Буранов Ғилметдин Мостахетдин улы
Буранов Ғилметдин Мостахетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1911 |
Тыуған урыны | Ишмөхәмәт, Баймаҡ районы, СССР |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Буранов Ғилметдин Мостахетдин улы (1911 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 142-се кавалерия полкы эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә. Хәбәрһеҙ юғалған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилметдин Мостахетдин (документтарҙа атаһының исеме ҡыҫҡартылып алынған: Мостах, Мостафа[1]) улы Буранов 1911 йылда Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы Ишмөхәмәт (ауылдың икенсе исеме Ҡарамалы) ауылында[1] күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Мостахетдин Буранов итексе була. Балалар бәләкәй саҡтан эшкә әрһеҙ булып үҫәләр. Ғилметдин колхозда мал ҡараусы булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың 20 авгусында БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. «Память народа» сайтындағы документтарҙан күренеүенсә, ул 142-се кавалерия полкында ҡылыссы[1] булып хеҙмәт итә. Әлеге полк 34-се кавалерия дивизияһында булыуы мөмкин, сөнки уның составында ғына 142-се кавалерия полкы бар. 34-се кавдивизияның хәрби ғәмәлдәр осоро — 1941 йылдың 3 авгусынан алып 1942 йылдың 30 июленә тиклем Черкассы өлкәһенән Кременчуг, Полтава, Харьков, Краматорск, Северодонецк йүнәлешендә үтә. Буранов Ғилметдин туғандарына һуңғы хатын 1941 йылдың 15 октябрендә яҙа. Хәрби исемлектәрҙән хәбәрһеҙ юғалыу сәбәпле 1942 йылдың 1 ғинуарында төшөрөлә[1].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буранов Ғилметдин Мостахетдин улының исеме Баймаҡ районының Хәтер китабына индерелгән[2].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— ЦАМО; Фонд ист. информации: 58; Опись ист. информации: 977520; Дело ист. информации: 3340
— ВК г. Баймак, Баймакского и Зилаирского районов Республики Башкортостан
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— 34-я кавалерийская дивизия— соединение РККА в Великой Отечественной войне