Ҡыҙыл Башлыҡ (Европа фольклоры)
«Ҡыҙыл Башлыҡ» (фр. Le Petit Chaperon rouge) — бүре менән осрашҡан бәләкәй ҡыҙ тураһында европа халыҡ әкиәт. Шарль Перро тарафынан әҙәби эшкәртелгән, һуңыраҡ Бер туған Гриммдар яҙып ала.
Сюжет килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бүре алдаған ҡыҙ тураһында сюжет (Аарне Томпсон классификацияһы[1] буйынса № 333) Францияла һәм Италияла урта быуаттарҙан таралған. XIV быуаттан билдәле булған әкиәт Альп тауҙары итәгендә һәм Тироль өлкәһендә айырыуса популяр була. Ейәнсәрҙең кәрзинендәге ризыҡ төрлөсә: ейәнсәре өләсәһенә Төньяҡ Италияла яңы тотолған балыҡ, Швейцарияла — йәш сыр киҫәге, Францияның көньяғында бөйөрөк һәм бер көршәк май алып килә[2]. Фольклор яҙмаларында сюжет түбәндәгесә[3][4]:
Әсәһе, ҡыҙына һөт һәм икмәк биреп, өләсәһенә ебәрә. Ҡыҙға юлда бүре, әүермән(bzou)[5][6], хатта огра[5] — кеше ашаусы алпамыша (огра) осрай. Ул ҡайҙа барыуын әйткәс, бүре, алдан барып, өләсәһен үлтерә. Бүре унан — аш-һыу, ә ҡанынан эсемлек әҙерләй, өләсәһенең кейеменә кейенеп, карауатына ята. Ҡыҙ килгәс, бүре уға ашарға тәҡдим итә. Өләсәһенең бесәйе ҡыҙҙы өләсәһенең ҡалдыҡтарын ашауы тураһында иҫкәртергә тырыша, әммә бүре бесәйҙе башмағы менән бәреп үлтерә. Һуңынан бүре ҡыҙға сисенеп, уның янында ятырға, кейемен утҡа ташларға тәҡдим итә. Ҡыҙ бүре ятҡас, ни өсөн уның сәсе күп, яурыны киң, тырнаҡтары оҙон, тештәре ҙур икәнлеген һорай. Һуңғы һорауға бүре: «Был Һине тиҙерәк ашар өсөн, балам!» — ти ҙә ҡыҙҙы ашай.
Яҙып алынған варианттарҙың күбеһе шулай штамамлана, ә ҡайһы берҙәрендә ҡыҙ бүренән хәйлә ярҙамында ҡаса.
Әҙәби эшкәртеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарль Перро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шарль Перро халыҡ сюжетын әҙәби эшкәртә. Ул каннибализм мотивын, бесәй персонажын һәм уның бүре тарафынан үлтерелеүен алып ташлай һәм ҡыҙ кейгән баш кейемен — ҡыҙыл башлыҡты (фр. chaperon) индерә. Бындай кейем Перро йәшәгән осорҙа ҡалаларҙа моданан сыға, әммә ауыл ерендәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында популяр була. Ул, әҙәплелекте боҙоу мотивын индереп, әкиәткә әхлаҡи мәғәнә бирә һәм әҫәрен шиғри әхлаҡ менән тамамлай, ҡыҙҙарға ылыҡтырыусыларҙан ҡурҡырға ҡуша.
Әкиәт 1697 йылда Парижда «Сказки матушки Гусыни, или Истории и сказки бывших времен с поучениями» китабында баҫылып сыға, ул «Сказки матушки Гусыни» булараҡ билдәле[2].
Бер туған Гриммдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге балалар әҙәбиәтендә классикаға әүерелгән әкиәттең вариантын, Перроның вафатынан һуң йөҙ йыл үткәс, Гриммдар яҙа. Версияларҙың береһе буйынса, улар уны Вильгельм Гриммдың буласаҡ ҡатыны йортонда эконом булып эшләгән Мария Мюллерҙан ишетә.[7] Икенсе версия буйынса, Жаннетта Хассенпфлугтан яҙып алана. Ҡыҙыл Башлыҡтың уның варианты шул уҡ Перроға барып тоташа, тип фараз ителә[4].
Әкиәт был вариантта яҡшы тамалана: эргәнән үтеп барған ағас ҡырҡыусылар, шау-шыуҙы ишетеп, бүрене үлтерә, эсен ярып, өләсәһе менән Бәләкәй Башлыҡты ҡотҡара. Бер версия буйынса, был эпизод популяр «Бүре һәм ете кәзә балаһы» (Волк и семеро козлят) немец әкиәтенән -[8], икенсеһе буйынса 1800 йылда немец яҙыусы-романтик Людвиг Тик яҙған «Ҡыҙыл башлыҡтың тормошо һәм үлеме» («Жизнь и смерть Красной Шапочки») пьесаһынан алынған[2].
Классик экранлаштырыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красная Шапочка (1937) — апалы-һеңлеле Брумбергтарҙың ҡара-аҡ йәнһүрәте, СССР. Классик «Дисней» компанияһы стилендә башҡарыла.
- Красная Шапочка (1989) -Адам Брукс мюзиклы. Әкиәттең төп сюжеты һаҡланан, етештереүсе — АҠШ-Израиль.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ashliman D. L. Little Red Riding Hood and other tales of Aarne-Thompson-Uther type 333 (ингл.) (15 ғинуар 2015). Дата обращения: 3 июль 2017.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Воронцова Татьяна. Подлинная история Красной Шапочки (билдәһеҙ). lit.1sept.ru. Дата обращения: 6 июнь 2021.
- ↑ Jack Zipes, «The Trials and Tribulations of Little Red Riding Hood»
- ↑ 4,0 4,1 Роберт Дарнтон. Великое кошачье побоище и другие эпизоды из истории французской культуры. Москва, «Новое литературное обозрение», 2002. ISBN 5-86793-113-7
- ↑ 5,0 5,1 Catherine Orenstein, Little Red Riding Hood Uncloaked: Sex, Morality and the Evolution of a Fairy Tale, pp 92-106, ISBN 0-465-04126-4 (инг.)
- ↑ Мельников А. Ю. Сказка про Красную Шапочку: три века заблуждений // Оборотни и оборотничество: стратегии описания и интерпретации. Материалы международной конференции (Москва, РАНХиГС, 11-12 декабря 2015) / Отв. ред. и сост. Д. И. Антонов. — М.: Дело, 2015. — С. 51—56. — 156 с. — ISBN 978-5-7749-1103-5.
- ↑ Герстнер Г. Братья Гримм / Пер. с нем. Е. А. Шеншина; Предисл. Г. А. Шевченко. — М.: Мол. гвардия, 1980. — 271 с. — (Жизнь замечат. людей).
- ↑ Harry Velten, «The Influences of Charles Perrault’s Contes de ma Mère L’oie on German Folklore», p 967, Jack Zipes, ed. The Great Fairy Tale Tradition: From Straparola and Basile to the Brothers Grimm, ISBN 0-393-97636-X
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Мельников К вопросу о переводах сказки Шарля Перро «Красная шапочка» в России (рус.) // Детские чтения. — 2018-10-26. — В. 1. — Т. 13. — С. 285—309. — ISSN 2304-5817.
- Александр Феденко. Всё о Красной Шапочке . Частный Корреспондент (13 май 2015). Дата обращения: 19 февраль 2016. Архивировано из оригинала 18 февраль 2022 года. 2022 йыл 18 февраль архивланған.