тапшырыуы «Будильник» сыға. Уны алып барыусы журналист, тапшырыуҙың сюжеты һәм баш редакторҙың ҡушыуы буйынса, бер туған Гриммдарҙан интервью алырға тейеш була. Шундай абсурд һәм тормошҡа ашырылмаҫтай мәсьәләне хәл итеп булмаҫынан күңеле төшкән ҡыҙ, үҙенсәлекле «ваҡыт машинаһы» тип атарлыҡ лифтҡа ултыра, һәм 1987 йылдан XIX быуатҡа эләгә, һәм унда легендар әкиәтсе менән тереләй осраша. «Будильник» тележурналының был серияһы «Бер туған Гриммдар менән интервью» тип атала. Ике туғанды ла, төрлө гримда, актёр Александр Галибин уйнай[1].

2005 йылда «Бер туған Гриммдар» тигән фильм-әкиәт төшөрөлгән. Исеме шулай һәм ҡайһы бер параллелдәр булыуына ҡарамаҫтан, фильм реаль персонаждарға ситләтелгән мөнәсәбәттә булған.

Шулай уҡ Америкала «Апалы-һеңлеле Гриммдар» тигән китаптар серияһы яҙылған. Был серияла бер туған Гриммдарҙың вариҫтары булған ҡыҙҙар тураһында бәйән ителә. Сюжет буйынса, бер туған Гриммдар — әкиәтсе түгел, ә, дөрөҫөрәге, тарихта ысынлап булған ваҡиғалар йылъяҙмасылары, ә бөтә әкиәт персонаждары, өҫтәүенә — уйлап сығарылмаған мәңге йәшәүсе йән эйәләре. Улар үҙҙәрен мәңге йәшәүсе тип атайҙар. Ҡыҙҙар, өләсәһе менән бергә, мәңге йәшәүселәргә бәйле төрлө криминаль эштәрҙе тикшерәләр. Китап авторы — Майкл Бакли, ә серия туғыҙ китаптан тора. Әлеге ваҡытта һигеҙ китап яҙылған. Китаптар Нью-Йоркта бестселлергә әүерелде. Бер туған Гриммдар серияла күрһәтелмәгән, сөнки ваҡиғалар беҙҙең заманда бара.

2011 йылда АҠШ-та, Америкала йәшәүсе Гриммдар ғаиләһе вариҫы тураһында бәйән итеүсе «Гримм» телесериалы старт ала. Сюжет буйынса ағалы-энеле бер туғандар кеше йөҙөндә йәшәгән йән эйәләренең ысын йөҙөн күреүгә эйә, һәм үҙҙәренең әкиәттәрендә был йән эйәләре тураһында тарихтар һүрәтләй. Улар һәм уларҙың тоҡомдары яуыз йән эйәләрен юҡ итә.

«Унынсы короллек» тигән америка телесериалы геройҙар, улар ябылған зинданға 200 йыл элек, төрмә ҡомаҡтарын немец теленә өйрәткән, ағалы-энеле Гриммдар ултырғанын беләләр. Беҙҙең донъяға әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең мажараларын "Ағалы-энеле Гриммдар әкиәттәре"ндә тасуирлай. Шулай уҡ ағалы-энеле Гриммдарҙың «Гензель һәм Гретель» әкиәте нигеҙендә Джереми Реннер һәм Джемма Артертон төп ролдәрҙе башҡарған «Яуыз убырлыға һунар» (2013) тигән фильм төшөрөлә.

Бер туған Гримм әҫәрҙәрен экранлаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1959 — «Тылсымлы ағассыҡ»
  • 1965 — «Дроздобород король»
  • 1969 — «Нисек королгә кейәүгә сығырға»
  • 1978 — «Беляночка һәм Розочка»
  • 1987 — «Ағалы-энеле Гриммдар әкиәттәре (анин)»
  • 2009 — «Крәҫтиәндең аҡыллы ҡыҙы»
  • 2011—2017 — «Гримм» (сериал)
  • 2013 — «Яуыз убырлыға һунар» / and Hansel Gretel: hunters witch

Ағалы-энеле Гриммдар әкиәттәре буйынса «Симсала Гримм» (Simsala Grimm) мультипликация сериалы төшөрөлгән. Был мультипликация фильмдарын бер-береһе менән хәҙерге берләштереүсе сюжет һәм даими рәүештә ҡабатланыусы ритуал менән: хәйләкәр һәм шуҡ арлекин Йо-Йо (йәки ЁЁ) һәм һөйкөмлө килбәтһеҙерәк, нәкәҫ-ғалим доктор Крок бай биҙәлгән китап буйынса оса һәм һәр ваҡыт серле рәүештә бер туған Гриммдарҙың киң билдәле бер әкиәтендәге ваҡиғалар уртаһына барып эләгә. Сериал сығарыу йылы: 1999—2002 сығарылған: Media Greenlight AG (Германия), 20-25 минутлыҡ 26 серия төшөрөлгән.

«Симсала Гримм» сериалын сығарыусы — Европала билдәле видеопродукция экспортёры берлин компанияһы «Гринлайт Медиа» (AG Greenlight Media). 1993 йылда компанияға нигеҙ һалыусы һәм уның президенты, йәш журналист һәм яҙыусы Сикоев Андрей Юрьевич (Sikojev Andre, 1961 й. т.) Берлиндән килгән бер төркөм фекерҙәштәре менән ағалы-энеле Гриммдар әкиәттәрен мультипликацион экранлаштырыуҙың үҙ фаразын булдырыу өҫтөндә эшләй. Экранлаштырыу ниәтенең үҙенсәлеклелеге, тәүсығанаҡтарға һаҡсыл мөнәсәбәт, шулай уҡ анимациның иң юғары сифаты яңы сериалдың донъя күләмендә триумфаль уңышына килтергән. «Симсала Гримм» сериалы, бөтә европа илдәрен ҡыҫтырып, шулай уҡ көньяҡ-көнсығыш Азия, Көньяҡ Америка илдәрендә, АҠШ һәм Японияла — барыһы 130 илдә даими рәүештә күрһәтелә.

Башҡорт теленә тәржемә ителгән әкиәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Балыҡсы һәм уның ҡатыны тураһында» тип аталған әкиәт геройы Ильзебилл хөрмәтенә 1919 йылда асылған астероид (919) аталған.

Авторҙар тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герман Герстнер. Братья Гримм. — Молодая гвардия, 1980. — 272 с. — (Жизнь замечательных людей). — 100 000 экз.

Ағалы-энеле Гриммдар йыйынтығына ингән, әммә элек Шарль Перро нәшер иткән әкиәттәре:

  • Ҡыҙыл Башлыҡ
  • Бармаҡ дәүмәлле малай
  • Йоҡоға талған һылыуҡай
  • Золушка

Гриммы // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.

  • Братья Гримм в жизни и мультипликации. Сериал «Simsala Grimm»