Булат тауы
Булат тауы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Булат тауы (рус. Булатовская гора) — Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы Ырымбур өлкәһендәге тау.
1998 йылда төбәк әһәмиәтенә эйә геология-геоморфология тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән булған[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булат тауы Ырымбур өлкәһенең Башҡортостан сигенә яҡын Абдулла районында урынлашҡан. Артемьевка ауылынан 2 км төньяҡ-көнбайыштараҡ, Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса Кама һыу бассейны округына ҡараған Булат йылғаһының һул ярында тора.
Координаттары (градустары): киңлеге — 53.71 , оҙонлоғо — 53.48[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 24 февралендә Ырымбур өлкәһе хөкүмәте өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары исемлеген раҫлай[2]. Бындай ҡомартҡылар иҫәбенә райондың Ерекле имәнлектәре һәм сәтләүеклектәре, Емелька ауылының бәрҙеле шишмәләре менән бер рәттән Булат тауы ла индерелә.
Ырымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында мәғлүм ителеүенсә,Булат тауының дөйөм майҙаны — 4 га, геологик йәһәттән геоморфологик типҡа ҡарай. Эрозияға бирелгән киртләстәре менән үҙенсәлекле.
Дәүләт ҡурсыуына ҡазан ҡатламы (ярусы) ултырмаларынан торған яр буйы ярлауҙары алынған, улар горизонталь ҡатлы-ҡатлы аргиллиттарҙан, мергелдәрҙән һәм эзбизташтарҙан тора.
Тауҙың Булат йылғаһы ярына сыҡҡан текә ҡаялы уң яғындағы битләүен пермь ҡазан ҡатламының горизонталь рәүештә урынлашҡан аргиллит, мергель, һыҙат-һыҙат эзбизташ тоҡомдары тәшкил итә[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Булатовская гора//Уникальные геологические объекты России (геологические памятники природы) 2020 йыл 27 ноябрь архивланған.
- ↑ Постановление Правительства Оренбургской области от 24 февраля 2016 года N 124-п(в ред. Постановления Правительства Оренбургской области от 24.02.2016 N 124-п)
- ↑ Булатовские горы//Природа Оренбургской области 2020 йыл 23 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чибилев А. А., Павлейчик В. М., Чибилев А. А.(мл) Природное наследие Оренбургской области: особо охраняемые природные территории. Оренбург: УрО РАН, Печатный дом <Димур>, 2009.- 328 с.
- Матвеев А. К. Географические названия Урала: Краткий топонимический словарь. — Свердловск, 1987.
- Матвеев А. К. Древнеуральская топонимика и ее происхождение // Вопросы археологии Урала, вып.1, Свердловск, 1961.
- Матвеев А. К. Основные задачи изучения уральской топонимики // Вопросы топономастики. Свердловск, 1967, вып.3.
- С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 123—124.