Бунун
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 41,038 (2000) | |
Тел |
ҡытай, бунун |
Дин |
Бунун | |
Бунун Викимилектә |
Бунун (ҡыт. ябайл. 布農, пиньин: Bùnóng, палл.: бунун), шулай уҡ Вонум[1] — Тайвань аборигендарының халҡы, сығышы менән илдең көнсығышында Тайдун ҡалаһы өҫтөндәге тауҙарҙан. Бунундар үҙҙәренең вокаль полифоник музыкаһы менән билдәле. Улар бунун телендә һөйләшә.
Башҡа ҡәбиләләрҙән айырмалы рәүештә, бунундар бөтә утрау буйлап урынлаша. 2000 йылда бунундарҙың иҫәбе 41,038 — йәғни Тайвань аборигендарынан 10 % тәшкил итә, иң ҙур ҡәбилә төркөмдәренән дүртенсеһе булып тора[2] Бунун биш ҡәбиләгә бүленә: такбунуаз, такитудух, такибака, такиватан һәм исбукун.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башында христиан миссионерҙары килмәҫ элек бунундарҙың ҡанһыҙ яугир һәм башкиҫәрҙәр даны булған. Бунун бейек тауҙа йәшәүсе ҡәбиләләр (атаял һәм тароко менән бергә) рәтенә керә, улар сит-яттарға — ҡытайҙарға ла, һәм башҡа аборигендарға ла дошмандарса мөнәсәбәттә булғандар. Бунундар һунар итеү һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булған ерҙәр өсөн яңы райондар эҙләп, даими рәүештә тауҙар буйлап күсенә.
Тайванде япондар тарафынан колониялаштырыу осоронда (1895—1945), бунундар япон властары тарафынан «тынысландырылған» иң һуңғы ҡәбиләләр рәтенә ингән. Ҡаты ҡаршылыҡтарҙан һуң улар түбәнге битләүҙәргә күсеп уйһыулы ауылдарға урынлашырға мәжбүр була. Япондар һунарҙы сикләй һәм бик мул һуғарылған зоналарҙа дөгө үҫтереүгә булышлыҡ итә. Күп кенә бунун вәкилдәре полиция хеҙмәткәре булып эшләй, һуғыш осоронда бунундар япон армияһына саҡырыла.
Киң йәйелгән миссионерлыҡ эшмәкәрлеге 1940 йылға ҡарай күпселек бунундарҙы христиан динен ҡабул итеүенә килтерә. Хәҙерге ваҡытта улар католик йәки пресвитериан сиркәүҙәренә ҡарай.
Гоминьдан (Ҡытай хөкүмәте) утрауҙа властҡа килеү менән, төбәктәге халыҡтың мәҙәни мәнфәғәтен ҡыҫырыҡлап, әүҙем рәүештә ҡытай теле көсләп индерелә. Тик 1990-сы йылдарҙа илдә демократия үҫеш алыу осоронда бунун мәҙәниәтенең сәскә атыуы башлана.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәткә ярашлы, бик боронғо замандарҙа Ер тирәләй ике ҡояш йөрөгән һәм түҙерһеҙлек эҫе булған. Ата һәм уның улы күп кенә маташыуҙарҙан һуң бер ҡояшты атып алыуға ирешә һәм ул айға әүерелә. Ай уларҙан ауылдарына ҡайтып үҙ халҡы менән өс шартты үтәүҙе талап итә. Улар айҙың үҫеше һәм ҡартайыуын даими рәүештә күҙәтеп барып кәрәкле ритуалдар башҡарырға тейеш була. Улар бөтә ғүмерҙәре дауамында Күк һәм Ерҙең ата-бабаларын хөрмәтләп мкхсус ритуалдар үтәргә тейеш була. Бынан башҡа улар тәртипһеҙ булмаҫҡа, тыныс ҡәбилә булырға тейештәр.
Бунун динендә күк йөҙөндәге күренештәр бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ай буйынса календарь төҙөлгән. Бунун — айҙың циклдарын яҙып барып уларҙың ваҡиғаларға һәм уңыш алыуға йоғонтоһон күҙәткән Тайвань аборигендары араһынан берҙән-бер ҡәбилә булған.
Бер нисә ритуалдар христиан динен ҡабул итеүҙән һуң ҡалдырылған. Әммә хәҙерге йәмғиәт һаманда ҡайһы-бер ритуалды үтәй һәм балаларҙан өлкәндәрҙе хөрмәт итеүҙе ҡәтғи рәүештә талап итә.
Бунун йырҙарына полифоник система хас. Улар араһынан бигерәктә «Пасибутбут» йыры билдәле, ул композиторҙаҙың һәм музыка белгестәренең иғтибарын йәлеп итә[3].
Болан ҡолаҡтары байрамы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болан ҡолаҡтары байрамы апрель-майҙа, йәш егеттәр тауҙарға һунарға барғанда уҙғарыла. Үлтерелгән хайуандарҙы элеп ҡуялар һәм йәш егеттәр һәм балалар уларға атып ҡорал менән файҙаланырға өйрәнә. Был фестиваль йәш егеттәрҙең инициацияһы тип иҫәпләнә.
Хәҙерге ваҡытта был фестиваль театрлаштырылған тамашалар менән оҙатыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ The Island of Formosa Past and Present, James W. Davidson: 1903, SMC Publishing Co.
- ↑ Directorate General of Budget, Accounting and Statistics, Executive Yuan, R.O.C. (DGBAS). National Statistics, Republic of China (Taiwan). Preliminary statistical analysis report of 2000 Population and Housing Census 2007 йыл 12 март архивланған.. Excerpted from Table 28:Indigenous population distribution in Taiwan-Fukien Area. Accessed PM 8/30/06
- ↑ Jin Fong YANG 楊金峯(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бунун Викимилектә |