Бриз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
A: Диңгеҙ бризы (көндөҙгө), B:яр буйы бризы (төнгө)

Бриз (франц. brise) — диңгеҙ һәм ҙур күлдәрҙән яр буйынса иҫкән ел. Бриз йүнәлеше тәүлегенә ике мәртәбә үҙгәрә: көндәҙгө (йәки диңгеҙ бризы) диңгеҙ өҫтөнән ҡояшта йылынған ярға иҫә. Төнгә (йәки яр буйы бризы) кире йүнәлештә иҫә.[1]

Бриз тиҙлеге ҙур түгел, секундына 1-5 метр, бик һирәк осраҡта ғына тиҙлеге юғарыраҡ.Бриз тропиктарҙа һәм урта һыҙаттарҙа торороҡло елһеҙ һауа торошо шарттарында ғына һиҙелерлек. Һауа ҡатламының вертикаль бейеклеге (ҡеүәте) — көндөҙ 1— 2 км, төндә бер аҙ әҙерәк. Юғарырыҡ бейеклектәрҙә кире күренеш — антибириз[2] күҙәтелә. Бриз циркуляцияһы 10 — 50 км диңгеҙ һәм яр буйы өлкәһен үҙ эсенә ала. Диңге бризы көндөҙ һауа температураһын төшөрә һәм дымлылыҡта арттыра. Бриз йәй көнө йышырыҡ була, был ваҡытта ҡоро ер һәм һыу өҫтәндәге температура айырмаһы ҙурыраҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Береговые елдәр(недоступная ссылка) // Энциклопедик һүҙлек Брокгауз һәм Ефрон : 86 т. (82. т. һәм 4 өҫтәмә). — СПб., 1890—1907.
  2. Прох Л.З. Словарь ветров. — Л.: Гидрометеоиздат, 1983. — 28 000 экз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бриз // Ҙур совет энциклопедияһы : [30 т.] / г. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.